Арғаяш милли округы

Арғаяш милли округы — 1934 йылдың 17 ғинуарынан 17 ноябренә тиклем Силәбе өлкәһе составына ингән башҡорт милли округы.
Үҙәге — Арғаяш ауылы.

Арғаяш милли округы
Нигеҙләү датаһы 17 ғинуар 1934
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Арғаяш (ауыл)
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Халыҡ һаны 88 900 кеше
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 17 ноябрь 1934
Майҙан 6772 км²
Карта

Файл:1928 atlas of the Soviet Union (merged).jpg
Арғаяш кантоны СССР картаһында, 1928 йыл

Башҡорт Үҙәк советының 1917 йылдың 15 ноябрендә сыҡҡан ҡарары буйынса, Урал аръяғы башҡорттары Бәләкәй Башҡортостандың Арғаяш кантонына индерелә. 1934 йылдың 17 ғинуарына тиклем Арғаяш кантоны Башҡорт АССР-ы составында административ-территориаль берәмек булып килә. Арғаяш кантоны ифрат ҙур Урал өлкәһе эсендә анклав рәүешендә урынлашҡан була. 1934 йылдың башында ВЦИК Президиумы ҡарары Урал өлкәһен өскә бүлә. Һөҙөмтәлә Арғаяш кантоны өр-яңынан барлыҡҡа килгән Силәбе өлкәһе составына «Арғаяш башҡорт милли округы» статусында индерелә. Борондан килгән көнсығыш башҡорт ерҙәре, бығаса Башҡорт АССР-ына ингән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы ошолай итеп яңы Силәбе өлкәһенә тапшырыла. 1934 йылдың 17 ноябрендә ВЦИК Президиумы ҡарары менән Арғаяш милли округы бөтөрөлә.

Хәҙерге Силәбе өлкәһендәге милли берәмектәр СССР-ҙа үткәрелгән административ реформа һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. ВКП(б)-ның XVI-сы съезы ҡарарҙарын үтәү барышында тамырлаштырыу (коренизация) төшөнсәһе киң ҡулланыла башлай. 1930 йылда Башҡортостанға ингән кантондар тарҡатыла һәм бөтөрөлә. Арғаяш кантоны урынына 2 район, атап әйткәндә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы булдырыла. Тамырлаштырыу түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота: аҙсылыҡ милләт телдәрендә мәктәп-педтехникумдар асыу, канцелярия эштәрен милли телдәргә күсереү, яңалифҡа (латин алфавиты нигеҙендә булдырылған төрки алфавитҡа) күсеү.

19801990 йылдар сигендә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ башҡорттары милли округты тергеҙеүҙе яҡлап мөрәжәғәт итә, әммә был тырышлыҡ һөҙөмтә килтермәй.