Алдар менән Зөһрә
Алдар менән Зөһрә — башҡорт эпосы (хикәйәт), халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы.
«Алдар менән Зөһрә» | |
«Алдар менән Зөһрә» | |
Жанр | |
---|---|
Төп нөхсә теле |
башҡорт |
Тасуирлама
үҙгәртергәҠуңҡас сәсәндән яҙып алынған һәм XIX быуат башында, фараз ителеүенсә, Т. С. Беляев урыҫ теленә тәржемә иткән. Ул ваҡытта баҫып сығарылмай, әммә ҡулъяҙма урыҫ телендә «Минең кистәрем. Башҡорт әкиәттәре» исеме аҫтында һаҡланып ҡалған, уның тәүге һәм аҙаҡҡы биттәре юҡ. Был ҡулъяҙма 1961 йылда Рәсәй Милли китапханаһында табыла һәм әлеге көнгә тиклем унда һаҡлана. Хикәйәттең фотокопияһы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Ғилми китапханаһында һаҡлана.
Эпик әҫәрҙең тексы 56 өлөштән тора һәм проза формаһында. Ҡулъяҙманың тексын башҡорт теленә шағир Рәми Ғарипов тәржемә иткән.
1992 йылда Ульяновск өлкәһендә археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында VII быуаттың икенсе яртыһында ерләнгән ҡәберлектә һөйәк пластиналар фрагменты табылған. Уларҙа, археолог В. Г. Котов күҙаллауҙары буйынса, «Алдар менән Зөһрә» хикәйәтенән булған эпизодтар төшөрөлгән. Был факт әлеге башҡорт эпосының боронғо сығанағы тураһында һөйләргә нигеҙ бирә.
Эпос «Алдар‑Шымай менән Зөһрә» башҡорт риүәйәтендә («Алдар‑Шымай и Зухра») телгә алынған. Дөйөм сифаттары булғандан сығып, күпселек тикшеренеүселәр «Алдар менән Зөһрә» һәм «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу» эпостарын бер үк автор яҙған тип фаразлай.
Сюжеты
үҙгәртергәХикәйәттең сюжетында тол ҡалған һылыуҡай-батыр Зөһрә тураһында, ул бала сағынан йәйәнән уҡ атыу, һыбай йөрөү менән шөғөлләнә, — был өлкәлә уға ҡыҙҙар араһында ғына түгел, ир-егеттәр араһында ла тиңләшеүсе булмай[1]; ҡыйыу Алдар батыр менән осрашыуы, уларҙың мөхәббәте һәм өйләнешеүҙәре тураһында; уларҙың ҡылған батырлыҡтары тураһында һ. б. хикәйәләнә. «Алдар менән Зөһрә» эпосында боронғо башҡорттарҙың ижтимағи тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм традициялары, белемдәре һәм ышаныуҙары киң сағылыш таба. Хикәйәттә башҡорт ҡәбиләләрен берләштереү һәм эреләтеү идеяһы үҙенең артабанғы үҫешен ала. Бында — дала (семиродец) һәм урман башҡорттары башҡорт ҡәбиләләренең бер халыҡ булып берләшеү процесы һүрәтләнә.
«Алдар менән Зөһрә» эпосы Аллабирҙенең еңел булмаған яҙмышы тураһында хикәйәләү менән башлана, ул тол ҡалып, өс улын юғалтып, туғандары кәңәше буйынса Ҡыҙрас ҡыҙы Зөһрәгә өйләнергә була. Аллабирҙе үҙенең юлдашы Йылҡыбай менән ҡыйынлыҡтар аша Ирәндеккә барып етеп, Зөһрә менән осраша.
Артабан хикәйәттә һүҙ уның төп героиняһы — Зөһрә исеменән алып барыла. Ул бала сағынан тышҡы күренеше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән ирҙәргә оҡшарға тырышҡан, хатта йыйындарҙа егеттәр менән ярышҡан. Уның матурлығы батырлығына тиң булған, ул мәргән йәйәнән атҡан, ә көрәштә һәм һыбай йөрөүҙә уға тиңләшеүсе булмаған. Йәнлектәргә һунар ваҡытында һәр ваҡыт алда була. Бер ваҡыт батыр-ҡыҙ (ҡыҙ-батыр) «саманан тыш ҙур дәүмәлле» еңелмәҫ аҡ айыу — айыуҙар башлығы менән һуғыша[2]. Күп кенә батырҙар унан ҡурҡалар, шуға ла уны кәләш итеп әйттермәйҙәр. Үҙенең киләсәге тураһында белеү өсөн, Зөһрә Аҡ-Иҙел тамағы яғына юллана. Унда алдан күрә белеүсе менән осраша, ул уның буласаҡ кейәүе тураһында һөйләй.
Бында Зөһрә дала батыры — Алдар батыр менән осраша ла инде. Алдар уға уны эҙләүе, Ҡандракүл буйында Зөһрәнең ата-әсәһе янында булыуы тураһында һөйләй. Тиҙҙән улар батыр-ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҡайталар. Уның тыуған яғында оло байрам ойошторола, ат сабышы, батырҙар көрәше ваҡытында Зөһрә менән Алдар көс һәм етеҙлектә бер-береһенә тиң тип иғлан ителә. Һөҙөмтәлә улар өйләнешеп, туй яһайҙар. Туйҙан һуң улар Алдар батырҙың тыуған яғына китәләр. Эпос төп персонаждың ҡәрҙәштәре (туғандары) менән осрашыуын хикәйәләү менән тамамлана[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ибрагимова Ю. Красота как гендерная характеристика.//"Ватандаш".
- ↑ Илимбетова А. Ф. Отражение культа медведя в мифологии и народных традициях башкир // Актуальные проблемы истории, языка м культуры Башкортостана: Сборник научных трудов молодых ученых ИИЯЛ УНЦ РАН. — Уфа: Деловая династия, 2008. — III выпуск. — 240 с. — С.107—119. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ «Алдар и Зухра»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирское народное творчество. Эпос// Сост. М. М. Сагитов. Коммент. Н. Т. Зарипова, М. М. Сагитова и А. М. Сулейманова. — Уфа, 1987. — Т. I. — С. 335—463. — 541 с.
- Башҡорт халыҡ ижад. Риүәйәттәр һәм легендалар. / Төҙ., башһүҙ һәм аңлатмалар авт. Ф. А. Нәҙершина. Яуаплы ред . К. Мәргән һәм Ә. М. Сөләймәнов. — Өфө, 1997. — II том. — Б. 439. (баш.)(баш.)
- Галин С. Ә. Башҡорт эпик хикәйәттәренең береһе тураһында («Ҡырбатыр һәм Ҡыҙбатыр») //Советская тюркология. 1975. № 4.
- Котова В. Г. «Алдар менән Зөһрә» башҡорт эпосына бер археологик иллюстрация тураһында // плюс Stratum. 1999. № 5
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Идельбаев М. Х. Алдар менэн Зухра // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Идельбаев М. Х. Алдар и Зухра. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 113. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.