Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры

Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы (1919 йыл — 30 ноябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры

Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1919
Тыуған урыны Мәһәҙей, Байназар ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 30 ноябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов БАССР-ҙың Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында 1919 йылда тыуған.

1940 йылдың июль айында Ҡыҙыл Армия сафына алынған, совет-фин һуғышында сержант дәрәжәһендә ҡатнаша. 1940 июлдең 1940 октябренә тиклем телефонист-связист һөнәрен башҡара, 1940 йылдың октябренән 1942 тиклем 717-се полкта уҡсы булып яуҙа ҡатнаша, 1942 йылдың апрель айынан 1944 йылдың июленә тиклем 22 -се сапер полкында, 1944 йылдың июленән 1946 йылдың октябрь айына тиклем 30-сы айырым инженер полкында сапер булып хеҙмәт иткән[1].

Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов һуғыштан 1946 йылда ҡайта. Ул Мәһәҙей ауылында «Октябрь» колхозы рәйесе, бригадир, келәт мөдире һәм оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Нуретдин Ирбулатов ҡатыны Еүәйрә менән 2 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Ейәне Салауат ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай, хәрби хәрәкәттәр ветераны, хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Мәһәҙей ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап, ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды[8]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә