Суфиянбашҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Суфиян — «суфый», «тыйнаҡлы», «тотанаҡлы» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Суфиян Ғаяз улы Сафуанов (2 октябрь 1931 йыл — 30 ноябрь 2009 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1962), профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге премиялар лауреаты.

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов (29 август 1924 йыл — 3 июль 2016 йыл) — яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Татарстан Республикаһының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1997). Фәтих Кәрим (1984) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (1998) исемендәге премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Суфиянов Суфый Хажи улы (29 декабрь 1914, Айһай-Мөрсәләй ауылы, Ырымбур губернаһы — 24 ғинуар 1999, Айһай-Мөрсәләй ауылы, Күгәрсен районы, Башҡортостан Республикаһы) — 79‑сы гвардия уҡсылар полкы рота командиры (26‑сы уҡсылар дивизияһы, 11‑се гвардия армияһы, 3-сө Белоруссия фронты), Советтар Союзы Геройы (1945).

Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы әҙәби псевдонимы Әбүс (27 декабрь 1904 йыл — 10 ғинуар 1974 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.

Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы (1 июль 1930 йыл — 19 октябрь 2001 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Әлшәй районының «Заветы Ленина» колхозы һауынсыһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963).

Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (1949—?) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы (25 февраль 1927 йыл — 5 февраль 2009 йыл) — сәнәғәт алдынғыһы, 1952—1964 йылдарҙа Ҡаҙағстандағы Зыряновск ҡурғаш комбинатының проходчиктар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ