Төп менюны асырға

Хижәп

Мосолман ҡатындарының баш яулығы

Ҡөрьән һәм Сөннәт хижәп тураһындаҮҙгәртергә

 
Картала хижәп рөхсәт ителгән (йәшел төҫ) һәм ителмәгән (ҡыҙыл) илдәр

Ғәҙәттә хижәп ябыныуҙы Ҡөрьәнгә ҡайтарып ҡалдыралар (аяттар 33:59, 24:31), әммә был ғәҙәт Исламға тиклем үк булған[2].

  Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар​са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе[3]  

.

  Мөьминә ҡатындарга әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсәге менән япһын. Үҙенең иренән, атаһынан, ҡайнынан, уландарынан, иренең уландарынан, ағай-энеһенән, ағай-энеһенең уландарынан, апай-һеңлеһенең уландарынан, эргәһендәге ҡатындарҙан үҙҙәренең уң ҡулдары биләгән (ҡол) ирҙәрҙән, теләге булмаған хеҙмәтсе ирҙәрҙән, яланғас ҡатындың ни икәнен аңламаған сабыйҙарҙан башҡа кешегә зиннәттәрен күрһәтмәһен. Ниндәй зиннәте бар икәнен белдерерлек итеп аяҡтарын ҡуймаһын. Бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ. Эй, мөьминдәр, бәлки, бәхетле булырһығыҙ![4]  
  • Имам Әхмәт һәм башҡа мөхәҙҙистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әйткәнен мөғлүм иткәндәр:
  «Әгәр ҡатын кеше иренең өйөнән башҡа ерҙә сисенһә, Аллаһ уны хур итер»[5].  

Билдәләргә кәрәк — бер генә аятта ла, хәҙистә лә сәсте ҡаплау тураһында туранан-тура бер ни ҙә әйтелмәгән. Мәгәр күпселек Ислам ғөләмәләре ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнән, ҡул суҡтарынан башҡа ағзалары ҡаплаулы булырға тейеш тип күрһәтә.

Хижәп тураһында ҡануниәтҮҙгәртергә

Ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙы хижәп ябынырға мәжбүр итәләр, ҡайһы берҙәрендә тыялар. Хижәп ябыныу Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Иранда һәм Йәмәндә мотлаҡ.

Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан, халыҡтарының күпселеге мосолман булһа ла, дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа хижәп ябыныу тыйыла[6][7][8][9][10].

Тәүге тапҡыр хижәп Мысырҙа 1870-се йылдарҙа тыйылған[1]. Төркиә рәсми рәүештә хижәпте 1925 йылда тыя, әммә 2008 йылда, тыйыу кеше хоҡуҡтарын сикләү була тип, яңынан рөхсәт ителә[11]2004 йылдың 15 мартында Францияла динлелекте күрһәткән символдар һәм кейем тыйыла. Быға динлеләрҙең хоҡуғын тыйыу тип баһа бирәләр[12].

2015 йылдың февралендә Рәсәйҙең Юғары суды мәктәптәрҙә дини атрибутиканы һәм хижәпте тыйыу законлы тип таный[13].

2017 йылдың мартында Чечня парламенты республика мәктәптәрендә хижәп ябыныуҙы рөхсәт иткән закон ҡабул иткән[14].

Христианлыҡ менән сағыштырыуҮҙгәртергә

  • Христианлыҡта Тәүратта, Яңы Ғәһеттә, Апостол Павелдың мөрәжәғәттәрендә ғибәҙәттәрҙә ҡатын-ҡыҙ башын бөркәргә тейеш тип әйтелә.

МәҙәниәттәҮҙгәртергә

2013 йылдың 1 февраленән бөтә донъяла рәсми булмаған байрам — бөтә донъя хижәп көнө үткәрелә[15]. Тәүге йылы уҡ байрамға 67 илдән, шул иҫәптән, Рәсәйҙән дә,киләләр.[16] и Украина[17].

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Күфиә — ғәрәп ирҙәре ябынған яулыҡ

ВидеоларҮҙгәртергә

  •   Видео СОРВАТЬ ХИДЖАБ С МУСУЛЬМАНКИ (Социальный эксперимент)
  •   Видео Сорвать хиджаб с мусульманки. Социальный эксперимент. Русская озвучка
  •   Видео Советы для тех, кто хочет одеть хиджаб
  •   Видео «Неловкие вопросы»: отвечают россиянки в хиджабах
  •   Видео Речь мусульманки в Гарвардском университете
  •   Видео Зачем тебе хиджаб?
  •   Видео Мастер класс по завязыванию хиджаба(платка)
  •   Видео Орамалды сәнді байлаудың әдістері. Маржан Әміртай
  •   Видео Как купаются мусульманки? Мусульманский купальник буркини
  •   Видео Первый в России пляж для мусульманок

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Ислам: ЭС, 1991
  2. Пиотровский М. В. Ислам. Политиздат. 1988. с. 237
  3. Әл-Әхзәб 33:59 (Османов)
  4. Ән-Нур 24:31 (Кулиев)
  5. «Сахих аль-Джами», хадис № 2708
  6. Хиджаб - дело тонкое.... 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  7. Запрещать ли хиджабы в школах. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  8. Дресс-код религии. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  9. Потянуло на покров. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  10. Пятиминутный путеводитель по... хиджабам. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  11. [1] Би-би-си В Турции снят запрет на ношение хиджаба в вузах
  12. [http://www.islamnews.ru/news-12484.html Франция отказывает в праве на образование студенткам в хиджабе — IslamNews
  13. ВС РФ посчитал законным запрет носить хиджаб в школах. Росбалт (2015-02-11).
  14. Чеченский парламент разрешил школьницам носить хиджаб
  15. 1 февраля отмечается Всемирный день хиджаба
  16. Казанские мусульманки отметили Всемирный день хиджаба
  17. Всемирный день хиджаба в Киеве

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

фәнни
дини