Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәсих (ғәр. المسيح‎ — май һөртөп бағышланған‎; иврит аналогы — Машиах משיח) — исламда: мәсих. Термин Әл-Мәсих әл-Кәҙҙәб ғәр. المسيح الكذاب‎‎‎ (ялған мәсих) һәм Әл-Мәсих әд-Дәжжәл Дәжжәлгә ҡарата ҡулланыла [1]. Ғәрәпсә Әл-Мәсих исеме христиан тигәнде аңлата[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ислам ғалимдары фекеренсә,мәсих һүҙе арамей теле[3] йәки сүриә теленән алынған[4][5] , уларҙа мешиха һүҙе Ҡотҡарыусы исеме сифатында ҡулланылған. Исламға тиклемге осорҙа ғәрәп-христиандар Әбд әл-Мәсих («мәсих ҡоло») исемен йөрөткән[6].

Ғәрәп ликографтары Әл-Мәсих һүҙен тикшереп, ҡушамат сифатында ғәрәп этимологияһын биргәндәр. Иң киң таралған фекер — был һүҙ мәсех, йәғни «һөртөү», «һыйпау», «ҡағылыу», «һылау» тигән һ. б ҡылымдан алынған.[7][4]

Мәрйәм улы Ғайса

үҙгәртергә
 
Ғайса исеме ғәрәп транскрипцияһында: «әл-Мәсихү ‘И́са бнү Мәрйәмә»[8]

Ҡөрьәндә һәм сөннәттә Мөхәммәт Пәйғәмбәр мәсих тип Ғайсапәйғәмбәрҙе билдәләй[9]

Был һүҙ уның исеме алдына ҡуйыла йәки айырым ҡулланыла. Мәсих һүҙе Ҡөрьәндең Мәҙинә сүрәһендә — изге хәбәр тарихында һәм Ғайса пәйғәмбәрҙе илаһлаштырыуҙы кире ҡағыуҙарҙа — әйтелә. Был һүҙ шулай уҡ Ғайсаның икенсе тапҡыр килеүе һәм уның Ҡиәмәт көнөндә ҡатнашыуы, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең үәхиҙәре тураһындағы хикәйәләрҙә ҡулланыла[1].

Дин белгесе Гордон Ньюби былай тип билдәләй: «Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә термин, христианлыҡта һәм йәһүд динендә булған мәғәнәһенән айырмалы рәүештә, Ғайса исеме алдында титул йә эпитет булараҡ ҡуйыла. Исламда был термин Ғайсаға ҡарата ҡулланыла һәм уның пәйғәмбәр булараҡ ҙур ролен билдәләй»[10]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Пиотровский, 1991
  2. Ньюби, 2007
  3. Wensinck, Bosworth, 1991
  4. 4,0 4,1 Jeffery, Arthur. The Foreign Vocabulary of the Qur'An. — Oriental Institute Baroda, 1938. — С. 265—266.
  5. Jongeneel, Jan A. B. Jesus Christ in World History. — Peter Lang, 2009. — С. 128. — ISBN 978-3-631-59688-3.
  6. Horovitz, Josef. Koranische Untersuchungen. — Walter de Gruyter, 1926. — С. 130. Архивированная копия. Дата обращения: 8 май 2018. Архивировано 23 июнь 2011 года. 2011 йыл 23 июнь архивланған.
  7. Robinson, 2003
  8. Әлү Ғимран https://ru.quranacademy.org/quran/3:45-45/kul
  9. Али-заде, 2007
  10. Ньюби, 2007, с. 179
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Пиотровский М. Б. ал-Масих // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 161.