Хөрәсән

Көнсығыш Ирандағы тарихи өлкә
(Хорасан битенән йүнәлтелде)

Хөрәсән (Хөрәсән; фарс. خراسان — Xorâsân — ҡояш сыҡҡан яҡ) — Көнсығыш Ирандағы тарихи өлкә. «Хөрәсән» атамаһы Сәсәниҙәр заманынан уҡ билдәле. Хөрәсән донъяға зәғферән һәм барбарис етештереүсе булараҡ танылған[1], был үҫемлектәр өлкәнең көньяғында үҫә (йылына 170 тоннанан ашыу). Хөрәсән шулай уҡ келәмдәре һәм Фирҙәүсиҙең, Ғүмәр Хәйәмдең, Имам Ризаның төрбәләре менән билдәле.

Иран останындағы Хөрәсән.
Иран останындағы Хөрәсән.

Административ бүленеше

үҙгәртергә

2004 йылдың  29 сентябрендә өс провинцияға бүленгәнгә тиклем Хөрәсән Ирандың иң ҙур провинцияһы була.  Парламант (2004 йылдың 18 майы) һәм Опекундар Советы 2004 йылдың 29 майы) тарафынан раҫланған провинциялар: 

  • Төньяҡ Хөрәсән, үҙәге: Божнурд, башҡа округтары: Ширван, Жажарм, Мейнх һәм Самлаган, Эсфарәйен.
  • Көньяҡ Хөрәсән, үҙәге: Биржәнд, башҡа округтары: Сараян, Нахбандан, Сарбишех
  • Хөрәсән Рәзәви, үҙәге: Мәшһәд, башҡа округтары: Гоучан, Даргаз, Ченаран, Сарахс, Фариман, Торбате-Жам, Тәйбад, Фердоус, Гәйен, Хаф һәм  Раштхар, Кашмар, Бардаскан, Нишапур, Сабзевар, Гонабад, Калат, Бошруех һәм Хәлил Абад.

Хөрәсәндың тарихы

үҙгәртергә

Оло Хөрәсән бөгөнгө көндә Иранға, Тажикстанға, Афғанстанға, Үзбәкстанға, Төркмәнстанға ҡараған биләмәләрҙе үҙ эсенә алған. Фарсияның ҡайһы бер төп ҡалалары Оло Хөрәсәнда урынлашҡан булған: Нишапур (хәҙер Иранда), Мерв, Санджан (әле Төркмәнстанда), Герат. Оҙон тарихлы Хөрәсән күп баҫҡынсылар һәм империялар ҡулында булған: гректар, төркиҙәр, ғәрәптәр, үзбәктәр, сәлжүктәр, монголдар, сәфәүиҙәр һ. б.

XIVXV быуаттарҙа Хөрәсән мөһим фән һәм сәнғәт үҙәге була. Бында  (башлыса Герат ҡалаһында) шағирҙар Лотфи, Жәми,  Алишер Навои, Фиғәни Баба, Хөсәйен Байҡара солтан (Хөсәйни псевдонимы аҫтында яҙышҡан), рәссам Беһзад ижад иткән.

Этник төркөмдәр

үҙгәртергә

Был өлкәлә фарсылар — төп этник төркөм, әммә ҡатмарлы тарихлы Хөрәсән этник яҡтан сыбар, уның төньяҡ-көнбайышында — төркмәндәр,  Хөрәсән төркиҙәре, Боджнурд менән Качанда — ҡурдтар; көнсығышында —тәймуриҙар һәм жәмшиҙәр (дүрт аймаҡ берләшмәһенә ингәндәр), көньяҡ-көнбайышта  — хеидаристар; көньяҡ-көнсығышта — бәлүждәр. Һуңғы йылдарҙа Афғанстандан ҡасаҡтар килеүе арҡаһында афғандар байтаҡ. Шулай уҡ Хөрәсән ғәрәптәре,  сиғандар һәм йәһүдтәр осрай. Хөрәсәндағы телдәр: төрки Хөрәсәни,  фарсы һәм ҡурд.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә