Мәһәҙей

Бөрйән районындағы ауыл, Башҡортостан

Мәһәҙей (рус. Магадеево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 319 кеше[1]. Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810003.

Ауыл
Мәһәҙей
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°23′11″ с. ш. 57°37′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 003

ОКТМО коды

80 619 410 111

Мәһәҙей (Рәсәй)
Мәһәҙей
Мәһәҙей
Мәһәҙей (Башҡортостан Республикаһы)
Мәһәҙей

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Ағиҙелдең ҡушылдығы Мәмбәтһыпы йылғасығы буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:

Мәмбәт йылғаһы ярында (Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы), 1795 йылда бишенсе ревизия алдынан Мәһәҙей ауылына нигеҙ һалына.

Беренсе күскенсе тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә уның улы (Әхмәр Мәһәҙеев) һәм ейәндәре (Рәхмәтулла, Әбделнасир Әхмәровтар) билдәле. Улына 1834 йылда 83 йәш була.

Ауыл барлыҡҡа килгәндә 45 кеше йәшәгән 7 ихата, 1859 йылда — 97 ир-ат һәм 90 ҡатын-ҡыҙ менән 36 йорт булған.

1842 йылда 24 йортта 95 ат, 58 һыйыр, 30 һарыҡ, 15 кәзә була. Ауылда 1842 йылда 145 кеше йәшәгән. Игенселек булмаған тиерлек: 24 бот ужым ашлығы һәм 232 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуып сығарып, Европа илдәрендә еңеп сығып, уның империяһының баш ҡалаһы Парижды алып, 15-се полк яугирҙәре Әбүтәлип Һырлыбаев, Ишмурҙа Яулыбаев, Әхмәров Абдулғафар һәм Юлбирҙе Баргутов еңеү менән ҡайтаралар.

Баязит Ҡунаҡҡужин 1828 йылда Бессарабияла илдең көньяҡ-көнбайыш сиктәрен һаҡлауҙа хеҙмәт итә[2].

1920 йылда 71 йортта 365 кеше йәшәгән.

1921—1922 йот йылдарында халыҡ ныҡ ҡырыла[3].

Ауыл хәҙер

үҙгәртергә

Мәһәҙей Байназар ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), фельдшер акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Элгеләү» башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. 1900 йылда мәсет теркәлгән. Мәһәҙей эргәһендәге Оло һәм Кесе Бешәке (урыҫ теленән тура тәржемә яһап Әпшәк тип яҙалар) йылғаларында йылға бағырының тәбиғи резерваты — тәбиғәт ҡомартҡыһы[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 365
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 147
1959 йыл 15 ғинуар 169
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 273
2002 йыл 9 октябрь 335
2010 йыл 14 октябрь 319 157 162 49,2 50,8

Башҡорттар йәшәй (2002). Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[5]:

  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Шәкирйән Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Шакирьяна Мухамедьянова)

Ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Ҡорлаҡты йылғаһы, Оролоҡарағай яланы, Алтымөйөш яланы, Ирек ҡотоғо, Арҡа буйҙары тураһында Викидәреслектә….

Элгеләү тауы — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында урынлашҡан тау. Мәһәҙей тирәһендәге иң олпат тауҙарҙың береһе. Бөрйән районының халыҡ фольклор ансамбле «Элгеләү» исемен йөрөтә.[6].

Оло Бешәке (рус. Большой Апшак) Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы йылғаһы. Бағыр балығының тәбиғи резерваты (йәғни тәбиғи байлыҡтар дәүләт тарафынан махсус һаҡлауға алынған урын). Уң ҡушылдығы —Кесе Бәшәке менән бергә Көньяҡ Ҡыраҡа һыртының Оло Бәшәке тауынан (Большой Апшакай, 862 м) диңгеҙ кимәленән 550—600 м бейеклектәге урындан, Мәһәҙей ауылы эргәһендәге Элгеләү тауының артында, Яңыйорт тип аталған ерҙән башланғыс ала[7].

Шәхестәре

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге

үҙгәртергә
№ тәртип буйынса Мәһәҙей ауылынан.

Фамилияһы, исеме, атаһының исеме

Тыуған йылы һуғышҡа киткән йылы Вафат булған йылы
1 Ғәлләмов Заһретдин Ғәлләм улы 1918 1941 1945
2 Ғарифуллин Баязит Тайып улы 1923 1941 1943
3 Ғөбәйҙуллин Әхтәм Фәттәх улы 1908 1941 1942
4 Ғөбәйҙуллин Ғизмитдин Әғзәм улы 1924 1942 1944
5 Ғөбәйҙуллин Харис Әфтәх улы 1913 1941 1944
6 Ғүмәров Ишбулды Рамазан улы 1927 1944 1998
7 Дәүләтшин Нуриәхмәт Дәүләтша улы 1897 1942 1943
8 Дәүләтшин Ырыҫйән Нуриәхмәт улы 1927 1944 2004
9 Дәүләтшин Ғәлимйән Нуриәхмәт улы 1924 1942 1943
10 Дауытов Хәйбрахман Дауыт улы 1911 1941 1943
11 Дәминев Хатап Ғәбит улы 1921 1941 1942
12 Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы 1919 1941 1987
13 Ишемов БИКЙӘН Мөхәмәҙейә улы 1908 1941 1944
14 Ишемов Мостафа Мөхәмәҙейә улы 1921 1941 1941
15 Каҙбулатов Ғәләмбай Билал улы 1921 1941 1943
16 Минһажев Йәмилхан Хөсәйен улы 1915 1941 1941
17 Мөхәмәтғалин Усман Мөхәмәтғәле улы 1907 1941 1944
18 Мөхәмәтйәнов Хәйбрахман Минһаж улы 1914 1941 1991
19 Мөхәмәтйәнов Исхак Минһаж улы 1911 1941
20 Нәҙершин Шөғәйеп Ноғман улы 1911 1941
21 Нәҙершин Әбделҡәйүм Ноғман улы 1918 1941 1941
22 Нәҙершин Вәхит Ноғман улы 1919 1941 1941
23 Суфиянов Ғәҙиәт Касим улы 1910 1941 1942
24 Сәйәхов Ғайса Сәйәх улы 1905 1941 1943
25 Хәсәнов Хәлит Хәсән улы 1898 1942 1943
26 Хәсәнов Мансур Хәсән улы 1905 1941 1989
27 Шаһивәлиев Сәйәхетдин Шаһивәли улы 1921 1941 1948
28 Шәғәлин Дәүләтгәрәй Шәғәле улы 1900 1941 1942
29 Шәғәлин Солтангәрәй Шәғәле улы 1905 1941 1943
30 Шәғәлин Әхмәтгәрәй Дәүләтгәрәй улы 1925 1943 1944
31 Шаһимырҙанов Абдулла Шаһимырҙан улы 1918 1941 1942
32 Шаһимырҙанов Фитрат Шаһидан улы 1915 1941 1986
33 Яҡшыбаев Сәлимйән Якшыбай улы 1919 1941 1941
34 Яҡшыбаев Хәкимйән Яҡшыбай улы 1921 1941 1944
35 Тулыбаев Юлмөхәмәт Султанғәле улы 1917 1941 1942
36 Тулыбаев Юлмөхәмәт Султанғәле улы 1927 1944 1992

Һүрәттәрҙә

үҙгәртергә

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә