Иҙрис мәмерйәһе

Салауат районының Иҙрис ауылы эргәһендәге мәмерйә

Иҙрис (шулай уҡ Краснопольск, Киҫәташ, Һарай,Салауат) мәмерйәһе — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы мәмерйә. Тарихи, тәбиғәт[1] һәм федераль әһәмиәттәге археология ҡомартҡыһы.

Иҙрис мәмерйәһе
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Асылған йылыXVIII быуат 
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташтар 
Мәмерйәгә инеү юлы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Иҙрис мәмерйәһе
 Иҙрис мәмерйәһе Викимилектә

Иҙрис ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1 километр алыҫлыҡта, Йүрүҙәндең һул яҡ ярында, йылға кимәленән 45 метр бейеклектәге ҡая өҫтөндә урынлашҡан. Беренсе тапҡыр Петер Симон Паллас материалдарында телгә алына.

Карст мәмерйәһе, түбәнге һәм урта карбон эзбизендә барлыҡҡа килгән. Классификация буйынса Көнбайыш Урал спелеологик провинцияһы урта спелеологик өлкәһенең Өфө спелеорайонының Йүрүҙән-Лаҡлы спелеологик бүленешенә ҡарай[2]. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа һуҙылған горизонталь коридорҙы хасил итә. Оҙонлоғо 93 метр, киңлеге 3,8 метр, бейеклеге 2,6 метр, амплитудаһы 10 метр, майҙаны 215 м², күләме 482 м³.

Мәмерйәнең киңлеге 2,4 метр һәм бейеклеге 3,8 метр булған тура мөйөшлө ауыҙының уң яғында өс тәҙрә бар. Улар аша оҙонлоғо 5 метр булған һәм өлөшләтә һыу менән тулған коридорға инергә мөмкин.

Мәмерйә түбәһендә урыны-урыны менән сталактит ҡалдыҡтары һаҡланған. Иҙәне — балсыҡ. Мәмерйәләге температура +8 °C.

XX быуаттың 30-сы йылдарында крайҙы өйрәнеүсе М. И. Касьянов мәмерйәлә ҡыҙыл охра буяуы менән яһалған яҙыуҙар таба. Улар артабан Иҙрис яҙмалары исемен ала[3].

Башҡорт халҡының «Салауат мәмерйәһе» риүәйәтенә ярашлы, 1774 йылда бында Салауат Юлаев үҙ арҡаҙаштары менән йәшенеп ята[4]


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Чернецов В. Н. Наскальные изображения Урала // САИ. В 4-12(2). 1971;
  • Петрин В. Т. Новые наскальные изображения Южного Урала // СА, 1976. № 4.
  • Широков В. Н.. Институт истории и археологии УрО РАН, 1998—2004.

Һылтанмалар

үҙгәртергә