Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты

(Сибай институты битенән йүнәлтелде)

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты — Башҡортостан Урал аръяғының ҙур белем биреү һәм фәнни үҙәге. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы бойороғо менән ҡалала  1990 йылдан һәм 1993 йылдан эшләп килгән БДУ һәм БДПИ филиалдарын берләштереү юлы менән төҙөлгән. Бөгөнгө көндә институтта 4 факультет эшләй.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты
Нигеҙләү датаһы 1994
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сибай
Урын Сибай
Баш компания (ойошма, предприятие) Өфө фән һәм технологиялар университеты
Рәсми сайт sibsu.ru
 Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты Викимилектә
Төп корпус күренеше

Сибай институтына 1998 йылда нигеҙ һалынған.

Институт биләмәһендә хәтер аллеяһы бар, унда унда Ш. Бабичҡа, З. А. Биишеваға, М. А. Буранғоловҡа, Р. Й. Ғариповҡа, Һ. Л. Дәүләтшинаға, Ш. У. Сибаевҡа бюстар ҡуйылған. Төп корпус бинаһына Аҡмуллаға, Ә. Ә. Вәлидовҡа, Исмәғил Тасимовҡа, Х. М. Йосоповҡа, Кинйә Арыҫлановҡа, М. Л. Мортазинға, М. И. Өмөтбаевҡа, З. Х. Рәсүлевкә, Х. Ф. Әхмәтовҡа — барельефтар, фойела 28 башҡорт полкының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған монументаль‑декоратив композиция урынлаштырылған. Уҡыу корпусы бинаһына 2012 йылда Ғ. Ш. Илешевкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Кафедралар

үҙгәртергә
Атамаһы Шифр
Тәбиғи-математик
Ғәмәли математика һәм мәғлүмәт технологиялары ҒММТ
Экология ЭК
Ботаника Б.
Кеше һәм хайуандар физиологияһы КХФ
Спорт дисциплиналары СП
Физик тәрбиә ФТ
Технологиялар
Технологияға өйрәтеү теорияһы һәм методикаһы ТӨТМ
Дөйөм техник дисциплиналар
ДТД
Иҡтисад
Иҡтисад теорияһы һәм менеджмент МиЭТ
Иҡтисад һәм финанс ЭиФ
Юридик
Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы ТиИГиП
Енәйәт хоҡуғы һәм процесс УПиП
Граждандар хоҡуғы һәм процесс ГПиП
Ватан тарихы ОИ
Яңы һәм өр яңы тарих НиНИ
Педагогия
Психология Пси
Педагогика Пед
Башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы ПиМНО
Филология
Инглиз филологияһы Ингл
Немец филологияһы Нем
Сит телдәр Ин
Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте БЯЛ
Башҡорт филологияһы БФ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Сибай: энциклопедия. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә