Хаж

(Хадж битенән йүнәлтелде)

Хадж, хаджж[1] (ғәр. حَجّ‎) — Хаж — мосолмандар өсөн изге булған Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу, йәки хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш.

Ҡәғбәтулла мәсетендә доға ҡылыусы
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хаж ҡылыу ваҡыты — Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Йылдың башҡа ваҡытында барып бөтә йолаларҙы үтәү кесе хаж йәки үмрә тип атала. Кесе хаж үтәгәндә ҡорбан салынмай. Исламдың биш нигеҙе бар: «Шәһәҙәт», «Намаҙ» «Ураҙа» «Зәкәт» «Хаж». Хаж — ғибәҙәттәрҙең тажы, уны үтәү бурысы тик хәлле кешеләргә генә һалына. Ғәрәпсәнән «ниәт, ижтиһад, яңырыу» мәғәнәләрен аңлата.

Хаж ҡылыусылар Ғәрәфә үҙәнендә
Джәмрә әл-акаба.
Мина үҙәне, хаж ҡылыусылар Джәмәрәттән Мәккәгә ҡайтып бара
Мәккә янындағы Мина үҙәнендә сатырҙар ҡаласығы

Ғибәҙәттең тарихы

үҙгәртергә

Хаж ҡылыу, мосолман риүәйәттәрендә аңлатылыуынса, Әҙәм ғәләйһиссәләм менән Һауа Тәүинә тормошона барып тоташа. Улар Йәннәттән ҡыуылғас, күп йылдар үткәс кенә Ғәрәфә тауында осрашалар (Ғәрәфә тауында тороу — хаждың мотлаҡ ғибәҙәттәренең береһе). Шулай уҡ Ибраһим ғәләйһиссәләм, Аллаһ ҡушыуы буйынсан улы Исмәғилде ҡорбанға килтерергә йыйыныуы ла сағылыш таба. Тап ошо көндә Аллаһы тәғәлә кеше ҡорбаны килтереүҙе тыйып, айыра тояҡлы берәй мал салыуҙы ҡанунлаштыра. Пәйғәмбәренең тәҡүәлеген һынау менән бер рәттән Аллаһы тәғәлә Үҙе өсөн ҡан ҡойоу кәрәк түгеллеген күрһәтә.

Аллаһы тәғәләгә ҡорбандың ите лә, ҡаны ла барып етмәй, Уға бары һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ барып етә.

Хәҙерге заманда донъяның һәммә мосолмандары зөлхизә айының 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрә (ғәр. Ид-әл Әдхә). Ибраһими диндәрҙең башҡаларында ул онотолған, Исламда ғына һаҡланып ҡалған. Уның тарихын да, йолаһын да Мөхәммәт Пәйғәмбәр тергеҙгән.

Хаж — мосолман өсөн фарыз ғәмәл, уны йыһатҡа тиңләйҙәр, әммә ул уны үтәй алмай икән, юл сығымдарын тулыһынса түләп, элек хаж ҡылған кемделер үҙенең вәкиле итеп ебәрә ала.

Хажға бурысҡа аҡса алып тороп барыу тыйыла.

Хаж ҡылыу ваҡыты

үҙгәртергә

Хаж ҡылыу ваҡыты Һижрәт календары (Ай календары) буйынса билдәләнә.[2][3]

Йыл һайын Хаж зөлхизә айында биш көн дауамында бара — 8-ендә башлана, 12-һендә тамамлана. 9-ы — «Ғәрәфә көнө» һәм Хаж көнө тип һанала.

Түбәндәге таблица миләди календарь буйынса төҙөлгән, ул зөлхизә айының 9-сы көнөнә ярашлы.

2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017
5 ноябрь[4] 25 октября 14 октябрь[5][6] 3 октября[7] 22 сентябрь[8] 10 сентябрь[8] 31 август[8]

Ислам календары ай буйынса билдәләнеү сәбәпле, йыл 11 көнгә ҡыҫҡараҡ килеп сыға. Шуға күрә Хажға барыу ваҡыты күсеп килә.[3][9] Шул арҡала 33 йылға бер хаж ике тапҡыр ҡылына. Был хәл һуңғы тапҡыр 2006 йылда булды.[8]

Хаждың төрҙәре

үҙгәртергә

Хаж һәм үмрә ҡылыуға бәйле өс төр йола бар: :

  • Ифрад — хаж ҡылыусы бары тик хаж ҡылыу ниәте менән ихрамға инә;
  • Тәмәттү — хаж ҡылыусы башта үмрә үтер өсөн ихрамға инә, шунан ихрамдан сығып, зөлхизә айының 8-се көнөндә хаж ҡылыр өсөн яңынан ихрамға инә;
  • Ҡыран — хаж ҡылыусы ихрам хәленә инеп, унан сыҡмай хажды ла, үмрәне лә (йәки киреһенсә) бер юлы үтергә ниәтләй. Был мәсьәләлә ғөләмәләрҙең фекере төрлө;
  • Үмрә (айырым).

Хаж һәм үмрәнең фарыздары

үҙгәртергә

Хаж һәм үмрәнең фарыздары бар, тик шул шарттар үтәлгәндә генә уларҙы ҡылырға рөхсәт ителә:

  1. Мотлаҡ мосолман булыу (кафырҙарға һәм диндән сыҡҡандарға (фасиҡ) рөхсәт юҡ;
  2. Балиғлыҡ. Бала сағында ололар менән хажға барған кешеләр балиғ булғас яңынан барырға тейеш;
  3. Аҡыл. Аҡылы зәғифтәргә хаж рөхсәт ителмәй.
  4. Хөрриәт (иректә булыу): ҡолдарға һәм төрмәлә ултырағандарға рөхсәт юҡ;
  5. Иститғат (матди һәм физик хәл етешле булыу);

45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ хажға мәхрәме менән генә барырға тейеш тип һанала. Сәғүд Ғәрәбстаны әлеге ваҡытта мәхрәмһеҙ ҡатын-ҡыҙға виза бирмәй

 
Тауаф
 
Хаж картаһы.

Хаж нигеҙҙәре

үҙгәртергә

Мәлики, ханбали, шәфиғи һәм хәнәфи мәҙһәбтәрҙең талаптары бер аҙ айырыла. Башҡорттар хәнәфи мәҙһәбкә ҡарай. Хәнәфи мәҙһәб талаптары ошондай:

  • Ихрам — хаж ғәмәлдә булһын өсөн мотлаҡ ғәмәл;
  • Тауаф — хаж ҡылыусы Ҡәғбә тирәләй 4 тапҡыр урап үтә, ҡалған өсәүһе хаж ҡылыу өсөн важиб, үтәлергә тейеш ғәмәл;
  • Сәғи — важиб ғәмәл;
  • Ғәрәфә — Ғәрәфәлә тормау һәм тауаф үтмәү арҡаһында хаж ғәмәлдә булмай

Мәлики һәм ханбали ғөләмәләре 4 шарт фарыз тип һанай, шулай үтәлмәһә, хаж ҡылынған тип һаналмай:

«Әл-ихрам»: «Тауаф әз-зияра», «тауаф аль-ифада»; «Вукуф би-Ғәрәфә»; «Сәғи»:.

Шафиғи ғөләмәләр мәлики һәм ханбали мәҙһәбтәр менән килешә, үҙҙәренән ике шарт өҫтәй, улар сәсте ҡырҡыуға һәм ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлелегенә бәйле.

Ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлелеге

үҙгәртергә
  1. Миҡатта ихрам кейеү, ихрам хәленә инеү;
  2. зөлхизәнең 7-се көнө — тәүге тауаф һәм хөтбә тыңлау
  3. Сәғи
  4. Зәмзәм һыуы эсеү һәм ҡойоноу
  5. Ғәрәфә көнө
  6. Мөздәлифәлә таш алып, Минаға барыу — 10-сы зөлхизә
  7. Шул көндө үк Ҡорбан байрам
  8. Ҡәғбәтуллала хушлашыу тауафы.
 
Тауаф йүнәлеше

11-13 зөлхизәлә хаж ҡылыусылар джәмрәләргә таш ташлай.

14-се зөлхизәлә барлыҡ йолалар үтәлеп бөтә. Хаж ҡылыусылар ихрамдан сыға һәм хажи исеме ала.

Күптәр хаж ғәмәлдәрен үтәп бөткәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бәйле иҫтәлекле урындарҙа ла булып ҡайтырға тырыша

Хаж мәлендәге фажиғәләр

үҙгәртергә
  • 1987 йыл — Иранды яҡлап демонстрацияға сыҡҡандарҙың полиция менән бәрелешендә 400 кеше һәләк була[10].
  • 1990 йыл — Мәккәнән Мина сатырҙар ҡаласығына килгәндә 1427 хаж ҡылыусы йәйәүлеләр тоннелендә тапалып үлә[10][11].
  • 1994 йыл — 270 кеше тапалышта үлә[10][11].
  • 1997 йыл — Янғын сығып, 343 кеше янып үлә, 1500 тән йәрәхәттәре ала[10][12].
  • 1998 йыл — 118 кеше тапалышта һәләк була[11].
  • 2001 йыл — 35 кеше тапалышта һәләк була[11].
  • 2004 йыл — 251 кеше Шайтанға таш атҡан ерҙә тапалышта һәләк була[10][11].
  • 2006 йыл— 345 кеше Шайтанға таш атҡан ерҙә тапалышта һәләк була[11].
  • 2015 йыл — 2236-нан күберәк кеше (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 4,1 мең.) Шайтанға таш атҡан ерҙә тапалышта һәләк була
 
Панорама Әл-Хәрәм мәсете хаж ваҡытында

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хаджж // Большая Советская Энциклопедия (в 30 т.) / Прохоров А. М. (гл. ред.). — 3-е изд. — М.: Сов. Энциклопедия, 1978. — Т. 28. — С. 162. — 616 с.
  2. Tourism and the Less Developed World: Issues and Case Studies. — CABI, 2001. — P. 156. — ISBN 9780851994338.
  3. 3,0 3,1 Reynolds Gabriel Said. The Emergence of Islam: Classical Traditions in Contemporary Perspective. — Fortress Press, 2012. — P. 33. — ISBN 9781451408126.
  4. Penprase Bryan E. The Power of Stars: How Celestial Observations Have Shaped Civilization. — Springer Science & Business Media, 2010. — P. 142. — ISBN 9781441968036.
  5. Hajj celebrated by Muslims in Mecca - video (15 October 2013). 16 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  6. Hajj today (14 October 2013). 16 ноябрь 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  7. Islamic State militants are enemies of humanity: Saudi Grand Mufti (3 October 2014). 16 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Principal Islamic Days of Observance according to Umm al-Qura Calendar. The Umm al-Qura Calendar of Saudi Arabia (2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  9. Caring for Muslim Patients. — Radcliffe Publishing, 2008. — P. 95. — ISBN 9781857758122.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Saudis review Hajj danger points (инг.)
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Blutiger Höhepunkt der Hadsch (нем.)
  12. Why Is the Muslim Hajj So Dangerous? (инг.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә