Абердин[8][9], (ингл.  Aberdeen [æbərˈdiːn], гэл. Aiberdeen, гэл. Obar Dheathain [ˈopər ˈʝɛhɪn]) — төп балыҡ тотоу һәм диңгеҙ порты, Шотландияның ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы. Абердин-Сити округының административ һәм мәҙәни үҙәге . Шулай уҡ ҡалала Абердиншир округының муниципалитет советы урынлашҡан[10]. XII-XIV быуаттарҙа Абердин Шотландия королдәренең резиденцияһы була.

Абердин
брит. ингл. Aberdeen
скотс Aiberdeen
гэл. Obar Dheathain
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1175
Рәсем
Рәсми атамаһы Aberdeen, Aiberdeen һәм Obar Dheathain
Дәүләт  Бөйөк Британия[1]
Административ үҙәге Абердин-Сити[d][2], Абердин[d], Абердиншир[d], Сити-оф-Абердин[d] һәм Грампиан[d]
Административ-территориаль берәмек Абердин-Сити[d]
Сәғәт бүлкәте ECG[d], UTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d]
Историческое графство Абердиншир[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Дон[d][3], Ди[d][3] һәм Aberdeen Bay[d][4]
Геомәғлүмәттәр Data:Aberdeen.map
Халыҡ һаны 200 680 кеше (2016)
Туғандаш ҡала Ставангер[d], Атырау, Регенсбург, Клермон-Ферран, Булавайо[d], Хьюстон[d][5], Гомель[d], Баҡы[6] һәм Барранкилья[d][7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 65,1 км²
Почта индексы AB10-AB13 (parte), AB15, AB16, AB22-AB25
Рәсми сайт aberdeencity.gov.uk
Урынлашыу картаһы
Тема географияһы geography of Aberdeen[d]
Тема иҡтисады economy of Aberdeen[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 13 615
Урындағы телефон коды 1224
Карта
 Абердин Викимилектә

Уны икенсе төрлө Гранит ҡала, Һоро ҡала һәм алтын ҡомло Көмөш ҡала тип атайҙар. XVII быуаттан алып ХХ быуаттың уртаһына тиклем ҡала биналары урындағы һоро граниттан төҙөлгән(граниттың эсендә слюда бөртөктәре бар, шуға күрә улар көмөш кеүек күренәләр). Абердинда оҙон ҡомло яр буйы һыҙығы бар. 1970 йылда Төньяҡ диңгеҙендә нефть табылғас, ҡалаға Европа нефтенең баш ҡалаһы һәм Европа энергетикаһының баш ҡалаһы тигән исемдәр биргәндәр.

Абердин һүҙе А-bar + dun тигәндән алынған, ул һаҙлыҡтағы ҡалҡыулыҡ тип аңлатыла. Гаэльсә Abar (һыу) + bar (кәртә) тип тәржемәләнә, быны һаҙлыҡ[11] тип аңларға кәрәк.

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡала Ди һәм Дон йылғалары тамағы араһында ята, тарихи Иҫке Абердонға(Aberdon) — Дон йылғаһына тиклем һуҙылған ҡаланың төньяҡ өлөшөнә бүленгән һәм шулай уҡ ҡаланың көньяҡ өлөшөндәге Ди йылғаһының һул ярында торған Яңы Абердинға (Ди йылғаһы буйындағы элекке балыҡсылар ауылы) бүленгән. Абердин боронғо Деван рим колонияһы урынында үҫешкән. 1891 йылда Абердиндың ике өлөшө лә рәсми рәүештә берләшкән. Ҡала 80 км оҙонлоғондағы Инверури каналы менән тоташҡан.

1891 йылдан алып Абердин берләшкән ҡала[12].

Абердин урынында борон Римдең Деван колонияһы булған[13].. Римлеләр 580 йылда ҡаланан киткәс, Абердин өр-яңынан нигеҙләнгән, уға нигеҙҙе изге Колумбаның уҡыусыһы изге Махар нигеҙ һалған. Махар нигеҙләгән миссия артабан Абердин епископлығы булып китә һәм үҙ бойондороҡһоҙлоғон бары тик 1330 йылда ғына юғалта. Махар хөрмәтенә граниттан төҙөлгән готик собор (1131—1165 йылдар, ләкин һуңғы ҡиәфәтен собор 1530 йылда ғына ала) изгеләндерелә. 1179 йылда Иҫке Абердин ҡала хоҡуғына эйә була; XII—XIV быуаттарҙа Шотландия королдәре резиденцияһы була. XVIII быуаттан алып Иҫке Абердиндың урамындары һәм майҙандарында даими төҙөлөш алып барыла[14].

XIX быуатта Ди йылғаһы аша ете көмбәҙле өс күпер төҙөлә, 1520 йылда тимер юл күпере менән аҫылмалы күпер төҙөлә. Абердин Шотландияның төньяҡ-көнсығышындағы иң мөһим ҡалаларҙың береһе була. Бында ҡағыҙ етештереү, кизе-мамыҡ, етен иләү мануфактуралары, канат, күн фабрикалары, суйын заводтары эшләй, мөгөҙлө мал, лосось, йомортҡа, май, сусҡа ите, икмәк менән сауҙа итәләр. Лондон, Лит (Эдинбург) Питерхед, Инвернесс һәм Оркней утрауҙары араһында пароходтар йөрөгән.

[15].

XX быуатта берләшкән Абердин Грампиан районының административ үҙәге була. XХ быуаттың беренсе яртыһында ҡала фабрика сәнәғәте үҙәге була (суднолар төҙөү, ҡағыҙ һәм туҡыма етештереү, гранитты шымартыу). 1970 йылдан алып — ҡала Төньяҡ диңгеҙ нефть шельфындағы нефтте эшкәртеү сәнәғәте үҙәге була[16].

Абердин — Төньяҡ Шотландияның эре порты, Балтика диңгеҙе һәм Скандинавия илдәре менән сауҙа итешеүҙең үҙәге. 1970 йылда Төньяҡ диңгеҙ шельфында нефть сығарыла башлай[17].

Абердин Шотландияның балыҡ эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булып тора. Бында шулай уҡ химия, целлюлоза-ҡағыҙ, туҡымалар етештереү, аҙыҡ-түлек (балыҡ консервалары) сәнәғәте һәм караптар төҙөү сәнәғәте үҫешкән. Абердин — гранит һәм мәрмәр сығарыу һәм уны шымартыу үҙәге.

Социаль сфера

үҙгәртергә

Ҡалала Абердин университеты эшләй, ул 1860 йылда ике колледждан: католик «Кингз» колледжы (1494 йылда нигеҙ һалынған) һәм протестанттар «Маришаль» колледжы (1593 йыл нигеҙләнә) — барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ Абердинда Роберт Гордон университеты (1992 йылдан — технология институты; 1775 йылда нигеҙ һалынған). Ҡалала малсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм тупраҡ өйрәнеү фәнни-тикшеренеү институты эшләй[18].

Ҡалала океан климаты, йыл буйына мул яуым-төшөм булып тора. Ҡыш йылы һәм ямғырлы, йәй һалҡын һәм ҡыҫҡа.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 16,6 17,0 20,9 24,0 24,2 27,0 30,0 29,7 26,1 22,0 17,8 16,1 30,0
Уртаса максимум, °C 6,3 6,8 8,7 10,8 13,4 15,9 18,3 18,1 15,8 12,2 8,8 6,4 11,8
Уртаса температура, °C 3,6 3,9 5,3 7,1 9,5 12,2 14,5 14,3 12,2 9,1 6,0 3,8 8,5
Уртаса минимум, °C 0,8 0,9 2,0 3,3 5,6 8,5 10,7 10,4 8,5 5,9 3,1 0,9 5,1
Абсолют минимум, °C −19 −15 −11,8 −6 −4,3 −0,3 2,0 0,0 −2 −4 −15,6 −18,1 −19
Яуым-төшөм нормаһы, мм 67 53 61 58 56 60 60 60 66 96 92 74 804
Сығанаҡ: [1]

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Ҡаланың иҫке ҡоролмаларының үҙенсәлеге булып урындағы шымартылған граниттан («көмөш»)төҙөлгән биналар тора. Бындай йорттар, XIII—XIV быуаттарҙа төҙөлгән, улар ҡаланың төп урамы булған Юнион-стритта тора. Изге Махар соборы ла шул урындағы граниттан төҙөлгән. XVI быуаттың гражданлыҡ төҙөлөшө булып Король колледжы капеллаһы (1500-1505 йылдарҙа), Маришаль-колледжы бинаһы (1593 йыл) тора[19].

XVIII быуатта ҡалала Голден-сквер һәм Бон-Аккорд-скверҙарындағы майҙан ансамблдәре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ Изге Николай сиркәүе иғтибарға лайыҡ (Сент-Николас), ул ике өлөштән тора: Көнбайыш Сиркәү (1751-1755 төҙөлә, архитекторы- Джеймс Гиббс) һәм көнсығыш Сиркәү (1838, архитекторы- Арчибальд Симпсон). Һуңғы осор ҡаралтылары араһында — неоготик стилендә төҙөлгән муниципалитет бинаһы (1867-1878 йыл), Маришаль-колледждың эдвардиан стилендәге яңы бинаһы (1906 йыл, архитекторы-Александр Маршал-Маккензи)[20].

Абердинда бер нисә музей бар: ҡала тарихы музейы, «Гордон Хайлендерс» хәрби музейы, сәнғәт галереяһы (1884 йылда төҙөлә; XVIII—ХХ быуаттарҙағы Британия сәнғәте әҫәрҙәре ҡуйылған)[21].

Шәхестәр

үҙгәртергә

XIV быуатта Абердинда тарихсы һәм шағир, архидиакон Джон Барбур йәшәй, ә XVI быуат башында Кингс-колледжы директоры булып тарихсы Гектор Бойс эшләй. Абердинда 10 йыл буйына шағир Байрон ғүмер иткән.

Шулай уҡ ҡалала 1679 йылда тыуған билдәле масон Джеймс Андерсон тыуған.

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Абердиндың туғандаш ҡалалалары түбәндәгесә:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Абердин — 1996.
  3. 3,0 3,1 АБЕРДИН // АБЕРДИН • Большая российская энциклопедия - электронная версия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  4. https://maps.nls.uk/view/78055333
  5. https://www.houstontx.gov/abouthouston/sistercities.html
  6. http://baku-ih.gov.az/page/26.html
  7. https://www.barranquilla.gov.co/desarrolloeconomico/relaciones-internacionales/acuerdos
  8. Великобритания, Ирландия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 54—55. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  9. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 7.
  10. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  11. The New Statistical Account of Scotland: Aberdeen. — W. Blackwood and Sons, 1845. — С. 2. — 1238 с.
  12. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  13. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  14. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  15. Абердин, графство и город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  16. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  17. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  18. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  19. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  20. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  21. Паппе В. М. Абердин // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 21. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  22. Две «столицы» — два образа жизни " Сайт Атырауской еженедельной газеты «Ак Жайык»

Һылтанмалар

үҙгәртергә