Англияла революция

XVII быуат аҙағында Европала Англия парламентлы монархия — юғары власть парламент ҡулында булғандағы дәүләт ҡоролошо — урынлашҡан беренсе ил булған. Ләкин бының өсөн илгә ике революция кисерергә тура килгән. Тәүгеһе граждандар һуғышы рәүешендә үтһә, икенсеһе ҡан ҡойошһоҙ булған.

Англия революция алдынан

үҙгәртергә
 
Яков I Английский

XVI быуат Англия өсөн бик уңышлы тамамланған: сәнәғәт үҫешкән, диңгеҙ сауҙаһы сәскә атҡан. «Еңелмәҫ армаданы» тар-мар иткәндән һуң, ил көслө диңгеҙ державаһына, «диңгеҙҙәр батшаһына» әйләнгән. Америкала беренсе колония — Виргиния — булдырылған, Ост-һинд компанияһы төҙөлгән, Лондонда биржа асылған. Сәнғәт һәм фән әлкәләрендә лә ҙур уңышлыҡтарға өлгәшелгән. Бэкон, Шекспир — был бөтә донъяға билдәле исемдәр. Ер биләүсе дворяндарҙың (уларҙы джентри тип йөрөтәләр) һәм сауҙагәрҙәрҙең күбеһе лордтар менән ярышырлык бай булған. Илдә кальвинизмға эйәреүселәр, пуритандар, күбәйгән. Улар англикан сиркәүен тантаналы ғибәҙәт ҡылыуҙарҙан арындырырға кәрәк, тип белдергән, епископтарҙы Аллаға түгел, ә королгә хеҙмәт итеүҙә ғәйепләп, был вазифаны бөтөрөүҙе талап иткән.

Пуритандар араһында яңы дворяндар, бай сауҙагәрҙәр, оҫталар, мануфактура хужалары, хәлле крәҫтиәндәрҙән күп вәкилдәр булған. Был кешеләр аҡса ҡәҙерен белгән. Сиркәү йыйымдары ябай халыҡты ла йонсотҡан. Халыҡ: «Беҙгә осһоҙораҡ сиркәү кәрәк», — тип ризаһыҙлыҡ белдергән. Пуритандар Алла закондарын ныҡ ихтирам иткән һәм ихтыярын аңларға тырышып, Изге Китапты бик ентекле өйрәнгәндәр. Күптәр королгә власть Алла тарафынан бирелгәненә лә ышанған, ләкин улар өсөн был власть элекке инглиз йолаларына таянғанда һәм парламент менән иҫәпләшкәндә генә законлы булған. Улар парламенттың да Алла ҡушыуы буйынса булдырылғанына ысын күңелдән ышанған.

Пуритандар этикаһы һәм йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Тышҡы донъя ғына түгел, ә үҙ көсөнә ышана башлаған, яҡшылыҡ — нимә һәм яманлыҡ нимә икәнен аңларға тырышҡан кешенең эске донъяһы ла үҙгәрештәр кисергән.

Революцияның сәбәптәре

үҙгәртергә

Йылдар үткән, Яков I-нең тик үҙе генә идара итергә ынтылыуы сәбәпле, уның менән парламент араһында ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйгәндән-көсәйгән. Уның иҡтисади сәйәсәте лә: иҫке цех системаһын яҡлауы, ирекле баҙар закондарын боҙоп, айырым кешеләргә һәм компанияларға айырым тауарҙарҙы етештереүгә һәм һатыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡты һатыуы ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Англикан сиркәүен яҡлаған һәм пуритандарҙы эҙәрлекләгән королдең дини сәйәсәте парламентҡа оҡшамаған. Яков I епископ вазифаһын бөтөрөүҙән баш тартҡан. Ул: «Епископтар юҡ икән — король дә юк», — тигән. Пуритандарҙы эҙәрлекләүҙәр уларҙы бөтә йорт-йыһазын һатып, «хөрәфәттәрҙә ҡатып ҡалған» тыуған илдәрен ташлап китергә һәм ҡанескес королдән, сиркәүҙән ҡотолорға өмөтләнеп, билдәһеҙ һәм йәшәү өсөн ҡулайлы булмаған Төньяҡ Америка ярҙарына юлланырға мәжбүр иткән.

Яков I-нең тышҡы сәйәсәте лә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Колониялар яулап алыуҙа католик Испания Англия менән ярышҡан. Англия йәмғиәте королдән Испанияға ҡаршы көрәш башлауҙы көткән, ә король 10 йыл буйына уның менән килешергә ынтылған.

Өҫтәүенә король һарайында һәм чиновниктар араһында ҡаҙна талауҙың һәм ришүәт алыуҙарҙың киң таралыуы инглиздәрҙең нәфрәтен тыуҙырған. Королдән башлап мировой судьяға тиклем — барыһы ла ришүәт алған. Тик уның дәүмәлендә генә айырма булған.

Карл I. Тормош үҙгәрештәр зарурлығын талап итә

үҙгәртергә
 
Карл I

1625 йылда Яков I вафат булған. Уның вариҫы — 25 йәшлек принц Уэльский Карл король Карл I (1625—1649) булып китә. Англия йәмғиәте яңы король үҙгәрештәр кәрәклеген аңлар, идаралыҡ системаһында реформалар үткәрер, чиновниктарҙың власын сикләр, тип өмөтләнгән. 1628 йылда илдең бер үк ваҡытта өс дәүләткә — Францияға, Испанияға һәм Австрияға — ҡаршы һуғыш алып барыуы сәбәпле хөкүмәттә килеп тыуған ауырлыҡтарҙан файҙаланып, парламент королде «Хоҡуҡ тураһында петиция»ға ҡул ҡуйырға мәжбүр иткән. Был документта парламент хоҡуҡтарын ихтирам итеү талабы ҡуйылған һәм суд рөхсәтенән башҡа ҡулға алыу законһыҙ сара, тип иғлан ителгән. Карл I "…петиция"ны боҙорға маташып ҡарағас та, парламент ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткән. Шул саҡта король буйһон-маусан парламентты таратҡан һәм уны 11 йыл буйына саҡырмаған. Илдә Карл I-нең үҙенең генә идара итеү режимы урынлашҡан. Ләкин парламент рөхсәтенән башҡа король яңы һалымдар индерә алмаған. Ул, урта быуаттарҙа йән башынан алынған иҫке түләм-дәрҙе яңынан тергеҙеп, аҡса тупларға тырышһа ла, хатта тыныс йылдарҙа ла был етерлек булмаған.

Революция башланыуы — Оҙайлы парламентты саҡырыу

үҙгәртергә

1640 йыл башланыуға ҡаҙнала аҡса бөткән, ә был ваҡытта Англия епископтары Шотландияла англикан сиркәүе өлгөһөндә ғибәҙәт ҡылыуҙы көсләп таға башлағандар һәм Шотландия Анг-лияға ҡаршы һуғыш башлаған, һуғыш күп аҡса талап иткән, Карл 1-гә парламент саҡырырға тура килгән. Ул Оҙайлы парламент исеме менән тарихҡа ингән, сөнки уның эшмәкәрлеге 12 йылға һуҙылған. Был ваҡиға революцияның башланыуы булған да инде. Депутаттарының күбеһе пуритандарҙан торған парламент байтаҡ мөһим реформалар үткәргән: хөр фекерлеләрҙе эҙәрләүсе ғәҙәттән тыш яуыз король судтарын бөтөргән; епископ цензураһын һәм полицияны тыйған; общиналар палатаһын тик уның үҙенең ризалығы буйынса ғына таратып булыуы тураһындағы закон ҡабул иткән; һалымдар индереү хоҡуғы парламентҡа бирелгән; парламент өс йылға бер тапҡырҙан да һирәгерәк саҡырылырға тейеш булмаған һ. б.

Оҙайлы парламент реформалары абсолютизмға ҡаршы йүнәлтелгән, король власы закон һәм парламент тарафынан сикләнгән.

Ләкин Карл I парламент менән килешергә теләмәгән. 1642 йылдың ғинуарында уның фетнәсел парламент юлбашсыларын ҡулға алырға тырышыуы уңышһыҙ тамамланғас" король эре ер биләүселәр ярҙамына өмөт итеп, Лондондан илдең төньяғына ҡасҡан. Король менән парламент араһында граждандар һуғышы башланған.

Король менән парламент араһында граждандар һуғышы

үҙгәртергә
 
Карта территорий под контролем парламентариев (зелёный) и роялистов (красный)

1642 йылдың авгусы аҙағында кисен Карл I Ноттингемдағы замок ҡыйығында король байрағын (штандартын) күтәргән. Был королдең үҙенең вассалдарын йөкләмәләрен үтәргә саҡырыуҙы аңлатҡан. Барабан ҡаҡҡандар, торба тауыштары яңғыраған һәм ҙур булмаған халыҡ төркөмө йыйылған. Кешеләр кәпәстәрен күккә сөйөп, хуплау һүҙҙәрен ҡысҡырғандар: «Йәшәһен Карл I!» «Йомро башлылар»ҙы аҫырға!" Ләкин, дөйөм алғанда, ҡала халҡы рухи төшөнкөлөккә бирелгән. Кешеләр бәлә килеүен һиҙенгән.

Бер аҙнанан байраҡты ел осороп алып киткән, быны насарға юрағандар. Англия үҙ-ара дошманлашҡан ике лагерға: король яҡлы «кавалерҙар»ға һәм парламент яҡлы «йомро башлылар»ға бүленгән.

Артта ҡалған төньяҡ һәм көнбайыш графлыҡтар «Алла өсөн, король Карл өсөн!» тигән өндәмә яҙылған король байрағы аҫтына баҫҡан. Иҡтисади яҡтан үҫешкәнерәк көньяҡ-көнсығыш парламент яҡлы булған.

Тәүҙә һуғышта парламент яҡлылар уңышҡа өлгәшә алмағандар, сөнки күбеһенсә дворяндарҙан торған король армияһы һуғышҡа яҡшыраҡ өйрәтелгән. Бынан тыш, парламент юлбашсылары король менән һөйләшеп килешеүгә өмөтләнгәндәр һәм тәүәккәллек күрһәтмәгәндәр. Шулай ҙа 1645 йыл башында общиналар палатаһы парламент армияһын көсәйтеү буйынса саралар үткәргән, берләшкән ғәскәр ойошторолған. Башлыса үҙҙәре теләп килгән крәҫтиәндәрҙән, һөнәрселәрҙән, мануфактура эшселәренән торған яны өлгөләге армия шулай төҙөлгән. Офицерҙарҙың байтағы дворян сығышлы булмаған. Полковниктар рәтендә итек тегеүсе Хьюстон, йөк ташыусы Прайд, ҡаҙанлыҡ эшсеһе Фокс һәм башҡа ябай кешеләр булған. Күп офицерҙар бөтөнләй йәш булған. Армия үҙен «короллек быуған золомдан ҡотҡарыусы» итеп һанаған.

Оливер Кромвель

үҙгәртергә
 
Оливер Кромвель

Оливер Кромвель пуритан ҡағиҙәләренә буйһоноп йәшәгән ауыл дворяндары ғаиләһендә тыуған. Улар буш ваҡыттарын сиркәүгә йөрөүгә һәм Тәүрат уҡыуға арнаған. Йәш Кромвель Лондонда хоҡуҡ ғилемен өйрәнгән, унан тыуған яғына ҡайтып, хужалыҡ менән шөғөлләнә башлаған. 1628 йыл уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән — ул парламентҡа һайланған. 1640 йылда Оҙайлы парламент эш башлағас, депутаттар араһында тәүәккәл Оливер Кромвель дә булған. Уның сәйәси көрәшсе һәләттәре асылған. Кромвель шәп ойоштороусы һәм полководец булған.

1642 йылдың сентябрендә Оливер Кромвель уның яҡлылар араһынан үҙҙәре теләп килгән 60 һыбайлынан торған отрядты етәкләгән. Ваҡыт үтеү менән был төркөмдән киң танылыу алған, «тимер ҡабырғалылар» тип йөрөтөлгән атлы отряд төҙөлгән. Кромвель һалдаттары көслө ихтыярлы, яҡшы өйрәтелгән булыуҙары менән айырылып торған. Улар яңы армияның төп өлөшөн тәшкил иткән. 1643 йыл аҙағына Кромвелдең кавалерияһы 1100-ҙән ашыу ҡылыстан торған, һуғышҡа инер алдынан Кромвель һәр саҡ доға уҡыған, шунан һуң былай тиер булған: «Аллаға ышан, ләкин дарыңды ҡоро тот». Уның һалдаттарының бөтәһе лә тиерлек пуритандар булған. Улар доғалар көйләп һуғышҡа ингән

* «Йомро башлылар» — аҡһөйәктәр затлы нәҫелдән сыҡмаған һәм бай булмаған кешеләрҙе кәмһетеп шулай атағандар, сөнки оҫта ярҙамсылары һәм өйрәнсектәре сәстәрен ҡыҫҡа итеп алдырып йөрөткән.

* «Кавалерҙар» — ҡала халҡы аҡһөйәктәр вәкилдәрен уларҙың ҡабарынҡы париктары, ебәктән һәм бәрхәттән тегелгән һәм селтәр менән биҙәлгән кейемдәре өсөн шулай атаған.

Был армияны генерал-лейтенант дәрәжәһен алған Оливер Кромвель (1599—1658) төҙөгән. Составына Кромвель кавалерияһы ла ингән парламент армияһы 1645 йылдың 14 июнендә Нейзби ауылы алышта король армияһын ҡыйратҡан. Карл I, ә уның артынан армияһы ла, ҡасҡан. Дошмандың бөтә артиллерияһы һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары, шулай уҡ королдең йәшерен хаттары еңеүселәр ҡулына эләккән. Был хаттарҙан Карл 1-нен ирланд католиктарынан һәм Франция короленән парламентҡа ҡаршы һуғышыу өсөн ярҙам һорарға ниәтләнеүе билдәле булған. Король, сит кеше кейеменә кейенеп, йәшерен рәүештә Шотландияға ҡасҡан.

Парламент реформалары

үҙгәртергә

«Кавалерҙар» армияһын тар-мар итеү күбеһенсә уртасыл пуритандарҙан торған парламентҡа мөһим үҙгәрештәр үткәреү мөмкинлеген биргән: ер биләүсе дворяндар ер өсөн король файҙаһына түләүҙән азат ителгән. Хәҙер ер уларҙың тулы милке тип иғлан ителгән. Сауҙагәрҙәргә сауҙа итеү өсөн рөхсәтте һатып алыу кәрәк булмаған. Сиркәү парламентҡа буйһондоролған, ә королдең, уның яҡлыларҙың, епископтарҙың ерҙәре тартып алынған. Ләкин крәҫтиәндәргә ер бирелмәгән, улар ерҙән элеккесә ваҡытлыса ғына файҙалана алғандар, уларҙың ер хужалары файҙаһына йөкләмәләре лә һаҡланған.

Парламент Карл I менән ярашырға ынтылған — королдән үткәрелгән бөтә реформалар һәм пуритан сиркәүенең хакимлығы менән килешеү генә талап ителгән. Ләкин армияла хеҙмәт итеүсе һәм тәүәккәллерәк фекер йөрөтөүсе пуритандар бының менән ризалашырға теләмәгән, улар теләгән динде тотоу азатлығын һәм король власын нығыраҡ сикләүҙе талап иткән.

Нейзби янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл I шотландтар лагерында оҙаҡ ҡалмаған — ғәмәлдә улар әсирҙе парламентҡа һатҡан. 1647 йылдың ҡышында королде замокка бикләп ҡуйғандар. Үҙһүҙле Карл I ҡараштарын үҙгәртмәгән һәм парламент менән компромисҡа барырға, йәғни ташламалар яһап, ярашырға теләмәгән.

Шул уҡ ваҡытта армия һалдаттары «…'Канлы Карл Стюартты ҡан ҡойғаны һәм Аллаһы Тәғәлә эшенә, был иҙелгән илдең халҡына килтергән яуызлыҡтары өсөн яуапҡа тарттырыуҙы» талап иткән. Ошо шарттарҙа армия парламентта таҙартыу ойошторған — барлыҡ уртасыл пуритандарҙы ҡыуған («операция» полковник Прайд етәкселегендә үткәрелгән, шунлыҡтан «Прайд таҙартыуы» тип аталған). Парламентта ҡалған депутаттар армияның талаптарына ҡушылған. Королде хөкөм итеү өсөн, 150 кешенән торған ғәҙәттән тыш суд ойошторолған.

Хөкөм 1649 йылдың 20 ғинуарында башланған. Ҡара күлдәк кейгән Карл I ун ике һалдаттан торған һаҡ аҫтында был судтың законлы түгеллеген күрһәтергә тырышып, эшләпәһен һалмаған. Ул үҙен бик эре тотҡан һәм ярашыуға барырға теләмәгән.

Бер нисә көн барған халыҡ сығыштарынан һуң Карл I-не «иҙеүсе, һатлыҡ йән, кеше үлтереүсе һәм дәүләттең дошманы» тип ғәйепләп, үлем язаһына хөкөм иткәндәр. Прокурор Кук былай тип белдергән: «Ул үлергә тейеш, ә уның менән бергә монархия ла бөтөрөлөргә тейеш».

1649 йылдың 30 ғинуарында Карл I Стюарт һарайҙан алып яза ҡылыу урынына тиклемге араны йәйәү үткән, юлда ул һалдаттар менән әңгәмәләшкән, һуңғы телмәрендә ул подданныйҙарына, улар король менән бергәләп дәүләткә идара итергә теләгәндәре өсөн, шелтә һүҙҙәрен әйткән. Яза башланырға бер нисә минут ҡалғас та, Карл I һаман сикләнмәгән монархия системаһын яҡлап һөйләгән.

Армия был күренешкә шашып ҡыуанған, ләкин, дөйөм алғанда, ил ваҡиғаларҙың былай үҫешенә әле әҙер булмаған. Язалау ваҡытында халыҡ араһында королде ысын күңелдән ҡыҙғанып, аҡырып илаусылар ҙа аҙ булмаған.

Королде язалау тураһындағы ҡот осҡос хәбәр Европаның барлыҡ королдәре һарайҙарына барып еткән.

Республика урынлаштырылыу

үҙгәртергә

1649 йылдың 17 мартындағы парламент акты менән король власы «халыҡ өсөн кәрәкһеҙ, ауыр һәм ҡурҡыныс» тип табылған һәм юҡҡа сығарылған. Ике көндән лордтар палатаһы ла шундай уҡ яҙмышҡа тарыған.

1649 йылдың 19 майында Англия республика тип иғлан ителгән. Бай сауҙагәрҙәр, эшҡыуарҙар һәм яңы дворяндар власҡа килгән. Закондар сығарыу власы тулыһынса ағзалары үҙҙәрен "Англия азатлығы"н һаҡлаусылар тип атаған общиналар палатаһынан торған бер палаталы парламентҡа күскән. Башҡарма власть 41 кешенән торған советҡа тапшырылған, уның башында Оливер Кромвель етәкселегендәге хәрбиҙәрҙең юғары ҡатламы торған. Ләкин ҡала ярлыларының һәм крәҫтиәндәрҙең тормошонда бер нәмә лә тиерлек үҙгәрмәгән.

Король менән парламент араһындағы граждандар һуғышы пуритандарҙың еңеүе менән тамамланған. Карл I язалап үлтерелгән, Англияла абсолютизм бөтөрөлгән. Парламент илде республика тип иғлан иткән.