Изге Китаптар

Wikimedia-Listn
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Изге Китап (ғәр. الكتب المقدسة‎) Исламда - Аллаһ тарафынан ислам тәғлимәте буйынса иңдерелгән текстар. Ғәмәлдә, хәҙерге көндә тик Ҡөрьән генә исламда изге китап булып ҡала, ә уға тиклемге бөтә изге Яҙмалар ваҡытлыса булған тип һанала һәм ғәмәлдән сығарылған[1].

Әл-Фатиха — Ҡөръәндең беренсе сүрәһе

Аллаһы Тәғәлә дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен бәйән итеп,Пәйғәмбәрҙәр аша йөҙ ҙә дүрт (104) китап иңдергән. Пәйғәмбәрҙәр ошо китаптар ярҙамында ҡәүемдәрен изге ғәмәлдәргә өндәгән. Иң беренсе Китап Әҙәм пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) 10 ҡағыҙ (бит), Шис пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) 50 ҡағыҙ (бит),Иҙрис пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) — 30, Ибраһим пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) 10 ҡағыҙ (бит) иңдергән. Муса (пәйғәмбәр)гә (ғәләйһиссәләм) Тәүрат китабын, Дауыт пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) Зәбур китабын, Ғайса пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) Инжил, һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙгә, салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм, Ҡөрьән китабын иңдергән.

Ҡөрьән алдағы бар китаптарҙы ла эсенә алған китап. Донъялыҡ өсөн дә, ахирәт өсөн дә кәрәкле хөкөмдәр бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, А. А. Кутуб Самавия // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).