Ашҡаҙар

(Ашҡаҙар (йылға) битенән йүнәлтелде)

Ашҡаҙар (рус. Ашкадар) — Көньяҡ Уралдағы йылға, Ағиҙелдең һул ҡушылдығы[1][2].

Ашҡаҙар
Характеристика
Оҙонлоғо 165 км
Бассейн 3780 км²
Һыу сығымы 16,7 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Өсбүләк
 · Координаталар 53°06′28″ с. ш. 54°58′27″ в. д.HGЯO
Тамағы Ағиҙел Стәрлетамаҡ янында
 · Координаталар 53°06′29″ с. ш. 54°58′27″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 53°38′26″ с. ш. 55°59′41″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200512111100018151
Ашҡаҙар (Рәсәй)
Точка
Точка

Ағиҙелгә Стәрлетамаҡ янында ҡоя. Башҡортостандың Фёдоровка районы Өсбүләк ауылынан 2,2 км көнбайышта башлана. Артабан төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан Фёдоровка, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары аша аға. Михайловка ауылы янында төньяҡ-көнсығышҡа һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында тамағынан 743 километрҙа Ағиҙел йылғаһына ҡоя.

  • Йылға оҙонлоғо — 165 км.
  • Башынан тамағына тиклем ауышлыҡ — 271 м,
  • бассейн майҙаны — 3780 кв. км,
  • уртаса бейеклеге — 253 м[3].

Бассейндың үрге өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан, бында саған, имән, йүкә ағастары осрай. Ашҡаҙар бассейнының түбәнге өлөшө ҡара тупраҡлы дала үҫемлектәре үҫкән уйһыулыҡта урынлашҡан.

Бассейндың урманлы өлөшө — 5 %, һөрөлгән өлөшө — 70 %. Ашҡаҙар, башлысы, ҡар һыуҙары менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу ағымы — 16,7 м³/с.

Питание преим. снеговое. 81,1% годового стока приходится на весенний (апр.—май), 13,1% — летне-осенний (июнь—окт.) и 5,8% — на зимний (нояб.—март) периоды. Ср.‑год. расход воды (м3/с): у д.Весёлый Стерлитамакского р-на — 10,4, в устье — 16,7. Зап. ч. басс. расположена в пределах Бугульминско-Белебеевской возвышенности. Вост. ч. представляет собой низменную равнину с небольшими холмами на глинистых, суглинистых и песчаных грунтах. Долина сложена известняками, доломитами, мергелями, аргиллитами казанского яруса верх. перми. Ландшафты представлены разнотравно-типчаково-ковыльными степями и лугами на типичных чернозёмах. Лесистость басс. ок. 5%, распаханность — 70%. На реке имеются пруды у с.Дедово и д.Базелево Фёдоровского р‑на. Притоки: прав. — Сухайля; лев. — Б.Балыклы, М.Балыклы, Кундряк, Стерля и др.

Төп ҡушылдыҡтары:

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғалим Жәлил Кейекбаев был атаманың килеп сығышын фарсы теленән алынған «ашҡа» — «аҡ, саф» һәм «даръя» — йылға менән бәйләй. Фарсы теленән килеп ингән «даръя» хәҙерге башҡорт телендә ҙур йылға тигәнде аңлата. Һинд-иран, фарсы, боронғо фарсы, авеста телдәрендә — диңгеҙ, боронғо һинд телендә — хәрәкәт, йүгереү тигәнде аңлата[4].

Легендаһы

үҙгәртергә

"Юрматы ырыуы шәжәрәһе"ндә XVI быуатта юрматылар Урыҫ дәүләтенә ҡушылырға теләк белдергәс, батша Иван IV менән килешеү төҙөлә тиелә, Тәтегәс бей, Аҙнай-баба, Ҡармыш-баба һәм Илсекәй Тимер-бабаларға үҙ халҡы менән йәшәү урыны итеп бүлеп бирелгән ерҙәр атала. Тәтегәскә Ашҡаҙар йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйындағы ер бирелә.[5]

Бер нисә йөҙ йылдан һуң был яҡтарға күсеп килгән халыҡтарҙың йылға исеме килеп сығыуы тураһындағы легендалары дөрөҫлөккә тап килмәй («аҫ ҡаҙан» һ.б.). Ашҡаҙар- бик боронғо атама, ул башҡорттарҙың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуына тиклем үк булған.

Ашҡаҙар йылғаһы буйында башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙар» тыуған.

1919 йылда Стәрлетамаҡта Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» пьесаһы буйынса тәүге башҡортса спектакль ҡуйыла. Өс йылдан театр Өфөгә күсерелә. Башҡорт дәүләт академия театры тарихы шулай башлана.

2000 йылда «Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы» муниципаль автономлы учреждениеһының «Ашҡаҙар нағыштары» исемле башҡорт халыҡ фольклор ансамбле барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә