Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы

СССР-ҙың хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре
(Хабиб Ганиев битенән йүнәлтелде)

Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы (17 декабрь 1909 йыл — 20 декабрь 1970 йыл) — СССР-ҙың хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, генерал-майор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Шулай уҡ Польшаның «Грюнвальд Тәреһе» ордены һәм өс миҙалы менән наградланған.

Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы
Тыуған ваҡыты

17 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы[1]

Үлгән ваҡыты

20 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (61 йәш)

Вафат урыны

Ереван

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1931—

Хәрби звание
Генерал-майор
Генерал-майор
генерал-майор
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1944

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәбиб Абдрахман улы Ғәниев 1909 йылдың 17 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Татар Малаяҙы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Малаяҙҙағы башланғыс мәктәптән һуң Мәсәғүт ауылында (хәҙер Дыуан районының үҙәге) II баҫҡыс мәктәптә (аҙаҡтан педагогия училищеһы) уҡый һәм, уны 1929 йылда тамамлап, башланғыс мәктәп уҡытыусы һөнәрен ала. Артабан комсомолдың Ҡыйғы район комитеты секретары һәм өлкә комитет ағзаһы итеп һайлана, шунан комсомолдың Баймаҡ район комитетында секретарь була. 1931 йылда ВКП(б) сафына алына.

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1931 йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм ябай ҡыҙыл армеецтән генерал-майор дәрәжәһенә, вазифаһында — армияның сәйәси бүлек етәксеһе һәм Хәрби Совет ағзаһына тиклем ҙур һәм данлы хәрби хеҙмәт юлы үтә.

Ҡыҙыл Армия сафындағы хәрби хеҙмәтен Хәбиб Ғәниев ябай һалдат булып башлай. Артабан Ҡазандағы хәрби училищела уҡый һәм уны тамамлағас, элемтә батальоны штаб начальнигы ярҙамсыһы, аҙаҡ рота политругы була. Үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәткәс, ул В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияға ебәрелә. Уҡыу йылдарында группаның партия ойошмаһы секретары була. Академияны уңышлы тамалап, юғары хәрби һәм сәйәси белем алған йәш командир 1938 йылда II Алыҫ Көнсығыш армияһының кадрҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Күп тә үтмәй Украиналағы Киев махсус хәрби округының айырым дивизияһына сәйәси бүлек етәксеһе итеп ебәрелә һәм был вазифала Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы хеҙмәт итә. 1940 йылдың көҙөндәге тикшереүҙәрҙә дивизия яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә һәм алдынғы тип таныла. Уның күп кенә командирҙәры, сәйәси хеҙмәткәрҙәре һәм ҡыҙыл армеецтары төрлө наградаларға лайыҡ була, сәйәси бүлек етәксеһе Хәбиб Ғәниев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм исемле алтын ҡул сәғәте ала.

1944 йылдың ноябрендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән 35 йәше лә тулмаған Хәбиб Ғәниевҡа «генерал-майор» хәрби дәрәжәһе бирелә.

Хәрби хеҙмәттән хаҡлы ялға сыҡҡас, Хәбиб Ғәниев артабанғы тормошон Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда дауам итә, төрлө йәмәғәт әштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ғүмеренең һуңғы йылдарында республика Халыҡ контроле комитетында эшләй. 1970 йылдың 20 декабрендә вафат була. Ереван ҡалаһындағы «Хөрмәтле ҡәберлек аллеяһы»нда ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ике Ленин ордены (23.07.1944[2]; 31.05.1945[3][4])
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.03.1942[5]; 10.04.1945[6])
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940, 1941)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (24.09.1943)[7]
  • Миҙалдар
  • Польшаның дүрт наградаһы:
    • «Грюнвальд Тәреһе» ордены
    • «Варшава өсөн» миҙалы
    • «Одер өсөн» миҙалы
    • «Польшаны азат иткән өсөн» миҙалы

Уның хаҡында матбуғат материалдары

үҙгәртергә
  • Габбасова -Бурангулова З. Всегда в строю. В декабре генерал-майору Хабибу Ганиеву исполнилось бы 100 лет. Газета «Республика Башкортостан», 2009, 19 декабря. (рус.)
  • Ганиев Дмитрий. Генерал мог сыграть на баяне. Газета «МК RU. Челябинск». 2015, 23 марта. (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Татар Малаяҙы ауылы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһындаУказ
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. 46757324 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә