«Башкирпомощь» — 1919 йылдың 6 октябрендә РСФСР Халыҡ Комиссариатының «Аҡтарҙан зыян күргән башҡорттарға ярҙам хәрәкәте тураһында»ғы ҡарары.

Унда аҡтарҙың көс ҡулланыуынан һәм ҡырып-талауынан зыян күнгән башҡортостан халҡының аяныслы хәле тураһында әйтелә. «Башкиропомощь» ғәмәлдә большевиктарҙың Башҡортостандағы позицияһын нығытыуға йүнәлтелә. Улар фекеренсә, бында контрреволюцион ҡараштар көслө була. «Башкирпомощь» башлығы итеп профециональ революционер Артём (Ф. Сергеев) ҡуйыла. Зыян күргән ярлылар комитеттары (компосбед) ойоштороу юлы менән башҡорт ауылдарында синфи көрәш тоҡандырып ебәреү «Башкирпомощь»тың төп бурыстарының береһе була.

1920 йылдың мартында компосбедтар башҡорт ярлылары съезын саҡыра. Унда «Башкирпомощь» эше тураһында отчет тыңланыла. Башревком ағзалары, «Башкирпомощь» эшмәкәрлеген бик ҡаты тәнҡитләп, был ойошманы, башҡорттарға йүнле ярҙам күрһәтелмәйенсә, БАССР учреждениелары һәм ведомстволары эшмәкәрлегенә контроллек итеү органы булып тороуын һәм ауылды ике лагерға бүлергә ынтылыуын билдәләне.

БАССР Советтары 1-се съезы ҡарары менән 1920 йылдың июнендә үҙенең эшен туҡтатты. Уның функциялары республиканың тейешле наркоматтарына тапшырылды.

  • Гумеров Г. Х. «Башкиропомощь» и «Башмомгол» // Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии. — Уфа, 1959
  • Сайранов Х. С. Упрочение Советской власти в Башкирии. — Уфа, 1957
  • Ахметзаки Валиди Тоган. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. книга 1 -ая. — Уфа, 1994
  • Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше.//Өфө, Китап, 1993. — 350 б.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Башкирпомощь // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.