Гидронимика
Гидрони́мика (бор. грек. ὕδωρ — һыу + ὄνομα — исем) — атамаларҙың килеп сығышын һәм тарихи үҙгәрешен өйрәнүсе топонимика тармағы.
Гидронимдар - йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, шишмәләр һ.б. һыу ятҡылыҡтары исемдәре.
Гидронимдар системаһы оҙон тарихи дәүер дауамында формалаша һәм үҙендә тел белеме, этнография, тарих, география һ.б. өлкәләргә ҡараған мәғлүмәттәрҙе
мәҫәлән:объекттарҙың тәбиғәт һәм хужалыҡ менән бәйле билдәләре, улар янында булған ваҡиғалар, объекттарҙың хужалары тураһында һ.б. туплай.
Төҙөлештәре яғынан гидронимдарҙың күпселеге - ике составлы. Өс, дүрт составлы атамалар ҙа осрай.
Гидронимдарҙың күбеһе «исем+исем» (Минһаҗ бабай чишмәсе) һәм «сифат+исем» (Түгәрәк күл) конструкциялары менән яһала.
Боронғо һәм тотроҡло лингвистик материал булараҡ, гидронимдар тарихи тикшеренүҙәр өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып торалар.
Гидроним төркөмдәре
үҙгәртергәТүбәндәге гидроним төркөмдәрен айырып йөрөтәләр:
- ағым һәм торғон һыуҙар[1] (йылға, шишмә, канал, шарлауыҡ, инеш[2], һаҙлыҡ, күл, быуа, һыуһаҡлағыс, диңгеҙ, океан);
- йылға йырҙаһының өлөштәре [1] (ятыу, зөмбәй, тупһалар, шаршы, өйрөлтмәк, ҡомайыл, йәки ҡомаяҡ, һыу аҫты таштары, утрау, һайлыҡ һ.б);
- акватория өлөштәре [1] (ятыу, ҡултыҡ, боғаҙ);
- һыу (һыу аҫты) объекттары (утрау, ярымутрау, морон, һайлыҡтар, һыу аҫты банктары, риф).
Терминдар
үҙгәртергәСығанаҡ
үҙгәртергә- http://tatarile.org/maglumat/мәкалә/гидронимика(недоступная ссылка)
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Васильев В. Л., Вихрова Н. Н., 2015, С. 88
- ↑ Бичен Ондар. К истории отдельных названий в Туве // «Тувинская правда» — цит. по «tuvaonline» (www.tuvaonline.ru) 14 декабря 2011.
- ↑ Подольская, 1988, с. 46
- ↑ Подольская, 1988, с. 63
- ↑ Подольская, 1988, с. 68
- ↑ Подольская, 1988, с. 105
- ↑ Подольская, 1988, с. 108