Майҙан (фарс. — майҙан) — традицион башҡорт байрамы. Төрки халыҡтары үткәрә.

Майҙан
Төрө мәжүсилек элементтары менән халыҡ байрамы
Башланған ваҡыты башҡорттар
үткәрелеү ваҡыты май аҙағында
Байрам итеү күмәк халыҡ күңел асыуы
Йолалар Бишбармаҡ, ҡымыҙ, бал, буҙа әҙерләгәндәр, байрам табыны, йүгереү, алыш, һикереү ярыштары, йәйәнән атыу, халыҡ бейеүҙәре, йырҙары башҡарыу, ҡурайҙа уйнау, сәсәндәр ярышы ойошторола.
Арналған халыҡ йыйындары

Майҙан байрамын үткәреү башланғысы булып ырыу-ҡәбилә берләшмәләренең халыҡ йыйылыштарын үткәреү тора.

Ғәҙәттә байрам сәсеү эштәре тамамланғас май аҙағына билдәләнгән. Байрамда бер йәки бер нисә күрше туғандаш ауылдар халҡы ҡатнашҡан. Байрамды үткәреү урыны итеп ялан йәки ҡалҡыу урын һайланған.

Байрам йолалары

үҙгәртергә

Саҡырыусылар күрше ауылдарҙа йәшәгәндәргә байрам үткәреү көнө тураһында хәбәр иткәндәр. Байрам башланыуға ҡарай бүләктәр, ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡса йыйыла.

Байрам диаметры 50 метрға тиклем булған түңәрәк формаһындағы майҙанда үткәреләгән булған, ул ботаҡтар менән кәртәләп алынған, үҙәгендә оҙон, 10 метрға тиклем бейеклектәге ҡолға ҡуйылған[1]. Башҡортостандың айырым райондарында барам майҙанын биҙәү өсөн туҡыма балаҫтар, тар оҙон балаҫтар, ашъяулыҡтар ҡулланылған[2]. Ҡунаҡтарҙы махсус кейенгән кешеләр ҡаршылай.

Һәр ғаилә яҡын-тирәлә тирмә йәки ҡыуыш ҡора. Майҙан тирәләй ҡарттар, балалар, улар артынан — ирҙәр ултырыша. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым сағыу биҙәлгән майҙан әҙерләнә.

Майҙан байрамы үҙәк майҙандан йырағыраҡта ат сабышы менән башлана.

Көн дауамында халыҡ уйындары үткәрелгән, көрәш, йүгереү, алыш, һикереү ярыштары, йәйәнән атыу, халыҡ бейеүҙәре, йырҙары башҡарыу, ҡурайҙа уйнау, сәсәндәр ярышы.

 
Байрамда көрәш

Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән (айғыр, һарыҡ, яулыҡ, таҫтамал һ. б.).

Байрам тәүлеккә тиклем һуҙылырға мөмкин булған, туйҙарҙы йәки йәрминкәләрҙе уның менән тап килтергәндәр.

Традицион рәүештә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн бишбармаҡ, ҡаҙы, ҡымыҙ, бал, буҙа әҙерләгәндәр.

  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — М.; Л., 1955. — С.186, 277—278; Полевые материалы автора.
  • Бромлей Ю. В. Новая обрядность — важный компонент советского образа жизни // Традиционные и новые обряды в быту народов СССР. — М., 1981. — С.12.
  • Шарапова И. Р. Башкирские народные праздники как социокультурный Уфа. БашГУ. 2011 г. ISBN 978-5-7477-2798-4

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә