Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы
Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (15 октябрь 1890 йыл — 25 ноябрь 1959 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1919 йылдың июленән 1920 йылдың октябренәсә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
Ғәли Камалетдин улы Шәмиғолов | ||
| ||
---|---|---|
июль, 1919 йыл — октябрь, 1920 йыл | ||
Дауамсы: | Халиков Муллайән Дәүләтша улы | |
Тыуған: | 15 октябрь 1890 Стәрлетамаҡ ҡалаһы | |
Үлгән: | 25 ноябрь 1959 (69 йәш) Киев ҡалаһы | |
Ерләнгән: | Киев | |
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәли Камалетдин улы Шәмиғолов 1890 йылдың 15 октябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1910 йылдан алып РСДРП (б) ағзаһы. Ике йыл Иваново ҡалаһындағы текстиль институтында уҡыған.
1917 йылдың февраленә тиклем Стәрлетамаҡта, Ҡурғанда, Силәбелә революцион хәрәкәттә ҡатнаша. Революцион эшен Үрге Өфөләйҙә, Ҡыштымда алып бара.
1917 йылда Татар социал-демократик партияһы булдырыу инициаторҙары араһында була, Үҙәк башҡарма комитет (РСДРП-ның урындағы ойошмаларына ингән большевиктар төркөмөнөң) ағзаһы. Силәбелә татар-башҡорт төркөмө менән етәкселек итә. 1918 йылдан — Ырымбур губерна партия комитеты ағзаһы.
1919—1920 йылдарҙа Ырымбурҙағы Ҡыҙыл гвардия башҡорт-татар отряды командиры, Ырымбур губерна революцион комитеты рәйесе урынбаҫары, милли эштәр буйынса губерна комиссары, Ҡыҙыл Армияның Көньяҡ төркөмө сәйәси бүлеге хеҙмәткәре.
1919 йылдың июленән 1920 йылдың октябренә тиклем Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе. Йыл ярым эшләү дәүерендә Башҡортостанда аяуһыҙ диктатура урынлаштыра. 1920—1921 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы ғына төбәк менән идара итеү алымдарына үҙәк властарҙың иғтибарын йәлеп итә, һәм улар етәкселеккә төп милләт вәкилдәрен ҡуйыу кәрәклеген аңлай[1] 2021 йыл 11 октябрь архивланған.
Ғәли Шәмиғолов 1930 йылда Мәскәүгә күсерелә. РКП (б) Үҙәк Комитеты янында Шәреҡ халыҡтары коммунистик ойошмалары бюроһында (1921—1923), Төркөстан Наркомпродында (1923 −1924), Башпотребсоюзда (1924-25), СССР-ҙың Наркомтекстиль предприятиеларында (1925—1951) эшләй.
1959 йылдың 25 ноябрендә Киев ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)
- миҙалдар
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Искра И. Революционер-ленинец // ЧР. 1965. 15 окт.;
- Кузырев Р. У. Имена, ставшие легендами. Уфа, 1977.