Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны
Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны (рус. Кипчак-Джитировский кантон) — Башҡортостан АССР-ы кантоны.
Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны | |
---|---|
![]() | |
Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны | |
Ил | Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Ермолаевка ауылы |
Ойошторолған | 1919 |
Майҙаны | 7 448 км² |
Халҡы | 112 371 кеше (1920) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Административ үҙәге — Ермолаевка ауылы.
Тарихы үҙгәртергә
1919 йылдың июлендә АСБР составында Ете ырыу кантоны һәм Ҡыпсаҡ кантоны улустарынан ойошторола.
3 күн заводы, поташ заводы, 2 һабын ҡайнатыу заводы эшләгән. 1921 йылда 19 китапхана иҫәпләнгән.
1922 йылдың 5 октябрендә кантон бөтөрөлә, территорияһы (16 улус) Йылайыр кантоны составына инә.
Халҡы үҙгәртергә
Халҡы 1920 йылда — 112371 кеше.
География үҙгәртергә
Майҙаны — 7 448 км². Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Ырымбур өйәҙе менән сиктәш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Гәрәева Ф. Ғ. Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.