Хубилай (монголса Хубилай хан; ҡытайса 忽必烈,1215-1294) — Монгол империяһының ханы (1260—1271), Юань дәүләтенә нигеҙ һалыусы, Юань династияһынан Ҡытайҙың беренсе императоры.

Хубилай
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist.
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ Юань
Храмовое имя 世祖
Посмертное имя ᠰᠡᠴᠡᠨ ᠬᠠᠭᠠᠠᠨ, Сэцэн хаан һәм 聖德神功文武皇帝[2]
Тыуған көнө 23 сентябрь 1215[4][5][6]
Тыуған урыны Монгол империяһы
Вафат булған көнө 18 февраль 1294[4][5][6] (78 йәш)
Вафат булған урыны Ханбалык[d], Юань[7]
Ерләнгән урыны Бурхан-Халдун[d]
Атаһы Толуй[d][2]
Әсәһе Сорхахтани[d]
Бер туғандары Думуган[d], Есубухуа[d], Мунке[d], Хүләгү, Xuebietai[d], Суйгеду[d], Моге[d], Бочуо[d], Худуду[d] һәм Ариг-Буга[d]
Хәләл ефете Tëgülun[d], Чаби[d], Намбуй хатан[d], Talahai khatun[d], Nuhan[d], Баяуджин-хатун[d], Khökhlun Khatan[d], Qoruchin Khatun[d] һәм Sugedasi[d]
Балалары Дорджи[d], Чинким[d][2], Мангала[d][2], Номуган[d][2], Khökhechi[d][2], Аячи[d][2], Auruyvci[d][2], Kuokuochu[d][2], Тогон (сын Хубилая)[d][2], Hutulu Temür[d][2], Темечи[d], Чжуан Муван Хоу[d][2], Yuelie[d][2], Wuluzhen[d][2], Yuelun[d][2], Wanze[d], Nangjiazhen[d][2], Коридай[d][8], Asudai[d][2], Bantu[d][2], Boyalun[d][2], Ширеки[d][2] һәм Shilin[d][2]
Нәҫеле Борджигин[d]
Сығышы Daxing County[d][2]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы Император Китая[d]
Хәрби звание армия генералы[d]
Девиз правления Zhongtong era[d] һәм Zhiyuan[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Хубилай Викимилектә
Хубилай нигеҙ һалған Юань династияһына буйһонған ерҙәр

Марко Поло китаптарында Кублай-хан исеме аҫтында телгә алына.

Хубилай — Сыңғыҙхандың ейәне, Толай һәм ҡараит батшаһы Сорхахтани-бикә улы, Мәңге, Хулагу, Арығ-Буғаның бер туғаны.

 
Йәйге һарай, легенда буйынса Хубилай бында шиғырҙар яҙған, Пекин

1251 йылда ағаһы Мәңге бөйөк хан тәхетенә ултырғандан һуң, Хубилайға Төньяҡ Ҡытайҙа баҫып алынған барлыҡ ерҙәрҙе бирә.

1253 йылда бөйөк хан Мәңге Хубилайға Көньяҡ Ҡытайҙағы Сун династияһына ҡаршы һуғыш ойошоторорға ҡуша.

1253 йылда Хубилай етәкләгән ғәскәр Хуанхэ йылғаһы аша сығып, Шәнси һәм Сичуан виләйәттәренә һөжүм итә, һуңыраҡ Юньнань вилайәтендәге Дали батшалығын яулап ала.

Хубилай Ҡытайҙа Каин — Шанду (Үрге баш ҡала) ҡалаһына нигеҙ һала.

1258 йылда Мәңге етәкләгән ғәскәр Сун империяһына ҡаршы яңы һөжүм башлай. Хубилай был һуғышта Янцзы буйына яу менән бара.

1259 йылда Хубилай Сичуан ҡалаһын ҡамап алғанда, бөйөк хан Мәгенең һәм вафаты Арығ-Буғаның тәхеткә ултырырға тырышыуы тураһында хәбәр ала. Һөҙөмтәлә, Хубилай Сун көстәре менән солох килешеүенә ҡул ҡуя һәм Ҡараҡоромға бара.

Граждандар һуғышы

үҙгәртергә

1260 йылда Кайпин ҡалаһында ашығыш рәүештә йыйылған ҡоролтайҙа Хубилай бөйөк хан итеп иғлан ителә, ә бер айҙан һуң Ҡараҡоромда Арығ-Буға бөйөк хан дәрәжәһенә күтәрелә.

Ары-Буға яғында Алтын Урҙа ханы Бәркә (Жуси нәҫеле), Алғы (Сағатай нәҫеле) һәм Мәңге нәҫеленән башҡа вәкилдәр, Хубилай яғында — Хулагу булған.

1260—1264 йылдарҙа ике бер туған араһында хакимлыҡ өсөн көрәш бара.

1260 йылда Хубилай Монгол империяһының башҡалаһын Ҡараҡоромдан Ханбалыҡ (һуңыраҡ Пекин исеме бирелә) ҡалаһына күсерә.

1260 йылда Хубилай Ҡараҡоромға яу аса, 1261 йылда Арығ-Буға ғәскәрен еңә һәм бөтә Монголияны үҙ хакимлығына ала.

Арығ-Буға әсирлеккә бирелә һәм 1266 йылда төрмәлә вафат була.

Көньяҡ Ҡытайҙы яулау

үҙгәртергә

1267—1273 йылдарҙа Хубилай Хубэй виләйәтендәге Санья замогын ҡамалышҡа алып, буйһондора.

1273 йылда Хубилай Баянды ғәскәр башлығы итеп билдәләй.

1275 йылда Баян етәкләгән ғәскәр Янцзы йылғаһы аша сығып, үҙәндәге Ханьяндан Нанкинға тиклем бар ҡалаларҙы яулап ала.

1276 йылда Сун империяһының баш ҡалаһы Ханчжоу ҡалаһы ҡолатыла, император мисәте Хубилайға тапшырыла.

1279 йылда Кантон шәһәрен баҫып алып, Хубилай бөтә Сун империяһын яулай. Һуңғы Сун императоры Чжао Бин Ямынь диңгеҙ бәрелешендә һәләк була.

Хубилай Ҡытайҙағы яңы династияға Юань исемен бирә.

Һуңыраҡ ул Бирма, Камбоджа, Корея илдәрен үҙ хакимлығына буйһондора, ләкин Японияға һәм Вьетнамға ҡаршы һөжүме уңышһыҙ тамамлана.

1291 йылда Хубилай бөтә империяны 12 виләйәткә бүлә.

Дини ҡараштары

үҙгәртергә

Хубилай дин иреген таный, уның һарайында христиандар, мосолмандар, буддисттар хеҙмәт иткән. Бигерәк тә ул буддизмды яҡлаған.

Хубилай шиғырҙар яҙған. Ҡытай тарихына Ши-цзу (始祖 — династияға нигеҙ һалыусы) исеме менән ингән.

2006 йылда Монголияның баш ҡалаһы Улан-Батор ҡалаһында Хөкүмәт һарайы алдында Хубилайға һәйкәл асыла. Элегрәк унда Сыңғыҙхан, Үгәдәй һәйкәлдәре ҡуйылған була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Мэн Джон. Хубилай: От Ксанаду до сверхдержавы. — М.—Владимир, 2008. — ISBN 978-5-17-050702-3.
  • Россаби Моррис. Золотой век империи монголов. — СПб., 2008. — 480 с. — ISBN 978-5-8071-0326-0.
  • Кадырбаев А. Ш. Хубилай-хан — завоеватель или объединитель Китая? // Общество и государство в Китае: XXXIX научная конференция. — М.: Изд. фирма «Восточная литература», 2009. — С. 56—75.
  • Хафизов Г. Распад Монгольской империи и образование улуса Джучи.
  • Б. Сумъяабаатар. Хубилай Их Хааны үеийн Монгол — Солoнгoсын харилцаа (= Отношения между Монголией и Корией во время власти великого Хубилай хана), (монг.), Улаанбаатар/Монголия, 2015. — 439 с. — ISBN 978-99973-3-025-3
  • Grousset, René. The Empire of the Steppes: A History of Central Asia (инг.). — Rutgers University Press, 1970. — ISBN 978-0-8135-1304-1.
  • Man, John (инг.)баш. Kublai Khan: The Mongol King Who Remade China (инг.). — L.; N. Y.: Bantam Press (инг.)баш., 2007. — ISBN 978-0-553-81718-8.
  • Weatherford, Jack. Genghis Khan and the Making of the Modern World (инг.). — N. Y.: Crown/Archetype (инг.)баш., 2004. — ISBN 978-0-307-23781-1.