Стәрлетамаҡ

Башҡортостандағы ҡала
(Стерлитамак битенән йүнәлтелде)

СтәрлетамаҡБашҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса республикала икенсе урында.

Стәрлетамаҡ
Стәрлетамаҡ
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°38′00″ с. ш. 55°57′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов

Агломерация

700 000 кеше

Телефон коды3473
Рәсми сайт

sterlitamakadm.ru

Стәрлетамаҡ (Рәсәй)
Стәрлетамаҡ
Стәрлетамаҡ
Стәрлетамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Стәрлетамаҡ

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[1].

География

үҙгәртергә

Бөйөк Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа ҡала Ырымбур губернаһының, ә 1865 йылдан Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенең үҙәге булған.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Уҡыу йорттары

үҙгәртергә

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Стәрлетамаҡ ҡалаһы сәнәғәте бөгөнгө көнгә химик предприятиялары, станоктар төҙөү. аҙыҡ-түлек, һәм сауҙа предприятияларынан тора

  • Химия заводтары:

ААЙ "Синтез-Каучук", ААЙ "Стәрлетамаҡ нефтехимик заводы", ААЙ "Башҡорт Сода компанияһы"(элек айырым торған "Каустик" һәм "Сода" заводттары берләшмәһе), Хайледбергцемент Рус филиал ЯСЙ, "Авангард" ФҠП, "Башпласт" ЯСЙ.

  • Энергия етештереү предприятиялары:

Стәрлетамаҡ ЙЭҮ, Яңы Стәрлетамаҡ ЙЭҮ

  • Ауыр сәнәғәт предприятилары

Стәрлетамаҡ механик заводы ЯСЙ, Стәрлетамаҡ вагондар ремонтлау заводы ААЙ. Ҡыҙыл пролетарий ААЙ.

Элекке ваҡытта 1980- 1990 йылдарҙың башына тиклем Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү заводында МСТА-С үҙе йөрөгән артиллерия машиналары сығарыла ине.1990-сы йылдарҙа бөтә производствоны Свердловск өлкәһенә күсерҙеләр. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ теүәл станоктарын эшләү заводы эшләп ябылып китте.

  • Аҙыҡ түлек предприятиялары

ААЙ "Стәрлетамаҡ икмәк бешереү комбинаты", АЙ "Стәрлетамаҡ икмәк продукттары комбинаты"(Элеватор), АЙ Стәрлетамаҡ һөт комбинаты-Аллат, Стәрлетамаҡ һыра һәм эсемлектәр сығарыу "Шихан" комбинаты (Хейнекен составында) ЯСЙ, Башспирт АЙ-нең Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты,СНХЗ-М-ит комбинаты.

Транспорт

үҙгәртергә

Юл транспорты

үҙгәртергә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында юл транспорты троллейбус, автобус, маршрут таксиҙарынан төҙөлгән.

  • Троллейбус

1961 йылдың башынан йөрөй башлай һәм бөгөнгө көнгә 10-дан артыҡ маршрутты хеҙмәтләндерә. Үҙенең депоһы бар, 2014 йылда икенсе депоһы ябылды. Троллейбус ситемаһы менән "Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы" МУП идара итә.

  • Автобус һәм микроавтобус

Стәрлетамаҡта автобустар йөрөүө насар үҫешкән. Әммә райондар-ара аралашыу өсөн Стәрлетамаҡта автовокзал һәм ҡаланың бер урынында автостанцияһы бар.Автобустар йөрөйүө Башавтотранс ДУП идаралығында. Күп маршруттар микроавтобустар менән ҡулланыла. Микроавтобустар маршрут таксиҙары менән идара иткән предприятиялар ҡалала күп. Улар троллейбустар һәм автобустарҙы ҡыҫырға маташа.

  • Йөк ташыу компаниялары

Стәрлетамаҡта Башавтотранс, һәм башҡа йөк ташыу компанияларының базалары бар.

Тимер юл транспорты

үҙгәртергә

Ҡала аша РТЮ-ның Куйбышев тимер юлдары үтә, Тимер юл вокзалы бар.

Стәрлетамаҡтан 15 километр алыҫлыҡта эшлмәгән Стәрлетамаҡ аэропорты урынлашҡан. Ул аэропорттан 1997 йылға тиклем район һәм төбәк-ара (Мәскәүҙең "Быково" аэропортына тиклем) рейстар яһалған. Хәҙерге ваҡытта Өфө һауа юлдары компанияһының АН-2 самолеттары ултырыш яһай, бәләкәй осоу средстволары (дельтоплан,параплан) килеп ултыра.

Торлаҡ-коммуналь һәм инфраструктура ойошмалар

үҙгәртергә

Стәрлетамаҡ водоканалы (Һыу менән тәьмин итеү компанияһы) — ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, ҡала халҡын һыу менән тәьмин иткән ойошма. Уның биш һыу алыу пункты бар (Берхомут, Аскен-куль, Ашҡаҙар, Ергән, "Каустик").

Матбуғат баҫмалары

үҙгәртергә
  • Ашҡаҙар гәзите

Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһының ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис гәзите. Ойоштороусылары: Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһы. 1990 йылдың ғинуар айынан башлап аҙнаға 1 тапҡыр сыға. 237 000 д. Гәзит сайты: http://ashkadar.pressarb.ru/ 2011 йыл 18 март архивланған. (башҡорт теле)

  • Стәрлетамаҡ эшсеһе (Стерлитамакский рабочий) Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм Ҡала округының хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси гәзите. 1917 йылдың майынан баҫылып сыға.Аҙнаға 5 тапҡыр сыға.

http://srgazeta.ru/ (урыҫ теле)

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −8,2 −7,5 −1,6 8,3 18,1 23,8 25,4 22,7 16,4 7,3 −2,5 −7,5 8,0
Уртаса температура, °C −11,7 −11,5 −6,5 3,9 13,5 19,1 20,9 18,6 12,5 4,3 −5,3 −10,9 4,0
Уртаса минимум, °C −15,6 −15,9 −11,3 −0,9 7,4 12,9 15,1 13,3 8,3 1,3 −8,3 −14,7 −0,6
Сығанаҡ: Метеостатистика Башкортостана
Файл:Парк имени Жукова город Стерлитамак1.jpg
 
 

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 247736 117831 129905 47,6 % 52,4 %
2002 йыл 9 октябрь 264362 120809 143553 45,7 % 54,3 %
2010 йыл 14 октябрь 273486 124895 148591 45,7 % 54,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йыл 21 март архивланған. (рус.)
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Етеханов Билал Исмәғил улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 март 2019)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Кривошеев Александр Сергеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Новиков Олег Валерьянович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)
  6. ПРИЗВАНИЕ - СЛУЖИТЬ ЛЮДЯМ главы города от основания и до наших дней. Станотин Иван Степанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2017)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Филимонов Александр Николаевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2017)
  8. Башкирская энциклопедия — Шумейко Григорий Григорьевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2018)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Ядренников Василий Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)