Байрон Джордж Гордон

инглиз шағир-романтигы
(Лорд Байрон битенән йүнәлтелде)

Джордж Го́рдон Ба́йрон, 1822 йылдан — Ноэл-Байрон, 1798 йылдан — 6-сы барон Байрон (ингл. George Gordon Byron (Noel), 6th Baron Byron; 22 ғинуар 1788 йыл, Лондон — 19 апрель 1824 йыл, Миссолунги, Османская Греция), ябай ғына итеп әйткәндә лорд Байрон (Lord Byron) тип йөрөтөлгән һәм үҙенең «ҡараңғы эгоизмы» менән бөтә Европаны шаҡ ҡатырған инглиз шағир-романтигы[17]. Ул Перси Шелли һәм Джон Китс менән бер рәттән британ романтиктарының кесе быуынын кәүҙәләндерә. Шағир ижад иткән лирик герой Чайльд-Гарольд Европаның төрлө илдәре әҙәбиәтендә байрон геройҙарының иҫәпһеҙ-һанһыҙ прототибына әйләнә. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында Байрон «Дон Жуан» шиғри романында һәм көлкөлө «Беппо» поэмаһында, Александр Поуптың мираҫына таянып, сатирик реализмға күсереүенә ҡарамаҫтан, уның вафатынан һуң да байронизмға мода дауам итә. Шағир Грецияның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышында ҡатнаша, Грецияның милли геройы.

Байрон Джордж Гордон
ингл. George Gordon Byron
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. George Gordon Byron
Титул Барон Байрон[d]
Тыуған көнө 22 ғинуар 1788({{padleft:1788|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Вестминстер[d], Ҙур Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия короллеге[d][2][4][3]
Вафат булған көнө 19 апрель 1824({{padleft:1824|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4][5][6] (36 йәш)
Вафат булған урыны Месолонгион[d][7][8][9]
Үлем сәбәбе сепсис[d]
Ерләнгән урыны Ноттингемшир[d]
Атаһы Джон Байрон[d][10][11]
Әсәһе Catherine Gordon Byron[d][10][11]
Бер туғандары Августа Ли[d]
Хәләл ефете Анна Изабелла Байрон[d][3][11] һәм Клара Клэрмонт[d][11]
Внебрачный партнёр Клара Клэрмонт[d], Августа Ли[d] һәм Margarita Cogni[d]
Балалары Ада Лавлейс[d][10][11], Элизабет Медора Ли[d] һәм Аллегра Байрон[d][12][11]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө шағир, поэт-песенник, сәйәсмән, драматург, автобиограф, тәржемәсе, хәрби хеҙмәткәр, автор дневника, яҙыусы, либреттист, аристократ, philhellene
Эшмәкәрлек төрө сәнғәт башҡарыу төрҙәре[d]
Биләгән вазифаһы член Палаты лордов[d]
Уҡыу йорто Хэрроу[d][10]
Тринити колледжы[d]
Кембридж университеты
Абердинская гимназия[d]
Кемдә уҡыған Арутюн Авгерян[d]
Спорт төрө сават[d] һәм Йөҙөү
Һуғыш/алыш Греческая революция[d][10]
Архивы хранятся в Leeds University Library[d] һәм Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d]
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d] һәм Король әҙәби йәмғиәте[d]
Милке Ньюстед аббатлығы
Жанр повествовательная поэзия[d] һәм готическая литература[d]
Йоғонто яһаусы Джованни Баттиста Касти[d][13], Луиджи Пульчи[d][13] һәм Уильям Вордсворт[d][14]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
Изображается на George Gordon Byron, 6th Baron Byron[d], Greece crowns Byron[d], Statue of Byron, Missolonghi[d], Statue of Byron, Missolongi Heroes Garden[d] һәм George Gordon Byron (1788–1824), 6th Baron Byron, Poet[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Милли сәнғәт галереяһы[d] һәм Городской музей[d][15]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][16]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы George Gordon Byron
 Байрон Джордж Гордон Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Гордон — Байрондың икенсе шәхсән исеме, уға был исем суҡындырғанда бирелә һәм әсәһенең ҡыҙ фамилияһы менән тап килә. Байрондың атаһы, ҡайныһының Шотландиялағы биләмәләренә дәғүә итеп, "Гордон"ды фамилияһының икенсе өлөшө итеп (Байрон-Гордон) ала, Джорджды ла мәктәптә шундай ҡушма фамилия менән яҙҙыра. 10 йәшлек сағында, ике туған олатаһы үлгәндән һуң, Англияның пэры булып китә һәм «барон Байрон» титулын ҡабул итә, шунан һуң, шул рангылағы пэрҙарға хас булғанса, «лорд Байрон» йәки «Байрон» ғәҙәти тормошта ҡуллана торған исемгә әйләнә. Аҙаҡ уның ҡәйнәһе Байрондың Ноэл (Noel) фамилияһын йөрөтөсәге шарты менән мөлкәтен уға яҙҙырып ҡалдыра, шулай итеп лорд Байронға король патенты менән, иҫкәрмә рәүешендә, Ноэл фамилияһын титул алдынан йөрөтөргә рөхсәт ителә, шуға ла ҡайһы берҙә ул «Ноэл-Байрон» ҡултамғаһын ҡуйыр була. Шуға ла ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уның тулы исеме Джордж Гордон Ноэл Байрон булыуы ихтимал, әммә ул ҡултамға ҡуйғанда был исемдәр һәм фамилияларҙы бер ҡасан да ҡулланмай.

Уның ҡарт олаталары Нормандиянан Англияға Вильгельм I Яулап алыусы менән бергә килә һәм Гастингс янындағы һуғыштан һуң сакстарҙан тартып алынған бай биләмәләр менән бүләкләнә. Байронларҙың тәүге исеме — Бурунь.[сығанаҡ күрһәтелмәгән 391 көн] Был исем урта быуатта рыцарь йылъяҙмаларында йыш осрай. Уның нәҫеленә ҡараған берәү Генрих II дәүерендә үк фамилияһын әйтеү өсөн еңел булған Байрон фамилияһына үҙгәртә. Байрондар бигерәк тә Генрих VIII заманында юғары күтәрелә: Генрих VIII католик монастырҙарын япҡан ваҡытта сэр Байронға Ноттингем графлығындағы бик бай Ньюстед аббатлығы имениеларын бүләк итә.

 
Ньюстед аббатлығы — Байрондарҙың нәҫел исемениеһы, ул Тюдорҙың секуляризацияһы (монахлыҡтан сығыу процедураһы) барышында емертелә

Елизавета батшалыҡ иткәндә Байрондарҙың нәҫел ебе өҙөлә, ләкин Байрон фамилияһы уларҙың береһенең законһыҙ улына күсә. Аҙағыраҡ Англиялағы революция ваҡытында Байрондар Стюарттар йортона сикһеҙ тоғролоҡ күрһәтә, шуның өсөн Карл I был нәҫелдең бер вәкиленә барон Рочдель титулы менән пэр исемен бирә. Адмирал Джон Байрон — был фамилияның иң ныҡ танылған вәкилдәренең береһе, ул үҙенең ғәжәп мажаралары һәм Тымыҡ океан буйлап сәйәхәт итеүе менән дан тота; яратҡан матростары уға, йыш ҡына эше уңмағанға күрә, «Джек Насар Көн» ('Foulweather Jack') тигән ҡушамат таға.

Адмирал Байрондың өлкән улы, капитан Джон Байрон (1756—1791), эскесе һәм аҡса туҙҙырыусы була. 1778 йылда ул элекке маркиза Комартен менән никахҡа инә. Ҡатыны 1784 йылда Джонға ҡыҙыАвгустаны (аҙаҡ миссис Ли) ҡалдырып вафат була, ә ҡыҙыҡайҙы уның әсәһенең туғандары тәрбиәләй.

Беренсе ҡатыны вафатынан һуң капитан Байрон иҫәп буйынса икенсегә бай эсквайр Джордж Гордондың берҙән-бер вариҫсыһы Кэтрин Гордонға (ум. 1811) өйләнә. Ул сығышы менән шотландтарҙың киң билдәле Гордондар нәҫеленән, уның ҡанында шотланд королдәре ҡаны ла бар (Аннабеллы Стюарт буйынса). Ошо икенсе никахтан 1788 йылда буласаҡ шағир тыуа.

Балалыҡ йылдары

үҙгәртергә

Байрон бик ярлы ғаиләлә тыуа, хатта лорд титулы ла уларҙың тормошон еңеләйтмәй, әммә ошо ауыр хәл Джордждың буласаҡ карьераһына табан йүнәлеш алыуына килтерә. Ул тыуған ваҡытта (Лондонда, Холл-Стритта, 1788 йылдың 22 ғинуарында) атаһы ғаилә байлығын юғалтҡан була, ә әсәһе ҡалған ғына бер аҙ аҡса менән Европанан ҡайтып төшә. Леди Байрон Абердинда йәшәй башлай, ә «сатан малайын», улын ул шулай тип атай, бер йылға шәхси мәктәпкә бирә, шунан классик гимназияға күсерә. Байрон бала сағындағы ҡыланыштары тураһында бик күп һөйләй. Бәләкәй Байронды тәрбиәләгән апалы-һеңлеле Грейҙар уны иркәләтһәң, бик тыңлаусан булып китеүен билдәләй, әммә әсәһе уны тыңлата алмай аҙаплана, хатта тиктормаҫ малайына ҡулында булған теләһә ниндәй әйберҙе бәреп ебәрер була. Әсәһенең ошондай ҡылығынан ул мыҫҡыллап көлә генә, әммә бер тапҡыр үҙенә сәнсергә торғанда уның ҡулынан бысаҡты тартып алалар. Гимназияла бик насар уҡый, ә апаһы Мэри Грей уға дини китаптар һәм Библияны уҡый. Джорджға 10 йәш тулғанда уның ике туған олатаһы вафат була, һәм малайға мираҫҡа лорд титулы һәм Байрондар нәҫеленең биләмәһе — Ньюстед аббатлығы ҡала. Ун йәшлек Байрон үҙенең ике туған апаһы Мэри Даффҡа күҙе төшә, хатта уны йәрәшеүҙәре тураһында белгәс, истерикаға бирелә. 1799 йылда ул доктор Глени мәктәбенә уҡырға инә, унда ике йыл уҡығанында ул үҙенең сирле аяғын дауалай. Дауа үҙ һөҙөмтәләрен бирә: аяғы итек кейерлек булып йүнәлә. Үткән ике йылда ул бик аҙ уҡый, әммә докторҙың бай китапханаһында булған китаптарҙы уҡып бөтә тиерлек. Хэрроу мәктәбенә китер алдынан Байрон тағы һөйөү ҡапҡанына эләгә — был юлы икенсе апаһы Маргарит Паркерға күҙе төшә.

1801 йылда ул Хэрроуға китә; үле телдәр һәм боронғолоҡ уны үҙенә һис тә ҡыҙыҡһындырмай, уның ҡарауы ул бөтә инглиз классиктарының әҫәрҙәрен уҡый һәм мәктәпте бик ҙур белем менән тамамлай. 1803 йылда, каникулда сағында мисс Чавортҡа күҙе төшә. Тормошоноң ауыр минуттарында Байрон йыш ҡына ошо ҡыҙҙы иҫенә төшөрөр була.

Үҫмер сағы һәм ижадының шишмә башы

үҙгәртергә
 
Байрон 1804 йылда

Кембридж университетында Байрон үҙенең фәнни белемен арттыра. Ләкин ул йөҙөү, һыбай оҫта йөрөү, бокс менән шөғөлләнеү, эсеү һәм кәрт уйнау менән күберәк мауыға, шуға ла лорд һәр ваҡыт аҡсаға мохтаж була һәм бурысҡа «бата». Хэрроуҙа Байрон бер нисә шиғыр яҙа һәм 1807 йылда уның беренсе китабы — «Ял сәғәттәре» (ингл. Hours of idleness) нәшер ителә. Тап ошо шиғырҙар йыйынтығы уның яҙмышын хәл итә лә инде: йыйынтыҡ донъя күргәс, Байрон бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә."Ял сәғәттәре"нә тәнҡит «Эдинбург Күҙәтеүендә» бары бер йылдан һуң ғына баҫылып сыға, ә был ваҡытта шағир бик күп шиғыр яҙып өлгөрә. Әгәр тәнҡит һүҙҙәре китап баҫылып сыҡҡан ыңғайы «яуҙырылһа», кем белә, бәлки, Байрон шиғриәтте бөтөнләй ташлап ҡуйыр ине. «Ярты йылда, ҡаты тәнҡит баҫылып сыҡҡанға тиклем мин 214 бит роман, поэма, 380 шиғыр, 660 юл „Босворт яланын“ һәм бик күп ваҡ шиғырҙар ижад иттем — тип яҙа ул үҙе дуҫлашып йөрөгән мисс Фэготҡа. — Баҫтырырға әҙерләгән поэмам — сатира». «Эдинбург Күҙәтеүенә» ул ошо сатира менән яуап бирә. Беренсе китабын тәнҡитләүҙәре Байрондың кәйефен ҡыра. Үҙенең яуабын — "Инглиз бардтары һәм шотланд тәнҡитселәре"н («English Bards and Scotch Reviewers») — ул 1809 йылдың яҙында ғына баҫтырып сығара. Сатира уғата ҙур уңыш килтерә һәм шағирҙы артабанғы ижадҡа дәртләндерә.

Беренсе сәйәхәт

үҙгәртергә

1809 йылдың йәйендә Байрон сәйәхәткә сығып китә. Португалия, Испания, Албания, Греция, Төркиә һәм Кесе Азияла була, Дарданелл боғаҙы аша йөҙөп сыға, аҙаҡ был еңеүе менән бик ғорурлана. Йәш шағир, үҙенең өҙөби дошмандарын еңеп, шатланып сит илгә киткән икән, тип уйларға мөмкин, әммә был улай түгел. Байрон Англияны бик төшөнкөлөккә бирелеп ҡалдыра, ә кире ҡайтҡанында уның күңелен тағы ла тәрәнерәк төшөнкөлөк биләгән була. Күптәр уны үҙе яҙған геройы Чайльд-Гарольд менән тиңләй һәм сит илдә саманан тыш иркен йәшәгәндер, тип фаразлай, әммә Байрон, Чайльд-Гарольд — уның аңында ғына тыуған герой булыуын аңлатырға тырыша. Томас Мур Байронды яҡлау яғына баҫа. Ошо ваҡытта ул әсәһен юғалта, быны бик ауыр кисерә.

«Чайльд-Гарольд». Дан

үҙгәртергә

27 февраль 1812 йыл Байрон Лордтар Палатаһында үҙенең беренсе телмәре менән сығыш яһай һәм уңышҡа өлгәшә: «Һеҙҙең Енәйәт Кодексында ҡан (боласылар) аҙмы әллә, тағы ла ҡан ҡойорға кәрәкме?..»[18]. «Ганг ярҙарынан килгән раса һеҙҙең тирандар империяһын нигеҙенә тиклем тетрәтәсәк әле» тигән һүҙҙәр менән тамамлай ул үҙенең телмәрен.

Ошо сығышынан һуң ике көн үткәс, «Чайльд-Гарольдтың» ике тәүге йыры ижад ителә. Поэма әкиәттәгеләй уңышға өлгәшә, һәм уның 14 000 экземпляры бер көн эсендә таралып бөтә, шулай итеп, был поэма авторы шунда уҡ атаҡлы әҙәбиәтселәр рәтенә баҫа. «Чайльд-Гарольдты» уҡығандан һуң бер кем дә минең прозамды уҡырға теләмәйәсәк, ти ул". Ни сәбәпле «Чайльд-Гарольд» шундай уңышҡа өлгәшә? Байрон үҙе лә быны аңламай: «Бер көн иртән мин атаҡлы әҙәбиәтсе булып уяндым», — ти ул.

Чайльд-Гарольдтың сәйәхәте Англияны ғына түгел, ә бөтә Европаны йоҡонан уята. Шағир ул замандағы дөйөм көрәште яҡтырта, хисләнеп испан крәҫтиәндәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлығы тураһында һөйләй, һәм уның азатлыҡ тураһындағы ауазы бар тирә-йүнгә тарала. Дөйөм көсөргәнештең ауыр мәлендә ул Грецияның юғалтылған бөйөклөгө хаҡында ла иҫкә төшөрә.

Донъяуи тормош

үҙгәртергә
 
Байрондың көнсығыш поэмаларының береһенә Делакруаның иллюстрацияһы

Ул Томас Мур менән таныша. Ошоға тиклем Байрон бер ҡасан да юғары ҡатлам араһына инмәгән була, шуға ла яңы тапҡан «донъяла» ләззәтләнеп йәшәй. Әммә юғары ҡатлам кешеләре араһында сатан Байрон үҙен бер ҡасан да иркен тоймай, шуға ла үҙенең уңайһыҙланыуын тәккәберлеге менән йәшерергә тырыша.

1813 йылдың мартында фамилияһын ҡуймай ғына «Вальс» сатираһын баҫтыра, ә май айында Леванталағы сәйәхәте тәьҫораттарына нигеҙләнгән һәм төрөк тормошона арналған «Гяур» хикәйәһен сығара. Публика был хикәйәне һоҡланып ҡабул итә һәм шул уҡ йылда баҫылып сыҡҡан «Абидостан кәләш» һәм «Корсар» поэмаларын да ҙур шатлыҡ менән уҡый. 1814 йылда ғәйәт ҙур уңышҡа өлгәшкән һәм күп тапҡырҙар Европаның бөтә телдәренә лә тәржемә ителгән «Йәһүд көйҙәрен» һәм, «Лара» поэмаһын (1814) сығара.

Прогресҡа һәм йәмғиәт үҫешенә ҡарашы буйынса лорд Байрон луддит була. 1812 йылдың фералендә лордтар палатаһында һөйләгән телмәре лә шуны уҡ раҫлай. Унда ул Неда Лудда[19] тәғлимәтен үҙ итеүселәрҙе яҡлай һәм аҡлай.

Никахы, айырылыуы һәм ғауға

үҙгәртергә

1812 йылдың октябрендә Байрон бай баронет Ральф Милбенктың ҡыҙы, лорд Уэнтворттың ейәнсәре һәм вариҫсыһы мисс Анна Изабелл Милбенкҡа тәҡдим яһай. «Бик яҡшы партия, — тип яҙа Байрон Мурға, — әммә тәҡдимде бының өсөн генә яһаманым, әлбиттә». Әммә кире яуап ала, шулай ҙа мисс Милбенк уның менән хат алышырға ризалаша. 1814 йылдың сентябрендә Байрон икенсе тапҡыр мисс Милбенктың ҡулына дәғүәһен белдерә, һәм ыңғай яуап ала. Ә 1815 йылдың ғинуарында никахлашалар. Был ваҡытҡа бурыстары һәм төрлө мөхәббәт романдарынан ул ялыҡҡан була, шуға ла, тип серен сисә инәһенә, әгәр Анна (Анабелла) ризалыҡ бирмәһә, теләһә ниндәй ҡыҙға өйләнер инем, ти ул[20]. Ҡатыны математика менән мауыҡҡанға күрә Байрон уны «параллелограмдар принцессаһы» һәм «математика Медеяһы»[19] тип атай

1815 йылдың декабрендә Байрондың Ада исемле ҡыҙы тыуа, киләһе айҙа леди Байрон, ирен Лондонда ҡалдырып, атаһының имениеһына китә. Юлдан иренә йылы йөкмәткеле хат яҙа. Әммә бер нисә көндән ҡатынының унан айырылырға теләүен белә. 1816 йылда улар айырылыша. Иренән китер алдынан леди Байрон, доктор Больяны консултацияға саҡырып, иренең аҡылдан яҙыу-яҙмауы тураһында белешкән икән. Әлбиттә, доктор быны кире ҡаға, әммә тап ошо һөйләшеүҙән һуң Анна айырылыуҙы тиҙләтергә тырыша. Айырылышыу сәбәбен ул әсәһенә генә әйтә. Ә уныһы үҙ сиратында доктор Лешингтон менән кәңәшләшә. Аҙаҡ леди Байрон үҙе был доктор менән һөйләшә һәм, ысынлап та, айырылыу яҡлы булыуын белдерә.

Ирле-ҡатынлы Байрондарҙың айырылышыу сәбәбе мәңгегә сер булып ҡала. «Сәбәптәр бик ябай, шуға уны бер кем дә күрмәй», — тип белдерә Байрон үҙе. Шулай итеп, киң билдәле атаҡлы шағир тирәләй имеш-мимеш, ғауға ҡуба. 1816 йылдың апрелендә Байрон Англиянан китә.

Швейцария һәм Италиялағы тормошо

үҙгәртергә


 
Диодати виллаһы. Унда 1816 йылда Байрон, Шелли, уның ҡатыны Мэри һәм Дж. Полидори.

Сит илгә китер алдынан Байрон Ньюстедтағы имениеһын һата, шулай итеп бер аҙ аҡсалы булып ҡала. Йәйҙе Байрон Женева ривьераһында Диодати[en] виллаһында үткәрә, Швейцария буйлап Гобгауз һәм шағир Шелли менән сәйәхәт итә. «Чайльд-Гарольдтың» өсөнсө йырында (май—июнь, 1816) ул Ватерлоо яланына барғанда тыуған тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Ә Женеванан ҡайтып килгәнендә Юнгфрауҙы күрә, һәм унда «Манфредты» яҙыу идеяһы тыуа.

1816 йылдың ноябрендә Байрон Венецияға күсенә. 1817 йылдың июнендә «Чайльд-Гарольдтың» дүртенсе йыры, октябрҙә — «Беппо», 1818 йылдың июлендә — «Венецияға ода», сентябрҙә — «Дон-Жуандың» беренсе йыры, октябрҙә — «Мазепа», декабрҙә — «Дон-Жуандың» икенсе йыры, һәм 1819 йылдың ноябрендә — «Дон-Жуандың» 3-4-се йырҙары яҙыла.

1819 йылдың апрелендә ул графиня Гвиччиоли менән таныша, һәм улар бер-береһенә ғашиҡ була. Графиня ире менән Равеннаға китергә мәжбүр була, Байрон да улар артынан юллана. Байрон һәр саҡ графиня янында булырға тырыша. Уның артынан барып, тәүҙә Пизала, шунан Генуяла йәшәй.

 
1816 йылдың апрелендә Байрон Венецияның әрмән утрауында була.

Байрон Грецияға киткәненә тиклем графиня менән йәшәй һәм бик күп яҙыша. Байрондың ошо бәхетле тормошо осоронда түбәндәге әҫәрҙәре тыуа: «Морганте Маджиорҙың беренсе йыры» (1820); «Дантеның күрәҙәлек итеүе» (1820) һәм «Франчески да Риминиҙың» тәржемәһе (1820), «Марино Фальеро» (1820), «Дон-Жуандың» бишенсе йыры (1820), «Сарданапал» (1821), «Баульсҡа яҙған хаттар» (1821), «Ике Фоскари» (1821), «Каин» (1821), «Ҡиәмәт көнөнөң кәүҙәләнеше» (1821), «Күк һәм ер» (1821), «Вернер» (1821), шестая, седьмая и восьмая песни «Дон-Жуандың» алтынсы, етенсе һәм һигеҙенсе йырҙары (февраль, 1822); «Дон-Жуандың» туғыҙынсы, унынсы һәм ун беренсе йырҙары (август, 1822 йыл); «Бронза быуаты» (1823), «Утрау» (1823), двенадцатая и тринадцатая песни «Дон-Жуандың» ун икенсе һәм ун өсөнсө йырҙары (1824).

Грецияға барыуы һәм вафаты

үҙгәртергә

Тыныс ғаилә тормошо барыбер Байронды эс бошоуҙан һәм шомланыуҙарҙан азат итмәй. Байрон, Англияла уны онотоп баралар тип уйлап, 1821 йыл аҙағында Мэри Шелли менән «Либерал» тип аталған инглиз журналын бергә баҫтырыу тураһында һөйләшеп килешә. Әммә был журналдың тик өс һаны ғына донъя күрә. Ысынлап та, Байрон элекке популярлығын юғалта бара. Әммә ошо ваҡытта грек восстаниеһы башлана. Англияла Грецияға ярҙам итеү өсөн ойошторолған филэллиндар комитеты менән алдан һөйләшеп, Байрон Грецияға китергә йыйына башлай. Үҙ аҡсаһына инглиз бригын (ике мачталы судно), аҙыҡ-түлек, ҡорал һатып ала һәм 500 һалдатты кейендереп әҙерләй һәм 1823 йылдың 14 июлендә Грецияға юллана. Ә Грецияла әле бер нимә лә әҙер булмай, восстание башлыҡтары үҙ-ара килешеү нөктәһен таба алмай. Байрон, Англиялағы бөтә мөлкәтен һатып, баш күтәреүселәргә ярҙамға бирә. Грецияның азатлығы өсөн көрәштә үҙ-ара уртаҡ тел таба алмаған баш күтәреүселәр төркөмдәрен берләштереүҙә Байрондың абруйы ҙур роль уйнай.

Месолонгионда Байрон биҙгәк ауырыуы менән сирләй башлай, әммә Грецияның азатлығы өсөн көрәшеүен туҡтатмай. 1824 йылдың 19 ғинуарында Хэнкопҡа: «Беҙ экспедицияға әҙерләнәбеҙ», — тип яҙа. 22 ғинуарҙа Байрон: «Бөгөн миңә 36 йәш» тигән шиғырын яҙа. Ҡыҙы Аданың сирләүе лә уны борсоуға һала. Ҡыҙының терелеүе тураһында хәбәр алғандан һуң граф Гамба менән саф һауала йөрөп килергә теләй. Саф һалауа саҡтарында ҡойма ямғыр аҫтында ҡалалар. Был ямғыр Байрондың сирен көсөйтә. Шағирҙың вафатынан алда әйткән һуңғы һүҙҙәре: «Һеңлем минең! Балам минең!.. бахыр Греция!.. мин уға ваҡытымды, мөлкәтемде, сәләмәтлегемде бирҙем!.. хәҙер инде ғүмеремде лә бирәм!».

19 апрель 1824 йыл, 37-се йәшендә, Джордж Гордон Байрон баҡыйлыҡҡа күсә. Шағирҙың кәүҙәһен бәлзәмләштереп Англияға ебәрәләр. Байрон 1824 йылдың июлендә Ноттингемширҙа Ньюстед аббатлығынан алыҫ булмаған урында Изге Мария Магдалинаның сиркәүе эргәһендәге нәҫел кәшәнәһендә ерләнә.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
Лорд Байронһәм уның пажы Раштон

1822 йылда Байрон Томас Мурға, уның вафатынан һуң баҫтырырға тигән яҙыу менән, үҙенең мемуарҙарын тапшыра. Әммә вафатынан һуң бер ай үткәс, Мур, Дж. Хобхаус һәм Байрондың нәшерсеһе Дж. Мюррей бергәләп хәтирәләрҙе яндыра. Үтә ғәҙел факттар булғанға һәм Байрондар ғаиләһе үтенесе буйынса яндырылған, тип фаразлана. Уларҙың был ҡылығын күптәр хупламай, ә бына Пушкин, дөрөҫ эшләгәндәр, тигән фекерҙә була.

Ғаиләһенең яҙмышы

үҙгәртергә

Шағирҙың тол ҡатыны, леди Анна Изабелла, ҡалған ғүмерен мәрхәмәтлелеккә арнай. 1860 йылдың майында вафат була.

Лорд Байрондың никахта тыуған ҡыҙы — Ада — 1835 йылда граф Уильям Лавлейсҡа кейәүгә сыға һәм 1852 йылдың 27 ноябрендә вафат була, уның ике улы һәм ҡыҙы була. Ада математик һәм Чарльз Бэббидждың хисаплау машинаһын һүрәтләп яҙып ҡалдырыусы булараҡ таныла. Аналитик машинала Бернулли һандарын хисаплау алгоритмын Аданың үҙенең комментарийҙарында һүрәтләп яҙып ҡалдырыуы компьютерҙа Бернулли алгоритмын яңынан тергеҙеү өсөн тәүге программа булып тора. Шул сәбәпле Ада Лавлейс ер йөҙөндәге тәүге программист булып иҫәпләнә. 1983 йылда булдырылған Ада программалау теле уның хөрмәтенә аталған.

Лорд Байрондың өлкән ейәне, Ноэл, 1836 йылдың 12 майында тыуа, бер аҙ британ флотында хеҙмәт итә һәм ғауғалы һәм тәртипһеҙ тормоштан 1862 йылдың 1 октябрендә вафат була. Икенсе ейәне, Ральф Гордон Ноэл Милбенк, 1839 йылдың 2 июлендә тыуа. Уның ағаһы Ноэл үлерҙән бер аҙ ғына алда өләсөһенән Уэнтворттарҙың баронлыҡ титулын мираҫ итеп алған була. Ағаһының вафатынан һуң Ральф барон Уэнтворт хоҡуҡтарын ала.

Библиографияһы

үҙгәртергә
 
Байрондың һуңғы портреты
 
Байрондың «Armenian exercises and poetry» китабының титул бите, 1870 йыл
Шулай уҡ ҡара Категория:Произведения Джорджа Байрона
  • 1806 — Стихи на случай (Poems on Various Occasions) и Летучие наброски (Fugitive Pieces)
  • 1807 — Часы досуга (Hours of Idleness)
  • 1809 — Английские барды и шотландские обозреватели (English Bards and Scotch Reviewers)
  • 1813 — Гяур (The Giaour, текст в Викитеке)
  • 1813 — Абидосская невеста
  • 1814 — Корсар (The Corsair)
  • 1814 — Лара (Lara)
  • 1815 — Еврейские мелодии (Hebrew Melodies)
  • 1816 — Осада Коринфа (The Siege of Corinth)
  • 1816 — Паризина (Parisina)
  • 1816 — Шильонский узник (The Prisoner of Chillon)
  • 1816 — Сон (The Dream)
  • 1816 — Прометей (Prometheus)
  • 1816 — Тьма (Darkness, текст в Викитеке)
  • 1817 — Манфред (Manfred)
  • 1817 — Жалоба Тассо (The Lament of Tasso)
  • 1818 — Беппо (Beppo)
  • 1818 — Паломничество Чайльд-Гарольда (Childe Harold’s Pilgrimage)
  • 18191824 — Дон Жуан (Don Juan)
  • 1819 — Мазепа (Mazeppa)
  • 1819 — Пророчество Данте (The Prophecy of Dante)
  • 1820 — Марино Фальеро, дож венецианский (Marino Faliero)
  • 1821 — Сарданапал (Sardanapalus)
  • 1821 — Двое Фоскари (The Two Foscari)
  • 1821 — Каин (Cain)
  • 1821 — Видение суда (The Vision of Judgment)
  • 1821 — Небо и земля (Heaven and Earth)
  • 1822 — Вернер, или Наследство (Werner)
  • 1822 — Преображенный урод (The Deformed Transformed)
  • 1823 — Бронзовый век (The Age of Bronze)
  • 1823 — Остров, или Христиан и его товарищи (The Island)

XIX быуаттағы урыҫ тәржемәләре

үҙгәртергә

Бөтә урыҫ яҙыусылары ла тип әйтерлек, 1820-се йылдарҙан башлап, Байронды тәржемә итә; ләкин журналдарҙа һәм айырым баҫмаларҙа баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙе урыҫса уҡыусыларҙың бик аҙы ғына уҡыу мөмкинлеген таба. 1864—1867 йылдарҙа Н. Гербель, уларҙың бер ни тиклемен табып, Санкт-Петербургта «Урыҫ шағирҙары тәржемәһендә Байрон» тигән баш аҫтында 5 томда нәшер итә, ә1883—1884 йылдарҙа уның 3-сө баҫмаһы 3 томда сыға, һәр том аҙағында библиографик белешмә һәм Байрондың И. Шерр яҙған биографияһы бирелә. Байрондың шиғри әҫәрҙәре иң яҡшы урыҫ шағирҙары: Жуковский, Пушкин, Батюшков, Лермонтов, Майков, Мей, Фет, Плещеев, Щербина, Гербель, П. Вейнбер, Д. Минаев, Огарев һәм башҡаларҙың тәржемәһендә баҫыла.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә
 
Юнгфрауҙа Манфред. Ф. М. Браун, 1842
Экранлаштырыуҙа
  • Фильм «Леди Каролина Лэм»
  • Фильм «Готика»
Музыкаль театр
  • 1838 — «Корсар» (балет), композитор Г. Гдрич
  • 1844 — «Двое Фоскари» (опера), композитор Дж. Верди
  • 1848 — «Корсар» (опера), композитор Дж. Верди
  • 1856 — «Корсар» (балет), композитор А. Адан
  • 1896 — «Геда» (опера), композитор З. Фибих
Симфоник музыка
Хәҙерге заман музыкаһында
  • 2011 — «Виконт» төркөмө «Манфред» поэмаһы мотивтары буйынса йыр яҙа, йыр «Не покоряйся судьбе!» альбомында баҫыла.
Живопись
  • Эжена Делакруаның бер нисә живопись буйынса эше Байрон әҫәрҙәренән тәьҫорат алып яҙылған, «Сарданапалдың үлеме» шул иҫәпкә инә.

Байронды күп һандағы почта маркаларында төшөрәләр.

1924 йылда лорд Байрон хөрмәтенә Грецияның баш ҡалаһы Афинаның ситендәге яңы Вирон ҡалаһына уның исеме бирелә.

Синтра (Португалия) ҡалаһында Байрон йәшәгән йорт бар. Хәҙерге ваҡытта ул йортта отель һәм ресторан урынлашҡан, бында уны хөрмәтләп иҫкә алалар.

Кинола
  • «Князь Любви» / A Prince of Lovers (1922). В роли Байрона — Говард Гей / Howard Gaye.
  • «Красавчик Браммел» / Beau Brummell (1924). В роли Байрона — Джордж Беранджер.
  • «Невеста Франкенштейна» (1935). В роли Байрона — Гэвин Гордон.
  • «Плохой лорд Байрон» / The Bad Lord Byron (1949). В роли Байрона — Деннис Прайс.
  • «Леди Каролина Лэм» / Lady Caroline Lamb (1972). В роли Байрона — Ричард Чемберлен.
  • «Шелли» / Shelley (1972). В роли Байрона — Петер Боулесс / Peter Bowles.
  • Byron libérateur de la Grèce ou Le jardin des héros (1973). В роли Байрона — Жан-Франсуа Порон / Jean-François Poron.
  • «Athanates istories agapis». Сериал, Греция (1976). В роли Байрона — Никос Галанос / Nikos Galanos
  • «Я помню Нельсона» (сериал) / «I Remember Nelson» (1982). В роли Байрона — Сильвестр Моран / Sylvester Morand
  • Jazzin' for Blue Jean (1984) В роли Байрона — Дэвид Боуи.
  • «Готика» / Gothic (1986). В роли Байрона — Гэбриэл Бирн
  • «Франкенштейн освобождённый» (1990). В роли Байрона — Джейсон Патрик
  • «Баллада для демона» / Μπάυρον: Μπαλλάντα για ένα δαίμονα (Греция, Россия, 1992, режиссёр Никос Кундурос). В главной роли — Манос Вакусис.
  • Телесериал «Горец» (Франция-Канада). Эпизод The Modern Prometheus (1997). В роли Байрона — Джонатан Фес / Jonathan Firth.
  • «Обитель демонов» / Pandaemonium (2000). В роли Байрона — Гай Ланкестер / Guy Lankester
  • «Байрон» (Великобритания, 2003, режиссёр Джулиан Фарино, в роли Байрона — Джонни Миллер).
  • «Франкенштейн: рождение монстра» (2003). В роли Байрона — Стефен Манган.
  • «Этот красавчик Браммел» (Великобритания, 2006, режиссёр Филиппа Лоуторп, в роли Байрона — Мэттью Риз).
  • «Жить с Франкенштейном» / «Living with Frankenstein» (сериал, 2012). В роли Байрона — Стив Брайан.
  • «Франкенштейн и вампир» / Frankenstein and the Vampyre: A Dark and Stormy Night (2014). В роли Байрона — Роб Хипс.
  • «Мэри Шелли» / Mary Shelley (2017). В роли Байрона — Том Старридж.

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә

Әҙәбиттә

үҙгәртергә
Биографияһы һәм тормош юлы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118518208 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 L. S. Byron, George Gordon (ингл.) // Dictionary of National Biography / L. Stephen, S. LeeLondon: Smith, Elder & Co., 1885. — Vol. 8. — P. 132—155.
  3. 3,0 3,1 3,2 Байрон, Джордж-Ноэль-Гордон (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1891. — Т. IIа. — С. 726—730.
  4. 4,0 4,1 4,2 E. H. C. Byron, George Gordon Byron, 6th Baron (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 4. — P. 897—905.
  5. George Gordon Byron // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Bibliothèque nationale de France George Gordon Byron Byron // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  7. Байрон // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1.
  8. Archivio Storico Ricordi — 1808.
  9. Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Kindred Britain
  12. Lundy D. R. George Gordon Noel, 6th Baron Byron of Rochdale // The Peerage (ингл.)
  13. 13,0 13,1 Архив Интернета — 1996.
  14. JSTOR — 1995.
  15. Seventeen Letters of George Noel Gordon Lord Byron to an Unkown Lady 1811-1817
  16. https://data.performing-arts.ch/a/4be51f66-0de8-4b02-9d86-bbdebe09220f / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  17. George Gordon Byron, 6th Baron Byron (English poet) (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  18. Речь, произнесенная в Палате лордов 27 февраля 1812 года во время обсуждения билля против разрушителей станков / Пер. О. Холмской. // Байрон Дж. Г. Собр. соч. в четырёх томах. — М.: Правда. 1981. — Т. 2. — С. 129.
  19. 19,0 19,1 Уолтер Айзексон. Инноваторы. — книга. — М.: Corpus, 2015. — С. 23—24.
  20. John Murray. Lord Byron's Correspondence. — 1922. — С. 88.

Һылтанмалар

үҙгәртергә