Сун империяһы
Сун империяһы (ҡыт. ябайл. 宋朝, пиньин: Sòng Cháo, палл.: Сун чао) — Ҡытайҙа 960 йылдан 1279 йылғаса йәшәп килгән дәүләт. Идара (етәкселек) итеүсе династия — Чжао (趙), хакимлек ҡылған зат-тоҡом фамилияһы буйынса.
Сун империяһы | |
宋朝 | |
960 — 1279
| |
---|---|
Баш ҡала |
Кайфэн (Баньлян) (1 млн. кеше), Ханчжоу (Линьань) (800 мең кеше) |
Телдәр | |
Дин | |
Халҡы |
100 млн. кеше |
Идара итеү формаһы | |
Династия |
Чжао (趙) |
Сун империяһы Викимилектә | |
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | |||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Сун
|
Төньяҡ Сун
| ||
Көнбайыш Ся
|
Көньяҡ Сун
| ||
Империяға нигеҙ һалыу 907 йылда Тан династияһы (唐朝) ҡолатылғандан һуң Ҡытайҙа хөкөм һөргән бүленгәнлек, ваҡланғанлыҡ һәм тарҡаулыҡты туҡтата. Империяның барлыҡҡа килгәнгә тиклем ил Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүерен (五代十国) үткәрә. Династия тарихында 1127 йыл һынылыш осоро булып һанала. Чжурчжэндәр ҡәбиләләре дәүләте Цзинь ғәскәре Сун империяһының баш ҡалаһы Кайфэнды (Баньлянды) баҫып ала. Император ғаиләһе яҡындары һәм ҡуштандары менән Маньчжурияға тотҡонлоҡҡа ҡыуып алып кителә, әммә тәхеттән ҡолатылған монархтың бер улына көньяҡҡа, хәҙерге тарихи өлкә булып һаналған Цзяннань өлкәһенә ҡасырға мөмкинлек тыуа. Ул баш ҡаланы Ханчжоуға (Линьань) күсерә, ә уның ғәскәр башлығы Юэ Фэй (аҙаҡтан Ҡытайҙың милли батыры) чжурчжэндәрҙең көньяҡҡа артабан хәрәкәт итеүен туҡтата. Шунан сығып Сун империяһының тарихы баш ҡаланың күсерелеүе менән бәйле «Төньяҡ осор» (баш ҡала күскәнсе) һәм «Көньяҡ осор» (баш ҡала күсерелгәндән һуң) тигән ике дәүергә бүленеп йөрөтөлә.
Иҡтисады
үҙгәртергәСауҙаның һәм һөнәрселектең әүҙем үҫеше, Көньяҡ Азиянан дөгөнөңяңы сорттарын индереү халыҡ һанының йылдам артыуына килтерә: Сун династияһы хакимлек итә башлаған саҡта империяла 60 миллион кеше йәшәһә, Сун дәүеренең икенсе яртыһы осорона бында көн итеүселәрҙең нисбәте 100 миллионға етә.
Сун династияһы хакимлек иткән осорҙа илдә иҫәпләшеү өсөн банкнот ҡулланыла башлай һәм ҡытай һыу транспортының һәм диңгеҙҙә йөҙөү даирәһенең бығаса күрелмәгәнсә үҫеше күҙәтелә. Төньяҡ тарафтарҙан даими һағалап торған һуғыш һәм баҫҡынсылыҡ ҡурҡынысы үҙ сиратында оборона комплексының тейешле кимәлгә күтәрелеүенә һәм технологик алға барышҡа алып килә. Шуға ла Кайфән ҡалаһындағы металлургия тармағының ныҡлы күтәрелеше һәм дарыны хәрби маҡсаттарҙа ҡулланыу бик тә нигеҙле рәүештә ошо осорға ҡараған техник ҡаҙаныш булып һанала.
Фән һәм мәҙәниәт
үҙгәртергәИжтимағи тормошта, хужалыҡта, көнкүрештә һәм иҡтисадта урынлашҡан, үҙ сиратында Тан династияһы империяһы дәүерендә хөкөм һөргән хәрби-феодаль системанан тамырынан айырылып торған яңы иҡтисади тәртип һәм ҡоролош шарттарында Сун империяһы бығаса беленмәгән интеллектуаль күтәрелеш кисерә, - ул күп яҡтан Һуғышыусы батшалыҡтар осорондағы «Йөҙ мәктәп» үҫеше менән тап килә. Баҫма пресс барлыҡҡа килеү арҡаһында фәнни һәм нәфис әҙәбиәт күп һәм әүҙем таралыш ала. Күп яҡлы талант эйәһе һәм киң билдәле ғалим Шэнь Ко эшмәкәрлеге нәҡ ошо Сун династияһы хакимлеге осрона тура килә. Нәҡ был ваҡытта шулай уҡ рәссамдар Ма Юань (кит. трад. 馬遠, упр. 马远, пиньинь: Mǎ Yuàn), 1160—1225) һәм Ся Гуй (кит. 夏圭, ок.1195-1224) уңышлы ижад итә. Хайуандарҙы һүрәтләүҙә уларҙың һөнәрҙәше И Юаньцзи́ (кит. упр. 易元吉, пиньинь: Yi Yuanji;) (около 1000 — около 1064) юғары оҫталыҡҡа ирешә. Философтар Чэн И (кит. упр. 程颐, пиньинь: Chéng Yí) (1033 — 1107) менән Чжу Си (кит. упр. 朱熹, пиньинь: Zhū Xī, тж. шулай уҡ Чжу Юаньхуэй, Чжу Чжунхуэй һәм Чжу Хуэйань исемдәре менән дә билдәле; 1130—1200) конфуцианлыҡ тәғлимәтен неоконфуцианлыҡ тип үҙгәртеп сығыш яһай. Династия кризис кисергән йылдарҙа үҙенсәлекле социаль аҡыл эйәһе Дэн Му йәшәп, ижад итә.
Көньяҡ Сундың Цзинь дәүләтенә ҡаршы көрәше
үҙгәртергә1141 йылда төҙөлгән тыныслыҡ килешеүенә ҡарамаҫтан, Цзинь империяһы бөтөн Ҡытай ерҙәрен яулау өмөтөн юғалтмай, ә Сун династияһы үҙ сиратында еңелгән өсөн үс алыу тураһында хыяллана. 1161 йылда Цзинь хакимы Хайлин-ван 300 меңлек армия туплай һәм Сун биләмәләренә баҫып инә. Ҡытайҙар ут бөрккөс ҡоралдары ярҙамында Цзинь флотын яндыра. Чжурчжэндарҙың ҡоро ерҙәге ғәскәре лә еңелеүгә дусар була. 1208 йылда һуғыш ҡабаттан башлана, сундар бер нисә алышта еңелгәндән һуң солох төҙөрү тәҡдиме яһарға мәжбүр була. 1217 йылда Цзинь яугирҙары Сун биләмәләренә тағы һөжүм итә, күп ҡалаларҙы ала, әммә талантлы хәрби етәксе Чэнь Гуй етәкселегендә оборона тотҡан Дэань ҡәлғәһендә туҡтап ҡала. Яуап итеп ҡытайҙар көньяҡтағы Шаньдун ҡалаһын баҫып ала. 1234 йылда Сун һуғышсылары Кайфэн ҡалаһын ҡамай. Цзин империяһы тулыһынса еңелә, ә Сун империяһы һуғышсан һәм рәхимһеҙ монголдар менән күҙгә-күҙ тороп ҡала.
Монголдарҙың баҫып инеүе
үҙгәртергәМонголдар менән тәүге низағтар 1230-сы йылдарҙа теркәлә, әммә хәл иткес хәрәкәттәр 1258 йылда башлана — Мунке (Мункэ) хан ҙур һөжүм башлай. Ҡытай армияһы тар-мар ителә, әммә күп кенә ҡалалар ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам итә. 1259 йылда Мункэ вафат була, һәм монголдар кире сигенә. Артабан Мункэнең вәриҫе Хубилай Сун империяһын баҫып алыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуя. 1267 йылда ул хәрби походын башлай, әммә уның армияһын Сянъян менән Фаньчэн ҡалаларын батырҙарса обороналаусылар туҡтата, бындағы һуғыштар биш йылға һуҙыла. 1275 йылда Сун армияһы Динцзячжоу ҡалаһы янында тулы еңелеүгә дусар була, икенсе йылына шулай уҡ Линьань баҫып алына. 1279 году сун флотының ҡалған көстәре Яйшан эргәһендә юҡ ителә, һәм 1280 йылға барлыҡ Ҡытайҙы Юань династияһы баҫып ала.
Сун дәүләте императорҙары
үҙгәртергәҺарайҙағы исеме | Үлгәндән һуң бирелгән исеме | Тыуғанда бирелгән исеме | Йәшәгән дәүере |
Хакимлыҡ итеү дәүере |
Хакимлыҡ итеү девизы һәм дәүере |
---|---|---|---|---|---|
Тарих йәһәтенән йышыраҡ ҡулланылған форма 宋帝昺 (Сун) + һарайҙағы исеме йә үлгәндән һуң бирелгән исеме. | |||||
Сун төньяҡ (960—1127) | |||||
Тай-цзу 太祖 Tàizǔ |
Да Сяо-хуанди 大孝皇帝 Dàxiàohuángdì |
Чжао Куанъинь 趙匡胤 Zhào Kuāngyìn |
927—976 | 960—976 | |
Тай-цзун 太宗 Tàizōng |
Гуан Сяо-хуанди 廣孝皇帝 Guǎngxiàohuángdì |
Чжао Куанъи 趙匡義 Zhào Kuāngyì или Чжао Гуанъи 趙光義 Zhào Guāngyì |
939—997 | 976—997 | |
Чжэнь-цзун 真宗 Zhēnzōng |
Юань Сяо-хуанди 元孝皇帝 Yuánxiàohuángdì |
Чжао Хэн 趙恆 Zhào Héng |
968—1022 | 997—1022 | |
Жэнь-цзун 仁宗 Rénzōng |
Мин Сяо-хуанди 明孝皇帝 Míngxiàohuángdì |
Чжао Чжэнь 趙禎 Zhào Zhēn |
1010—1063 | 1022—1063 | |
Ин-цзун 英宗 Yīngzōng |
Сюань Сяо-хуанди 宣孝皇帝 Xuānxiàohuángdì |
Чжао Шу 趙曙 Zhào Shù |
1032—1067 | 1063—1067 | |
Шэнь-цзун 神宗 Shénzōng |
Шэн Сяо-хуанди 聖孝皇帝 Shèngxiàohuángdì |
Чжао Сюй 趙頊 Zhào Xū |
1048—1085 | 1067—1085 | |
Чжэ-цзун 哲宗 Zhézōng |
Чжао Сяо-хуанди 昭孝皇帝 Zhāoxiàohuángdì |
Чжао Сюй 趙煦 Zhào Xǔ |
1077—1100 | 1085—1100 | |
Хуэй-цзун 徽宗 Huīzōng |
Сянь Сяо-хуанди 顯孝皇帝 Xiǎnxiàohuángdì |
Чжао Цзи 趙佶 Zhào Jí |
1082—1135 | 1100—1125 | |
Цинь-цзун 欽宗 Qīnzōng |
Жэнь Сяо-хуанди 仁孝皇帝 Rénxiàohuángdì |
Чжао Хуань 趙桓 Zhào Huán |
1100—1161 | 1125—1127 | |
Көньяҡ Сун (1127—1279) | |||||
Гао-цзун 高宗 Gāozōng |
Сянь Сяо-хуанди 憲孝皇帝 Xiànxiàohuángdì |
Чжао Гоу 趙構 Zhào Gòu |
1107—1187 | 1127—1162 | |
Сяо-цзун 孝宗 Xiàozōng |
Чэн Сяо-хуанди 成孝皇帝 Chéngxiàohuángdì |
Чжао Шэнь 趙昚 Zhào Shèn |
1127—1194 | 1162—1189 | |
Гуан-цзун 光宗 Guāngzōng |
Цы Сяо-хуанди 慈孝皇帝 Cíxiàohuángdì |
Чжао Дунь 趙惇 Zhào Dūn |
—1200 | 1189—1194 | |
Нин-цзун 寧宗 Níngzōng |
Гун Сяо-хуанди 恭孝皇帝 Gōngxiàohuángdì |
Чжао Ко 趙擴 Zháo Kuó |
1168—1224 | 1194—1224 | |
Ли-цзун 理宗 Lǐzōng |
Ань Сяо-хуанди 安孝皇帝 Ānxiàohuángdì |
Чжао Юнь 趙昀 Zhào Yún |
1205—1264 | 1224—1264 | |
Ду-цзун 度宗 Dùzōng |
Цзин Сяо-хуанди 景孝皇帝 Jǐngxiàohuángdì |
Чжао Ци 趙祺 Zhào Qí |
1240—1274 | 1264—1274 | |
Гун-цзун 恭宗 Gōngzōng |
Сяо Гун-хуанди 孝恭皇帝 Xiàogōnghuángdì |
Чжао Сянь 趙顯 Zhào Xiǎn |
1271—1323 | 1274—1276 | |
Дуань-цзун 端宗 Duānzōng |
Минь Сяо-хуанди 愍孝皇帝 Mǐnxiàohuángdì |
Чжао Ши 趙昰 Zhào Shì |
1269—1278 | 1276—1278 | |
Чжао Бин 趙昺 Zhào Bǐng |
1271—1279 | 1278—1279 |
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Воробьев М.В. Чжурчжэни и государство Цзинь (Х – 1234 г.) - М. : Наука, 1975.
- «История Востока» (в 6 т.). Т.II «Восток в средние века», — Москва, издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2002. ISBN 5-02-017711-3
- Гончаров С.Н. Китайская средневековая дипломатия: отношения между империями Цзинь и Сун 1127-1142 гг. – М. : Наука, 1986.
- Кожанов С.Т. Начальный период войны между империями Сун и Цзинь (1125-1127 гг.) // Дальний Восток и соседние территории в средние века. История и культура востока Азии. / Наука. Новосибирск, 1990. - С. 39–48.
- Морис Россаби «Золотой век империи монголов», — СПб.: «Евразия», 2009. ISBN 978-5-8071-0335-2
- Р. П. Храпачевский «Военная держава Чингисхана», — Москва: «Издательство АСТ», 2005. ISBN 5-17-027916-7