Нәби (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Нәби — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәНәби исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, тәңре кешеһе; пәйғәмбәр; илсе тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАхунйәнов Нәби Вәлиәхмәт улы(1903 йыл Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, гвардия лейтенанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[2][3].
Фамилияла
үҙгәртергәНәбиев Вәли Нәби улы (31 ғинуар 1916 йыл — 6 март 2000 йыл) — Хәсән күле буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы(3 апрель 1914 йыл — 25 декабрь 1982 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.
Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы (1941 йыл — ноябрь, 2020 йыл) — Өфө насар күреүселәр йәмғиәте сәнәғәт уҡыу предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары, әүҙем йәмәғәтсе.
Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (23 ғинуар 1952 йыл — 18 сентябрь 2002 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2000) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы(1989).
Ауылдар
үҙгәртергәНәби (рус. Набиево; икенсе атамалары Ҡуян; Байҡаш) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәНәби́ (ғәр. نبي — Пәйғәмбәр, күпл. әнбийә', нәбийун) — Исламда — бәндәләренә дин хөкөмдәре: (вәхи) өйрәтеү өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус ебәрелгән кешеләр [4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Память народа. Ахуньяпов Наби Валиакметович
- ↑ Шаймуратовцы. АХУНЬЯНОВ Наби Валиахметович
- ↑ Ньюби, 2007, с. 210
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |