Авдошкин Семён Егорович
Авдошкин Семён Егорович (15 август 1918 йыл — 9 март 1963 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Семён Егорович Авдошкин | ||||
Файл:Авдошкин Семён Егорович.jpg | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Совет Рәсәйе, Калуга губернаһы Козельский өйәҙе Волосово ауылы[1][2] | |||
Үлгән ваҡыты | ||||
Вафат урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы,[3] Стәрлетамаҡ ҡалаһы | |||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө |
пехота | |||
Хәрби звание |
өлкән лейтенант | |||
Командалыҡ итеү |
пулемёт ротаһы | |||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||
Наградалар һәм премиялар |
медали | |||
Отставкала |
экспедитор, Стәрлетамаҡ ликер-араҡы заводының янғын-ҡарауыл һағы начальнигы |
Биографияһы
үҙгәртергәСемён Егорович Авдошкин 1918 йылдың 15 авгусында Калуга губернаһының Волосово ауылында (хәҙерге Калуга өлкәһенең Козельский районы Волосово-Звягино ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Рус. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй. 1933 йылдың апреленән алып 1939 йылдың сентябренә тиклем шымартыусы, слесарь, токарь булып Мәскәү өлкәһенең Руза, Подольск ҡалаларында һәм Рыбинск ҡалаһында эшләй.
1939 йылдың ноябрь айынан Ҡыҙыл Армия сафында. Орёл өлкәһенең Ульяновск район хәрби комиссариаты саҡыра.
1941 йылдың июнь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Бигерәк тә 1944 йылдың 29 июлендә батырлыҡ күрһәтә. 1-се Украина фронтының 13-сө армияһы 350-се уҡсылар дивизияһы 1178-се уҡсылар полкының өлкән лейтенант С. Е. Авдошкин етәкселек иткән пулемёт ротаһы ҡул аҫтындағы саралар менән Лонжак тораҡ пункты районында (хәҙерге Польшаның Сандомир ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ) Висла йылғаһын аша сыға, гитлерсылар менән борамды һәм 3 кәмәне батыра. Плацдарм биләп, пулемётсылар дошмандың 2 взвод пехотаһын юҡ итәләр, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек менән 8 автомашинаһын шартлаталар, 3 станоклы пулемётын һәм 17 винтовкаһын ҡулға төшөрә, 12 дошман һалдатын әсирлеккә ала.
Был һуғышта Авдошкин С. Е., рота менән командалыҡ итеп, үҙе һәр саҡ алда була һәм шәхсән үҙе дошмандың 12 һалдатын һәм ике офицерын юҡ итә. Алыш һөҙөмтәһендә С. Е . Авдошкин ротаһы полктың икенсе частәренә әҙерәк юғалтыуҙар менән бер нисә урында Висла йылғаһын аша сығырға мөмкинлек бирә.
Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4595) тапшырылып, өлкән лейтенант Авдошкин Семен Егоровичкә 1944 йылдың 23 сентябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Экспедитор, Стәрлетамаҡ ликер-араҡы заводының янғын-ҡарауыл һағы начальнигы булып эшләй. 1963 йылдың 9 мартында вафат була. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Миҙалдар
Хәтер
үҙгәртергә- Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се мәктәбе биләмәһендә Геройҙың бюсы ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Калуга өлкәһе Козельский районы Волосово-Звягино ауылы
- ↑ Населённые пункты Козельского района (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2009)
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Авдошкин Семён Егорович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Авдошкин Семён Егорович . «Герои страны» сайты.". (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2009)(Тикшерелгән 24 декабрь 2009)
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.