Сүриә теле
Сүриә теле (ܠܫܢܐ ܣܘܪܝܝܐ leššānā Suryāyā) — арам төркөмөнөң үле теле.
Сүриә теле | |
Телдең үҙатамаһы |
ܠܫܢܐ ܣܘܪܝܝܐ |
---|---|
Илдәр |
Левантта, Месопотамияла һөйләш теле, |
Һаҡлыҡ хәле |
үле тел, сүриә яковсы сиркәүендә дин хеҙмәте башҡарғанда ҡулланыла |
Классификация | |
Категория | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
сир 602 |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Беҙҙең эраның I быуатынан Яҡын Көнсығыштың христиан общинаһында әҙәби һәм дини хеҙмәт башҡарыу теле булараҡ файҙаланыла. VIII быуаттың аҙағына һөйләш теле булараҡ ғәрәп теле тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. XIV быуатҡаса әҙәби тел булараҡ ҡулланыла. Мысырҙан Ҡытайға тиклем арауыҡта йәшәгән ҙур күләмле әҙәбиәт ошо телдә яҙылған.
Әлегә тиклем несторсы һәм яковсы сиркәүҙәрҙең дин хеҙмәте башҡарыу теле итеп файҙаланыла. Әлеге замандағы яңы арам телдәре сүриә телен үҫтереүҙән барлыҡҡа килгән. Рус Көнсығышты әйрәнеү әҙәбиәтендә сүриә телен сир теле тип тә йөрөтәләр.
Тарихы
үҙгәртергәСүриә теленең нигеҙендә Эдесса ҡалаһының арам диалекты ята, был ҡала б. э. т. II быуаттан — б. э. III быуатына тиклем мөһим сауҙа һәм сәйәси үҙәк булған. II быуатта сүриә теленә Библия тәржемә ителгәндән алып был тел айырыуса киң таралыу таба һәм камиллаштырыла. «Пешитта» тип аталған был тәржемә сүриә христиандары өсөн ҡануни булып тора.
Бер нисә быуат буйы сүриә теле Урта диңгеҙҙән Фарсияға тиклемге территорияларҙа йәшәгән халыҡтарҙың яҙма теле була. Көнсығыш Рим империяһында ул грек теленән ҡала иң мөһим тел һанала, ә Сәсәниҙәрҙең фарсы дәүләтендә был тел яҙма тел булараҡ ифрат әһәмиәтле була. Сүриә сауҙагәрҙәре был телде алыҫтағы көнсығышҡа, Ҡытай һәм Монголияға тиклем тарата. III—VII быуаттарҙа сүриә телендә әҙәбиәт күп була, нигеҙҙә сиркәү китаптары ошо телдә яҙылған була. Ғәрәп хәлифәлеге барлыҡҡа килгәс, сүриә теле антик грек фәне менән ғәрәп фәне араһында аралашсы ролен башҡара, сөнки башланғыс осорҙарҙа грек авторҙарының әҫәрҙәре ғәрәп теленә төп нөсхәнән түгел, ә сүриә теленән тәржемә ителә.
Әҙәби үҫеше осоронда сүриә теле, сиркәү һәм монастырь даирәләрен иҫәпкә алмағанда, киң таралған һөйләш теле булмай. Ләкин ул ҡайһы бер арам диалекттарына бик яҡын, шунлыҡтан әле лә тере тип һанала ала.
VII быуаттан башлап ғәрәп диалекттары арам, шул иҫәптән сүриә һөйләштәрен ҡыҫырыҡлый бара. Шулай итеп, IX быуат аҙағынан сүриә теле үле телгә әүерелә. X һәм XI быуаттарҙың сүриә сиркәү авторҙары үҙҙәренең хеҙмәттәрен йә ғәрәп теленә тәржемә менән бирә, йә тәүҙән үк ғәрәп телендә яҙып сығара башлай. Ләкин һуңыраҡ та, XIII быуат аҙағына тиклем дә, сүриә телендә яҙылған әҫәрҙәр әҙ булмай әле. Сүриә теле сиркәү даирәләренең теле булып, уға грек теленән тәржемәләр күп эшләнеү уны грек терминдары һәм һүҙҙәре менән байыта. Грек теленең сүриә теленә йоғонтоһо синтаксис һәм фразеологияла ла сағыла, был хатта сүриә телен сүриәләрҙең үҙҙәренә лә аңлауҙы ауырлаштырғылаған.
Сүриә теле нигеҙенә ятҡан Эдесса һөйләше арам диалекттарының көнсығыш төркөмөнә ҡарай. Шулай итеп, сүриә телен дә ошо төркөмгә индерергә кәрәк. Сүриә теле менән йәһүд-арам әҙәбиәте теле араһында ярайһы уҡ күп һанлы айырмалар бар һәм улар лексикаға ла, грамматика менән фонетикаға ла ҡағыла.
Әҙәби сүриә теленең үҙендә көнбайыш, сүриә, һөйләше менән көнсығыш, месопотам, һөйләше йоғонтоһо күренә. Көнбайыш һөйләштең йоғонтоһо — яковсы христиандарҙың, ә көнсығыш һөйләштең йоғонтоһо несторсы христиандарҙың һуҙынҡыларҙы уҡыу ысулдарында сағыла.
Имләһе
үҙгәртергәСүриә имләһе арам имләһенең тармағы булып тора. V быуатҡа тиклем «эстрангело» (ʔesṭrangelå < грек. στρογγύλη ‛түңәрәк’) яҙыуы ҡулланыла. V йылда берҙәм сүриә сиркәүе несторсы һәм яковсы сиркәүҙәргә тарҡалғас, уларҙың һәр береһе графемалар яҙылышы һәм вокализаторҙар файҙаланыу буйынса үҙ вариантын эшләй.
Уңдан һулға табан яҙыла. Сүриә яҙмаһы абугида булып тора, тик тартынҡылар ғына яҙыла, оҙон һуҙынҡылар менән дифтонгылар matres lectionis (уҡыу инәләре) ярҙамында билдәләнә. Һуҙынҡылар вокализатор ҡулланып билдәләнә, вокализатор системалары сүриә яҙмаһының өс төп төрөндә лә бер-береһенән айырылып тора. Бынан тыш, диакритика ярҙамында тартынҡыларҙың сифаты билдәләнә, текстың вокализаторһыҙ вариантында нөктәләр ярҙамында омографтар айырыла.
Урта быуаттарҙа яҙылған 10 меңләп ҡулъяҙма һаҡланған.
Лингвистик тасуирлама
үҙгәртергәФонетика һәм фонология
үҙгәртергәҺуҙынҡылар
үҙгәртергәСүриә һуҙынҡылары оҙонлоғо һәм сифаты буйынса айырыла. Һан йәһәтенән өс төрлө булалар: оҙон, ҡыҫҡа, йәнә берҙән-бер үтә ҡыҫҡа һуҙынҡы өн (шва) бар. Шваны һанамағанда, 6 һуҙынҡы бар, уларҙың һәр береһе оҙон һәм ҡыҫҡа төрҙә йөрөй: /i/, /e/, /ɛ/, /a/, /ɑ/, /o/, /u/. Оҙон һуҙынҡылар /i/ һәм /u/ өндәре менән дифтонгылар барлыҡҡа килтерә. Үҙ сиратында, көнсығыш сүриә диалектында /au/ һәм /ai/ дифтонгылары /o/ менән /e/ хәленә ҡалып ҡыҫҡара.
Башҡа семит телдәрендәге кеүек үк, һуҙынҡылар редукцияға ынтыла: ҡыҫҡа һуҙынҡылар шваға тиклем етеп ҡыҫҡара, ә оҙондары ҡыҫҡа һуҙынҡыға әүерелә.
Тартынҡылар
үҙгәртергәАрам диалекттары өсөн консонантизм хас. Эмфатик тартынҡылар бар. Бегад-кефат ҡағиҙәһе үтәлә: /b/, /g/, /d/, /k/, /p/, /t/ тартынҡылары поствокаль позицияла үҙҙәренә тап килгән спиранта булараҡ ғәмәлләшә.
Лаб. | Дент. | Альвеол. | Пост- альвеол. |
Палат. | Веляр. | Увуляр. | Фаринг. | Глотт. | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
ябай | эмфатик | ябай | ||||||||
Танау өндәре | m | n | ||||||||
Шартлаусандар | Яңғырау | b1 | d3 | ɡ2 | ||||||
Һаңғырау | p5 | t6 | tˤ | k4 | q | ʔ | ||||
Фрикатив өндәр | Яңғырау | (v)1 | (ð)3 | z | (ɣ)2 | ʕ | ||||
Һаңғырау | (f)5 | (θ)6 | sˤ | s | ʃ | (x)4 | ħ | h | ||
Аппроксиманталар | l | j | w | ʕ | ||||||
Дерелдәүсәндәр | r |
- 1 [v] өнө [b] фонемаһының позицион варианты булараҡ сығыш яһай.
- 2 [ɣ] өнө [g] фонемаһының позицион варианты булараҡ сығыш яһай.
- 3 [ð] өнө [d] фонемаһының позицион варианты булараҡ сығыш яһай.
- 4 [x] өнө [k] фонемаһының позицион варианты булараҡ сығыш яһай.
- 5 [f] өнө [p] фонемаһының позицион варианты булараҡ сығыш яһай.
- 6 [θ] өнө [t] фонемаһының позицион варианты булараҡ сығыш яһай.
Библиография
үҙгәртергә- Церетели. К. Г. Сирийский язык. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1979.
- Лёзов С. В. Классический сирийский язык // Языки мира: Семитские языки. Аккадский язык. Северозападносемитские языки. М.:"Academia", 2009.
- Акопян, А. Е. Классический сирийский язык. М.: АСТ-Пресс СКД ООО, 2010.
Грамматикалар:
- Duval R., Traité de grammaire siriaque, Париж, 1881;
- Nestle E., Brevis linguae siriacae grammatica, Карлсруэ, 1881;
- Nestle E., Syrische Grammatik mit Litteratur, Chrestomatie und Glossar, Берлин, 1888 (в серии «Porta linguarum orientalium»);
- Nöldecke Th., Kurzgefasste syrische Grammatik, Лейпциг, 1898;
- Brockelmann C., Syrische Grammatik mit Litteratur, Chrestomatie und Glossar, Берлин, 1905 («Porta linguarum orientalium»), 2-е издание, Берлин, 1925;
- Gismondi H., Linguae syriacae grammatica et chrestomatia cum glossario, Бейрут, 1900;
- Ungnad A., Syrische Grammatik mit Übungsbuch, в серии «Clavis linguarum semiticarum», 1932, № 7.
Һүҙлектәр:
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.