Седельников Тимофей Иванович

Седельников Тимофей Иванович (2 февраль 1876[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1871 йыл, Спасский ауылы, Көньяҡ Урал — 26 май 1930 йыл, Мәскәү) — урыҫ сәйәси эшмәкәре, Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһынының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы. Башҡортостанда ВЦИК-тың тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башревком ағзаһы[2] (1919—1920).

Седельников Тимофей Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1871
Вафат булған көнө 1930
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
 Седельников Тимофей Иванович Викимилектә

Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы депутаты үҙгәртергә

Т. И. Седельников 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы составына Ырымбур губернаһы казактарынан һайлана, Хеҙмәт төркөмөнә ылыға һәм уның иң әүҙем ағзаларының береһе була. Думаның белешмә документтарында ул «киҫкен һул» тип һүрәтләнә[3].

Думала эшләй башлағандан алып Седельников Дала крайы казактары проблемалары һәм илдәге сәйәси хәлдәр буйынса үҙ фекерен әйтә килә. Ул яһалма рәүештә халыҡтан айырылған һәм уға ҡаршы файҙаланған казактарҙы ябыҡ хәрбиләштергән кастаға әйләндереүгә ҡаршы була. Әлеге позиция казактарҙың юғары ҡатламында ризаһыҙлығын тыуҙыра һәм Үрге — Урал станицаһы казактарының йыйылышы ҡарары менән ул казак ҡатламынан сығарыла[3].

1906 йылдың 29 мартында ул Нобель халыҡ йорто эргәһендә булып сыға, бында дума эштәрен тикшереү программаһы буйынса йыйылыш үтә. Рөхсәт ителгән 800 кеше урынына 1500 кеше йыйыла һәм йыйылыш рөхсәт ителмәй. Башҡа ваҡиға шаһиттары менән Седельников полиция ғәмәлдәренә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдерә һәм полицейскийҙар тарафынан туҡмала[3].

1906 йылдың 3 майында Седельников думаны «казактарҙы түҙә алмаҫлыҡ хәрби тәртибенән, уларҙы урыҫ халҡы һәм үҙ дошманы итеүсе ошо ҡот осҡос кешелекһеҙ сафтан азат итергә» саҡыра. Кавказ, Ҡырғыҙстан һәм Себерҙән депутаттар булмауына иғтибарын йүнәлтеп, ул шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлекле мәнфәғәттәренә ишара итә һәм Ҡырғыҙ далаһын хөкүмәттең ғәмәлдәрен ҡот алынғыс тип баһалай, «сөнки хөкүмәт унда сит милләттәр менән эш итә һәм уларҙы Рәсәйҙең башҡа халыҡтары менән бер рәткә ҡуйырға теләй». Ул урыҫ булмағандарҙың ерҙәрен талауҙы туҡтатырға һәм ер мәсьәләһен думаның төп бурысы итеп һанарға тәҡдим итә[4].

4 майҙа Седельников аграр мәсьәләһе буйынса сығыш яһай, ул Дала крайындағы ерҙән ситләштереү эштәрен һүрәтләй һәм крайҙың өс өлкәһендә хәрби хәл индереүе миллион ҡаҙаҡты ерһеҙ ҡалдырған сәйәсәт һөҙөмтәһе тип белдерә[5].

9 майҙа ул Панина йортонда 5 меңлек митингыла сығыш яһай, күренекле кадет М. М. Винавер һүҙҙәре буйынса, телмәрҙә халыҡ азатлығы партияһына ҡаршы бик күп ғәйеп ташлай. Ораторға В. И. Ленин да иғтибар итә[3].

18 майҙа Седельников үлем язаһын тыйыу тураһындағы закон проекты буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша. Думаның аҙаҡҡы көндәре тамамланыуға бара тип билдәләп, ашығыс рәүештә халыҡҡа кәрәкле закон проекттарын ҡабул итергә тәҡдим итә[3].

1906 йылдың майында Хеҙмәт төркөмөнең 38 ағзаһы исеменән вазифалы кешеләрҙең енәйәттәрен тикшереү буйынса комиссия ойоштороу буйынса ғаризаға ҡул ҡуя[3].

28 июндә ул Бассейный урамында меңдән ашыу кеше алдында телмәр тоторға маташа, әммә атлы полиция наряды халыҡты ҡыуа, Седельниковты бер нисә тапҡыр приклад менән һуғалар һәм ҡулға алалар, әммә уның дума ағзаһы икәнен асыҡланғандан һуң, револьверын тартып алалар һәм азат итәләр[3].

Думаны ҡыуғандан һуң үҙгәртергә

Думаны тарҡатҡандан һуң уның 180 депутаты, шул иҫәптән Седельников, 1906 йылдың 9 июлендә Выборгта «Халыҡ вәкилдәренән халыҡҡа» өндәмәһенә ҡул ҡуя. Ҡул ҡуйғандан һуң Седельников ҡулға алыуҙан хәүефләнеп, Гельсингфорсҡа китә[6].

8-9 июлдә Седельников Финляндия Ҡыҙыл гвардияһы съезы эшендә ҡатнаша, съезд Гельсингфорста үтә. 12 июлдә ҡыҙыл гвардия һәм эшселәр тағы Седельников ҡабаттан Ҡыҙыл гвардия һәм эшселәр йыйылышында сығыш яһай һәм хөкүмәткә ҡаршы ҡораллы ихтилалға саҡыра. 18 июлдә ул «Societe» ҡунаҡханаһында үткәрелгән урыҫ ревком ултырышында уның составына инә, шунда уҡ кадеттар съезында ҡатнаша. Выборг өндәмәһе буйынса суд тикшереүенә килмәй һәм хөкөмдән ҡасып йөрөүсе тип иғлан ителә[6].

1906 йылдың көҙөндә Седельников «Ваза» дачаһында Ленин менән осраша, уларҙың һөйләшеүе II дума һайлау кампанияһына ҡағылышлы була[6].

1906 йылдың октябрь айында Седельников, Хеҙмәт төркөмөнең I һәм II съездарының партияһыҙлыҡ принцибын таныу тураһында ҡарары менән риза булмау сәбәпле, Петербургта Халыҡ-хеҙмәт партияһын булдырырға маташа. Көҙ көндәрендә ул Петербург трудовиктар комитетына инә[6].

1907 йылдың 21 июлендә Седельников үҙ ирке менән полицияға килә һәм һаҡ аҫтына алына, ә 24 сентябрҙә өс айға төрмәгә хөкөм ителә, унан һуң Харьковҡа китә[6].

19071911 йылдарҙа Һарытау, Пермь губерналарында Егор Петрович Сухов исеме аҫтында ерҙе файҙаланыу буйынса белгес булып эшләй, урындағы эсерҙар ойошмаһы эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Жандарм идаралығында ул шәхси ерҙе файҙаланыу буйынса белгес Сергей Тихонович Атясов-Атяшев исеме аҫтында иҫәптә тора[6].

1917 йылғы февраль революцияһынан һуң Ырымбур ҡалаһына ҡайта, урындағы меньшевиктар төркөмөнең етәкселәренең береһе була, әлеге төркөм Плехановтың «Берҙәмлек» платформаһында тора. Ырымбур казак ғәскәре Ғәскәри түңәрәгенең һайланған ағзаһы була, түңәрәктең «һул» яғын етәкләй[2]. Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы 1917 йылдың 1 апрелендә 1-се революцион казак түңәрәгенең делегаты итеп һайлана[1]. Седельников «бойондороҡһоҙ ирекле казак гәзитен» булдырыу менән мәшғүл була, Ырымбур казак ғәскәренең үҙбилдәләнеше тураһында Положениены әҙерләүселәрҙең береһе була, Казак демократик партияһын ойоштора, Казак депутаттарының Советын булдыра[1].

1917 йылдың декабрендә — 1918 йылдың ғинуарында Седельников Ырымбур казак ғәскәренең ваҡытлыса советын булдыра, ВЦИК-тың казактар бүлеге ағзаһы (Советтарҙың 5-сы съезынан алып)[2]. Большевиктарға ҡаршы бер нисә ҡаты мәҡәлә менән сығыш яһай: «Левое самодержавие», «Грядущий развал большевизма», «Неизбежность реакции в России, её причины и последствия», «Слепые вожди». Большевик-ҡатындар тарафынан ҡулға алына, ошо уҡ ваҡытта дутовсылар уны казак ҡатламынан сығара. Азат ителгәндән һуң ул Мәскәүгә юл тота[1].

Совет осоронда үҙгәртергә

1918 йылдың декабрендә[1] Седельников большевик булып китә һәм Ленин менән ҡабаттан осраша. 1919 йылдың 2 майынан — армияның Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү үҙәк комиссияһы рәйесе урынбаҫары[2]. Һуңынан, Ленин ҡушыуы буйынса, Башҡортостанда эшләй, 1919—1920 йылдарҙа — Башҡортостанда ВЦИК-тың тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башревком ағзаһы[2]. 1920 йылдың башында — Киров ревкомында[6]. 1920 йылдың октябрендә Эстонияла РСФСР-ҙың вәкиле[2]. 1921 йылдың октябрендә РСФСР-ҙың Игенселек Халыҡ Комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[2]. Шул уҡ ваҡытта Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы комиссариатында эшен башлай[7].

Үҙәк аппараты хеҙмәткәре булараҡ Седельников Рублев баҫым аҫтындағы һыу станцияһы партячейкаһына шефлыҡ итә. Унда уның Мәскәү һыу үткәргесе баш инженеры Владимир Васильевич Ольденборгер (1863—1921) аралары насар була, мөнәсәбәттәр 1921 йылдың яҙында, Моссовет һайлауҙарында станция эшселәре Ольденборгерга өҫтөнлөк биргәндән һуң, айырыуса киҫкенләшә[1]. Баш инженер һыу үткәргес коллегияһынан сығарыла. Седельников Ольденборгер ҡаршы йүнәлтелгән мәҡәлә яҙа. Мәскәү һыу үткәргес эше тикшерелә һәм ыңғай баһалана. Седельников ВЧК-ға «һыу үткәргестә, ҡыҙыл Мәскәү үҙәгендә, контрреволюцион ойошма булыуы» тураһында» донос яҙа[8]. Ошо уҡ ваҡытта властар сит ил ҡаҙандарына заказды үткәрмәйҙәр һәм оло йәштәге инженер үҙ-үҙенә ҡул һала[9].

1922 йылдың февралендә, шулай уҡ Ленин күрһәтмәһе буйынса[1], Крыленко етәкселегендә Юғары трибуналы күрһәтмә процесс үткәлә. Ольденборгерҙы һөсләүҙә ҡатнашҡан партячейка ағзалары — йәмәғәт шелтәгә, Седельников ике йыл төрмәгә хөкөм ителә[1].

1926 йылда Седельников Рабкрин ҡушыуы буйынса, илдәге рационализаторлыҡтың һәм уйлап табыуҙың үҫешен өйрәнә. 1929 йылда ул әлеге темаға «Пути советского изобретательства» китабын яҙа. Седельников «Хеҙмәт» гәзите менән даими хеҙмәттәшлек итә, ошо уҡ темаға бик күп мәҡәләләр яҙа. Уның тарафынан уйлап табыу тураһында яңы закон әҙерләнә[1].

1930 йылдың 26 майында СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы комиссияһының ултырышына машинала китеп барған саҡта йөрәк өйәгенән вафат була[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Владимир Баканов. Миротворец немирного времени. Дата обращения: 30 апрель 2012. Архивировано 1 август 2012 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Седельников Тимофей Иванович. Дата обращения: 25 апрель 2012. Архивировано 1 август 2012 года. 2012 йыл 5 август архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Аманжолова Д. А. На изломе. Алаш в этнополитической истории Казахстана. — Алматы: Издательский дом «Таймас», 2009. — С. 65—68. — 412 с. — ISBN 9965-806-90-X.
  4. Государственная дума. Стенографические отчёты. 1906 г. Сессия 1-я. Созыв 1. — СПб., 1906. — Т. 1. — С. 113—114.
  5. Государственная дума. Стенографические отчёты. 1906 г. Сессия 1-я. Созыв 1. — СПб., 1906. — Т. 1. — С. 204—205.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Аманжолова Д. А. На изломе. Алаш в этнополитической истории Казахстана. — Алматы: Издательский дом «Таймас», 2009. — С. 70—72. — 412 с. — ISBN 9965-806-90-X.
  7. Седельников Тимофей Иванович. Дата обращения: 25 апрель 2012. Архивировано 1 август 2012 года.
  8. Цитата из протокола процесса приведена по Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ. — Т. 1, М.: АСТ — Астрель. 2010. с. 315.
  9. Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ. — Т. 1, М.: АСТ — Астрель. 2010. с. 315.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Белоус С. Г. Тимофей Иванович Седельников // Вопросы истории. — 2017. — № 6. — С. 22—38.

Ҡалып:Депутаты Государственной думы Российской империи от Оренбургской губернии