Сә'и (ғәр. سعى‎ ‎) (башҡ. — сәғи) — Сафа һәм Мәрүә убалары араһынан йүгерә-атлай үтеү йолаһы, хаж һәм үмрәнең айырылғыһыҙ өлөшө. Сәғи Ҡәғбәтулла тирәләй тауаф үтеп бөткәндән һуң ҡылына.

Сәғи
ғәр. السعي
Рәсем
 Сәғи Викимилектә
Хаж ҡылыусы сәғи үтә (2011 йыл).

Килеп сығышы

үҙгәртергә

Ислам риүәйәттәренә ҡарағанда, йоланың килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар. Берәүһе уларҙы Әҙәм һәм Һауа (Адам и Ева) ял иткән убалар тип бәйән итә. Сәғи ошо иҫтәлек хаҡына башҡарыла, тиҙәр. Икенсеһе буйынса Ибраһим Пәйғәмбәр (нәби) Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған ваҡытында Иблис юлына осрап, уның кирегә йүгерергә мәжбүр булыуына бәйле. Иң таралған фараз — мосолмандар Инәһе Һәжәр (Агарь) һәм уның улы Исмәғилдең (Измаил) ғазаптары иҫтәлегенә ҡылына[1]. Сарсауҙан үлеп барған улы Исмәғилгә һыу эҙләп, Һәжәр Сафа һәм Мәрүә убалары араһынан ете тапҡыр йүгереп үтә [2].

Йоланы үтәү

үҙгәртергә

Тауафты тамамлағас, хаж ҡылыусы әл-Хәрәм мәсетенән сыға ла һул аяғы менән башлап Сафа убаһына күтәрелә. Ҡәғбәтуллаға ҡарап баҫып, хажи ярлыҡау, рәхим-шәфҡәт һорап, тәүбә итеп Аллаһы тәғәләгә (доға) ҡыла. Шунан хаж ҡылыусы уба итәгендәге «мил» тип аталған бағана янына төшә һәм Мәрүә убаһы янындағы икенсе бағанаға тиклем йүгерә. Убаға менә һәм Ҡәғбәтуллаға ҡарап доға ҡылып, кире Сафа яғына йүгерә. Был ғәмәл барлығы ете тапҡыр башҡарыла. Бер убанан икенсеһенә бер үтеү бер йөрөш һанала). [2].

Бәләкәй хажды (үмрә) ҡылғанда сәғиҙән һуң хаж ҡылыусы ихрам хәленән сыға.Үмрәнән һуң оло хаж ҡылырға йыйынған кеше хажды ҡылып бөткәнсе ихрам хәлендә ҡалырға тейеш. Сәғи хаждың мөһим өлөшө һанала (рукн әл-хаж), ә уны үтәү — мотлаҡ (вәжиб)[2].

Хаж ҡылыусы сәғи үтмәгән булһа, хажы ғәмәлгә инмәгән тип һаналмай. Уға бары ҡаза ҡорбан салырға кәрәк була[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ермаков Д. В. Сай // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 202.
  • Али-заде, А. А. Саай (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)