Элгеләү тауы
Элгеләү — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында урынлашҡан тау. Мәһәҙей тирәһендәге иң олпат тауҙарҙың береһе. Бөрйән районының халыҡ фольклор ансамбле «Элгеләү» исемен йөрөтә.[1]
Тасуирлама
үҙгәртергәЭлгеләү тауы бер-нисә тау теҙмәһенән торған ҙур, бейек тау. Тауҙың бейеклеге 800 метр, оҙонлоғо 2,5 км.етә.
Этимологияһы
үҙгәртергәБеренсе вариант — «Элеү» һүҙенән тауҙың атамаһы барлыҡҡа килгән. Икенсе вариант — Элгеләүҙең түбәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәтһәң, уның һырты ырғаҡҡа, элгескә оҡшап та ҡуя. Ә түбәһен аҫтан ҡарағанда, осло ғына элгес кеүек ҡая текәләнә, бейегәйә. Ошо һыртының ырғаҡ кеүек бөгөлөп тороуы йәки түбәһенең ҡапыл текәләнеүе «Элгеләү» атамаһын биреүгә сәбәп булғандыр, тигән фараз йәшәй.[2]
Атаманың тарихы
үҙгәртергәЭлгеләү — Граждандар һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән атама. Әүәл-әүәлдән төрлө һуғыш-талауҙар Мәһәҙей халҡының да теңкәһен генә ҡоротҡан. Ҡаҙаҡ баҫҡынсылары ла, урыҫ байҙары ла, хатта граждандар һуғышы осоронда аҡтары ла, ҡыҙылдары ла, ауылды йыш ҡына талап, мал-тыуарын ҡыуып, кейем-һалым, кәсеп-шөғөл ҡорамалдарын, барлы-юҡлы ҡәҙерле, затлы әйберҙәрен, аҙыҡ-түлеген, йортта һәм хужалыҡта ҡулланылған йыһаздарын, биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен ҡурҡытып йә булмаһа талап алып китә торған булған. Бола ваҡытында халыҡ бик ныҡ яфа сиккән. Ауыл кешеләре үҙҙәрен, әйберҙәрен һаҡлап алып ҡалыу әмәлен тапҡан. Улар төйнәр нәмәләрен төйөнсөктәргә төйнәп, тау башына, уның ҡараңғы үҙәктәренә алып барып йәшергән. Ергә һалһаң, дым тарта, ҡош-ҡорт, сысҡан-фәлән тейә, тип ҡайһыларын ағас ботаҡтарына мендереп элгеләгәндәр. Ауылды яндырыр һәм талар алдынан һәр кем үҙенең кәрәк-яраҡ әйберҙәрен ошо тауға мендереп, ағастарға элеп йәшергән. Ошо ваҡиғаларҙан һуң был тауҙы Элгеләү тауы тип атап йөрөтә башлағандар.[3]
Флораһы
үҙгәртергәЭлгеләү тауы итәгендә күбеһенсә ҡарағай һәм ҡарағас ағастары үҫә. Тауҙың итәгендә халыҡ ер еләге, мәтрүшкә, урманында бөрлөгән, көртмәле, аҡ бәшмәк йыя. Бында Ҡыҙыл китапҡа ингән бик күп үҫемлектәр үҫә. Мәҫәлән, умырзая(зәңгәр), ҡылған, йыуа, артыш һәм башҡалар. Урмандарында йәнлектәрҙән ҡуян, бүре, айыу, тейен йәшәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://burzyanrdk.ru/node/171 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/tarikh-ya-aby-/elgel-tauy/ 2018 йыл 25 март архивланған.
- ↑ http://distolimp.bspu.ru/template/guest/global/page.php?p=t_15