Сәйетғәлин Сафуан Лоҡман улы

сәсән, ҡурайсы, мулла, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Сәйетғәлин Сафуан Лоҡман улы (21 октябрь 1960 йыл) — ҡурайсы, сәсән[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[2] (2021).

Сәйетғәлин Сафуан Лоҡман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Урмансы ауылы, Лаҡлы ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйетғәлин Сафуан Лоҡман улы 1960 йылдың 21 октябрендә Салауат районының Урмансы ауылында тыуа. 1991 йылда Башҡортостан мәҙәниәт техникумын тамамлай, мәҙәни-мәғрифәт хеҙмәткәре, мәҙәни-мәғрифәт эшмәкәрлеген ойоштороусы һөнәрҙәренә эйә була. Хеҙмәт юлын тыуған ауылы клубында башлай, клуб директоры булып эшләй. 2000 йылда «Етегән» музыка ҡоралдары халыҡ ансамблен ойоштора, ансамбль өсөн үҙе ағас ҡумыҙҙар яһай[3]. Урмансы ауылында ике боронғо (береһе 1950 йылда һалынған, икенсеһе — тағы ла боронғораҡ) өйҙө алып, унда этнойорт[4] ойоштора. Бөгөн Сәйетғәлиндарҙың этнойорто — «Янғантау» геопаркының партнеры[5][6][7].

Ҡатыны — Лидия Сәйетғәлина, ауыл клубының художество етәксеһе. Улы — Сәйет Сәйетғәлин — музыкант.

  • Сәйетғәлин Сафуан. Түбәләҫ ырыуы. Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем (ҡобайырҙар) - Йүрүҙән, 2006, 20-се 11 март.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә