«Коноик» Хархорин территорияһында Ҡараҡором (монг. Хархорин, урта быуатта Ҡара Хорум (монг. Хар Хорум).

Ҡараҡором
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist.
Нигеҙләү датаһы 1220
Рәсем
Рәсми атамаһы Хархорин
Рәсми тел Монгол теле
Дәүләт  Монголия
Административ үҙәге Монгол империяһы
Административ-территориаль берәмек Уверхангай[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+7:00[d]
Халыҡ һаны 9439 кеше (2015)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1471 метр
Майҙан 2072 км²
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1220
Карта
 Ҡараҡором Викимилектә

Ҡараҡором фонтаны «Көмөш ағас» (Улан-Батор янындағы ҡунаҡхана территорияһында заманса реконструкция)
Ҡараҡоромда Юань династияһының таш гөбөргәйеле

1220—1260 йылдарҙа Монгол империяһының баш ҡалаһы. Хәҙерге ваҡытта — ҡала, Монголияның Уверхангай аймағының Хархорин (сомоны) административ берәмегенең үҙәге. Атамаһы тирә яҡтағы «Ҡараҡором» тауҙарының монгол топонимына ҡайтып ҡала (монг. хар хүрэм һүҙмә-һүҙ «вулкандың ҡара таштары»)[2]

Монголия тарихы музейында (Улан-Батор) Боронғо Ҡараҡором моделе
Ҡараҡором килеләре

Төҙөләшө тарихы

үҙгәртергә

Тарих башы

үҙгәртергә

Борон замандан алып буласаҡ ҡала тирә-яғында эҙмә-эҙлекле хунну, төрөк халыҡтары, найман һәм кереиттар урынлаша[3].

Нигеҙ һалыныуы

үҙгәртергә

Ҡалаға нигеҙ һалыныу датаһы булып, Сыңғыҙ-хандың ставкаһы Орхон ярына күсерелгән осор, 1220 йыл һанала. Хандың резиденцияһы, күрәһең, Малахитэ тауы янында, Тахай-балгас ҡаласығында урынлаша, унда XII быуатта кереит ханының ставкаһы урынлаша. В. В. Бартольд, ҡалаға 1229 йылда Үгеҙәй нигеҙ һала һәм башта Ордубалыҡ тип атала, тип иҫәпләй[4]. Төҙөлөш Үгәҙәй тәхеткә ултырғандан һуң башлана (1229), кәңәшселәре уны баш ҡаланың кәрәклеге тураһында күндерә. Уның идара итеү ваҡытында Ҡараҡором — монгол дәүләте үҙәге тип күҙ алдына килтерелә. Үгеҙәй һарай төҙөй, уны «Ун мең йыл хозур тормош һарайы» (монг. Түмэн амгалант; ҡыт. трад. 万年宫, палл.: Ваньнянгун) тип атай. Кесе сыңғыҙиҙарға шулай уҡ берәр һарай төҙөргә ҡушыла. 1234 йылда һарайҙар ҙа, шулай уҡ ҡорал яһаусы оҫталарҙың кварталдары Тахай-балгастан ситтә ҡәлғә диуарҙары менән уратып алына. Ҡараҡором төп лагерь була, унда хәрби поход ваҡыттарында хан үҙ ғаиләһен ҡалдыра, шулай уҡ ул ҡорал етештереү һәм ғәскәрҙәрҙе йыһазландырыу урыны була.

Сәйәси әһәмиәте

үҙгәртергә

Үгәҙәй, Гуюк һәм Мүнкә хандар ваҡытында яҡын һәм алыҫ илдәрҙән батшалар, шул иҫәптән рус кенәздәре буйһоноу һәм хөрмәтләү билдәһенә Ҡараҡоромға килә; бында миллионлаған халыҡтың яҙмышын емергән яңы хәрби походтар тураһында мәсьәләләр хәл ителә; был урынға йоғонто яһауға өмөт итеп мосолман, будда, христиан һәм башҡа конфессия эимссарҙары ынтыла. Ҡараҡором тураһында мәғлүмәттәр ҡытай яҙмаларында һәм XIII быуаттың Европа сәйәхәтселәре Плано Карпини, Марко Поло, де Рубрук яҙмаларында бар.

Планлаштырыу һәм халҡы

үҙгәртергә

Ҡала бер-береһенән айырым торған бер нисә кварталдан тора, уларҙа һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр һәм бөтә донъянан килгән илселәр йәшәй. Унда төрлө раса һәм төрлө дин тотҡан кешеләр йәшәй. Христиан сиркәүҙәре янында сәйәхәтселәр күп һанлы мосолман мәсеттәрен һәм будда ғибәҙәтханаларын күрә. Ҡалала барыһы 12 культ ҡоролмаһы урынлашҡан, иң ҙуры булып будда ғибәҙәтханаһы тора, ул 30 метр бейеклектәге сатыр формаһында төҙөлгән. Ҡала стеналарынан көнсығышҡа ҡарай каналдар менән һуғарылған һөрөнтө ерҙәр урынлашҡан[3].

Бөлгөнлөккә төшөүе

үҙгәртергә

Хубилай (1260) тәхеткә ултырыу менән империя баш ҡалаһы ул төҙөгән Кайпинға (Шанду булған), шунан — Пекинға күсерелә (1264), һәм 1267 йылда иҫке Пекин ҡалаһынан төньяҡтараҡ, Юань династияһына нигеҙ һалынғандан һуң (1271) Ханбалгасун (Ханбалык), йәки монг. Их нийслэл — «бөйөк баш ҡала»; ҡыт. Дабу[5] исемен ала.

Юаньдың төньяҡ баш ҡалаһы булып хәҙерге Эске Монголияның территорияһындағы Шанду хеҙмәт итә («Үрге баш ҡала»). Ҡараҡором провинциаль ҡала булып ҡала[6]. Ҡытайҙан монголдарҙы ҡыуып сығарғандан һуң (1368) Юань етәкселеге ҡалдыҡтары ахыр сиктә Ҡараҡоромда төпләнә, әммә 1388 йылда Мин империяһы ғәскәрҙәре ҡаланы ҡыйрата.

XVI быуатта ҡалаға икенсе тапҡыр күсеп ултырыу

үҙгәртергә
 
Эрдэни-Дзу монастыры

Саған Сәсәндең «Ҡиммәтле хикәйәткә» ярашлы 1415 йылда ҡоролтайҙа баш ҡаланы яңыртырға тигән ҡарары ҡабул ителә, әммә был ҡарар әлегә бер ниндәй ҙә археологик мәғлүмәттәр менән раҫланмай. Ҡалала XVI быуатта яңынан кешеләр йәшәй башлай, сөнки Батый-Мүнкә Даян-хан уны үҙе резиденцияһы итә һәм ҡалаға баш ҡала статусы бирә. Киләһе йылдарҙа ҡала бер нисә тапҡыр сыңғыҙиҙарҙан ойраттарға күсә һәм, күрәһең, әгәр ҙә уға халхас ханы Абатай иғтибар итмәһә, тулыһынса емерелгән булыр ине,[7]

1585 йылда Абатай Төньяҡ Монголияла беренсе будда Эрдэни-Дзу монастырының төҙөлөшөн башлай, бының өсөн уға иҫке ҡоролмаларҙы тергеҙергә генә түгел, шулай уҡ иҫке ҡала емереклектәренән төҙөлөш өсөн ташты ҡулланып яңы ҡоролмалар төҙөргә тура килә:

  Тоғон-Тэмур-хан, Пекиндан Монголияға килеп, Хархоринда будда һынын яңырта. Бер нисә быуаттан һуң храмдар аламалана. Улар бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыға, шул саҡ Абатай-хан, Далай-лама Өсөнсөнөң бойороғона ярашлы Хух-Хотонан оҫталарҙы алып килә, улар аламаланған Эрдэни-Дзу храмын реконструкциялай һәм яңыларын төҙөй

Яңы монастырь Халхиҙың иң ҙур дини, сәйәси һәм иҡтисади үҙәге була, уның эргәһендә күскенселәр торғолоғо өйкөмләшә. Шулай итеп, XVI быуат аҙағына ҡала урынына тағы ултыра башлайҙар

 

.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә
 
Хархорин ҡалаһының хәҙерге күренеше (2007)

Әлеге ваҡытта ҡала Уверхангай аймағы Хархорин административ берәмегенең үҙәге булып тора. 2003 йылда уның хаҡы 8977 кеше тәшкил итә, ә майҙаны — 20,5 км²[8]. Хархориндан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 80 километр алыҫлыҡта Монголияның географик үҙәге урынлашҡан.

Муниципаль килемдәрҙең төп сығанағы — ауыл хужалығын һәм туризм. Ҡаланың көнсығышында ятҡан баҫыуҙарҙы һуғарыу Орхон йылғаһынан башҡарыла. Грунтлы осоу-ултырыу һыҙаты менән Хархорин аэропорты Улан-Баторҙан һәм кирегә даими рейстар ҡабул итә.

Яңы ҡала төҙөлөшө туранан-тура иҫке ҡаланың емереклектәренә йәнәш тора. 2004 йылда Монголияның премьер-министры Элбэгдорж проектлау комиссияһын булдыра, ул харабаларҙы урап үткән яңы төҙөлөштөң проектын төҙөй. Уның фекеренсә, ҡала үҙенең баш ҡала статусын 800-йыллыҡ юбилейына (яҡынса 2020 йылда) тергеҙергә «хәҙерге Монголияның символы» булырға тейеш була[9]. Әммә 2006 йылда Монголия халыҡ партияһынан М. Энхболд файҙаһына уның мәжбүри отставкаһынан һуң был проектҡа әйләнеп ҡайтмайҙар. Был Элбэгдорждың 2009 йылда власҡа ил президенты сифатында кире ҡайтыуынан һуң да эшләнмәй.

2009 йылдың 2 сентябрендә хөкүмәт ултырышында «Хархорум» музейын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә, ул иҫтәлекле әйберҙәр, тикшеренеүҙәрҙе һаҡлау, Орхон йылғаһы үҙәненең тарихи урындары һәм боронғо монгол баш ҡалаһы кеүек бөтә донъя мираҫы менән бәйле булған тарихты һәм мәҙәниәтте пропагандалау урыны була. Был проектҡа ярҙам итеү өсөн Япония бушлай 5 миллион АҠШ доллары бирә; төҙөлөш эштәрен «Коноике» япон компанияһы башҡара. Музей 2011 йылдың йәйенән эшләй башлай.

2014 йылда Ҡараҡором будда монастырҙарын, уникаль иҫтәлекле әйберҙәрҙе һәм күргәҙмә залын реставрациялау буйынса меморандумға ҡул ҡуйыла. Асыҡ һауалағы музейҙың проектын тормошҡа ашырыу 2015 йылдың 31 декабренә тулыһынса тамамлана[10].

Ҡараҡоромды тикшеренеүҙәр тарихы

үҙгәртергә

XIX быуат аҙағында рус ғалимы Н. М. Ядринцев Ҡараҡором емереклектәрен өйрәнә[3]. А. М. Позднеев тарихи сығанаҡтарҙы анализлап боронғо монгол баш ҡалаһының урынын баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә 1585 йылда төҙөлгән будда монастыры Эрдэни-Дзу тирә- яғында булғанлығын раҫлай.

1948 һәм 1949 йылдарҙа бында совет-монгол археологик экспедиция эшләй. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә гранит цоколдә ҡоролған Үгәҙәй һарайының ҡалдыҡтары асылған; һарай аҫтында XII — аҙағы XIII быуат башына ҡараған стена биҙәктәре менән будда кумирняһының ҡалдыҡтары табылған[3]. Был эше өсөн эксепдиция етәксеһе С. В. Киселев (1905—1962) СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була һәм СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1081
рус.англ.фр.

Орхон йылғаһы үҙәненең Мәҙәни ландшафты тип аталған Хархорин ҙур территориялар менән бергә 2004 йылда ЮНЕСКОның Бөтә донъя мираҫы объекты № 1081rev тип иғлан ителә. Хархорин территорияһындағы археологик ҡомартҡылар хәҙер 2011 йылда асылған «Хархорум» музейында ҡуйылған[11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.uvurkhangai.nso.mn/uploads/users/68/files/Khun%20amiin%20tuluv_2015.pdf
  2. Н.Наваан. «Хархорин». УБ. 1959
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Каракорум // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
  4. Бартольд В. В. Работы по исторической географии. М., 2002, С. 443.
  5. Далай Ч. Монголия в XIII—XIV веках / Отв. редактор Б. П. Гуревич. — М.: Наука, 1983. — С. 43.
  6. Ткачёв В. Н. Каракорум в XIII веке // Mongolica. — С. 227.
  7. Hans-Georg Hüttel, Der Palast des Ögedei Khan — Die Ausgrabungen des Deutschen Archäologischen Instituts im Palastbezirk von Karakorum, in: Dschingis Khan und seine Erben, p. 140—146
  8. アーカイブされたコピー. Дата обращения 14 января 2013.Официальная статистика Увэр-Хангайского аймака
  9. Холберт Дж. Чингисхан живее всех живых // «The Wall Street Journal» 02/11/2007
  10. НА МЕСТЕ РУИН БУДДИЙСКИХ ХРАМОВ Г.ХАРХОРУМ БУДЕТ СОЗДАН МУЗЕЙ ПОД ОТКРЫТЫМ НЕБОМ. Дата обращения: 22 июль 2014.(недоступная ссылка)
  11. А. Зул«Хархорум» музей нээлтээ хийлээ 2020 йыл 26 июнь архивланған.
  • Атлас древностей Монголии, в. 1, СПБ, 1899;
  • Древнемонгольские города. М., 1965;
  • Позднеев А., Монголия и монголы, т. 1—2, СПБ. 1896—98;
  • Ткачёв В. Н. Каракорум в XIII веке // Mongolica: Памяти академика Б. Я. Владимирцова (1884—1931). — М.: ГРВЛ издательства «Наука»,, 1986. — С. 219—231.
  • Ядринцев Н. М. Путешествие на верховья Орхона к развалинам Каракорума // «Известия русского географического общества», 1890, т. 26, в. 4;
  • Извлечения из «Тарих-и-джехангуша» Ала-ад-дина Ата-мелика Джувейни // Материалы по истории туркмен и Туркмении / Пер. под ред. А. А. Ромаскевича. — М.: Институт Востоковедения, 1939. — Т. 1. — С. 485.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского О. И. Смирновой, редакция профессора А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2. — С. 200.
  • Ата-Мелик Джувейни. Чингисхан. История Завоевателя Мира = Genghis Khan: the history of the world conqueror / Перевод с текста Мирзы Мухаммеда Казвини на английский язык Дж. Э. Бойла, с предисловием и библиографией Д. О. Моргана. Перевод текста с английского на русский язык Е. Е. Харитоновой. — М.: «Издательский Дом МАГИСТР-ПРЕСС», 2004. — С. 260. — 690 с. — 2000 экз. — ISBN 5-89317-201-9.
  • Ата-Мелик Джувейни. Чингисхан. История Завоевателя Мира. — С. 558.
  • Дмитриев С. В. К вопросу о Каракоруме // Общество и государство в Китае, вып. 39, 2009, стр.
  • The Journey of William of Rubruck to the Eastern Parts of the World, 1253-55 / Rockhill, William Woodville. — London: Hayklut Society, 1900.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Каракорум — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Шиловский М. В. К вопросу об открытии Каракорума (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 27 сентября 2007 года.. Электронный журнал «Сибирская Заимка» № 3, 2000