Ибн Тәймийә
Тәҡи әд-дин Әбү Ғәббәс Әхмәт ибн Әбделхәлим әл-Харрани, йышыраҡ уны Ибн Тәймийә тип йөрөтәләр (ғәр. ابن تيمية; 1263, Харран, хәҙерге Төркиә — 26 сентябрь 1328 йыл, Дамаск, хәҙерге Сүриә) — ғәрәп мосолман теологы, хәнбәли мәҙһәбенең хоҡуҡ белгесе, дингә индерелгән «яңылыҡтарҙы» тәнҡитләүсе; исемен сәләфилек менән бәйләү таралған[2]. Ҡайһы бер авторҙар Ибн Тәймийәне суфый ти, әммә уның суфыйсылыҡтың ҡайһы бер раҫламаларын тәнҡитләгәне һәм был ағым тураһында көнбайыш ислам белгестәрендә кире фекер тыуҙырғаны ла билдәле.
Тәҡи әд-дин ибн Тәймийә | |
араб. تقي الدين ابن تيمية | |
Суккәриә мәҙрәсәһе мөҙәрисе 1283 — ? | |
---|---|
Алдан эшләүсе: |
Шиһабутдин әл-Харрани |
Дауам итеүсе: |
? |
Шәхси мәғлүмәт | |
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Әхмәт бин Ғәбделсәләм ибн Абдуллаһ ибн Тәймиә әл-Харрани |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: |
Харран |
Үлем көнө: |
26 сентябрь 1328 (65 йәш) |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: |
Дамаск;суфый зыяраты |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: | |
Әсәһе: | |
Бәрелештәр: | |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: | |
Белеме: |
Суккәриә мәҙрәсәһе |
Эш урыны: | |
Остаздары: |
Шиһабутдин әл-Харрани, Шәмсетдин әл-Макдиси |
Шәкерттәре: |
Ибн Ҡәййим әл-Жәүзийә[d], әз-Зәхәби, Ибн Кәсир[d], Ас-Сафади[d] һәм Аль-Омари[d] |
Йоғонто яһаған: | |
Хеҙмәттәре: |
Мәжмү әл-фәтүә әл-кубра[d], Минһаж әс-сөннә ән-нәбәвийә[d], әл-Акида әл-васитийя[d] һәм Naqḍ al-manṭiq[d] |
Ибн Тәймийә Викимилектә |
Дамаск ҡалаһындағы Хәнбәлиә мәҙрәсәһендә уҡыта. Дингә үтә ныҡ бирелгәнлеге һәм реформаторлығы, хакимдар һәм уларҙың ҡулы аҫтында хеҙмәт итеүселәр менән ыҙғышыуҙары арҡаһында үҙ ғүмерендә бер нисә тапҡыр төрмәгә эләгә. Ислам дин тәғлимәтенә грек фәлсәфәһе йоғонтоһон, ҡаләм рационализмын, «изгеләр» культын индерергә тырышыуҙарҙы тәнҡитләй. Алланы тасуирлау мәсьәләһендә Ибн Тәймийә сифатты инҡар итеүҙе лә, Аллаһты ул бар иткән нәмәләр менән сағыштырыуҙы ла, изге яҙмаларҙы символик-ситләтелгән мәғәнәләр биреп тәфсирләүҙе лә кире ҡаға. Сәйәсәт мәсьәләләрендә Ибн Тәймийә (Аллаһ уға рәхимле булһын) дәүләт менән дин берлеге яҡлы була, хәлифәлекте мотлаҡ тип тапмай һәм бер юлы бер нисә хәлиф булыу мөмкинлеген раҫлай . 500-ләп хеҙмәте ҡала.
Биографияһы
үҙгәртергәТулы исем-шәрифе: Шәйех-үл-Исләм Тәҡиүтдин Әбелғәббәс Әхмәт ибн Әбделхәлим ибн Мәждитдин ибн Әбдессәләм ибн Тәймийә әл-Харрани. 1263 йылда Харранда (Төньяҡ Сүриә) тыуа. Харранды монголдар баҫып алыу хәүефе тыуғас,1269 йылда Ибн Тәймийә ата-әсәһе менән Дамаск ҡалаһына (Шам) күсеп китә. Атаһы, Шиһабетдин Әбделхәлим әл-Харрани (вафаты — 1283 йылда), ислам хоҡуғы, хәҙистәрҙе өйрәнеү, Ҡөрьән тәфсире һәм башҡа дин тәғлимәте дисциплиналары белгесе була. Дамаскиҙа Әбделхәлим әл-Харрани данлыҡлы Умайялар мәсетендә уҡыта башлай, Сүккәриә мәсете етәксеһе була. Йәш Ибн Тәймийә ошо мәҙрәсәлә белем ала, атаһының вафатынан һуң, 1284 йылда, үҙе уның етәксеһе булып китә. Бәләкәйҙән Ҡөрьәнде ятлай, дини ғилемдәр генә түгел, математиканы, логиканы, фәлсәфәне лә өйрәнә [3]. Традицион дини белем алғас, Ибн Тәймийә Әхмәт ибн Хәнбәл хеҙмәттәре йоғонтоһона бирелә [2]. Остаздары араһында 1265 йылдан бирле Дамаск ҡалаһы хәнбәлиҙәренең баш ҡазыйы булған шәйех Шәмсетдин әл-Мәҡсиди ҙә була[4].
Ул ваҡытта Дамаск ҡалаһында монгол ябырылыуынан ҡасып килгән шул замандың бик күп билдәле ғалимдары йыйыла һәм ошо ҡалала ҡотолоу таба. Дамаск мосолман донъяһының мәҙәни үҙәгенә әүерелә, бында һәр төрлө мосолман идеологиялары үҫә, араларында бәхәстәр ҡорола. Ул заманда донъяға ҡарашта әшәриҙәрҙең ҡаләм мәктәбе абруйҙа була. Уны әйүбиҙәр, һуңынан төрки хакимдары ла өҫтөн күрә. Хәнбәли мәҙһәбе вәкиле булараҡ, Ибн Тәймийә доктринаһында фәлсәфәүи һәм логик дәлилдәр ҡулланған әшәри тәғлимәтенең ҡағиҙәләрен тәнҡитләй[3].
1296 йылдан Ибн Тәймийә Дамаск ҡалаһының Хәнбәлиә мәҙрәсәһендә уҡыта башлай. Дингә бирелгәнлеге, реформаторлығы, шулай уҡ хакимдар менән һыйыша алмауы арҡаһында бер нисә тапҡыр төрмәгә эләгә[5]. 1306—1312 йылдарҙа Мысырҙа булып, унда төрлө йүнәлешле дин белгестәре менән бәхәскә инә. Мысырҙа уны тәшбихтә (антропоморфизм) ғәйепләйҙәр һәм төрмәгә ултырталар. Иреккә сыҡҡас, «юл ҡуйылмаҫ яңылыҡтар» (бидғәт) индереүселәргә ҡаршы көрәшкә ташлана һәм тағы төрмәгә ябыла. 1313 йылда Дамаскиға кире ҡайтҡас, уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Ибн Тәймийә әл-Мәлик Лажиндың Кесе Әрмәнстанға походы һәм монголдарҙың Сүриәгә ябырылыу хәүефе менән бәйле йыһат ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Дамаскиға ҡайтҡас, ул ике тапҡыр төрмәгә ябыла һәм 1328 йылда Дамаск цитаделендә мәрхүм була[6]. Суфый зыяратында ерләнә[7].
Вафатынан һуң дүрт йөҙ йылдан хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған тәғлимәте Ибн Әбделваһһабҡа көслө йоғонто яһай һәм ваһһабилыҡ нигеҙенә ята. Был тәғлимәтте сәғүдиҙәр күтәреп ала һәм ул әлеге заманда Сәғүд Ғәрәбстанының рәсми идеологияһы булып тора[8]. Ибн Тәймийә Осама бин Ладен өсөн дә ҙур абруй булған тип иҫәпләнә[9].
Ҡараштары
үҙгәртергәБидғәткә ҡаршы көрәшеп, Ибн Тәймийә ислам тәғлимәтенә грек фәлсәфәһе элементтарын, ҡаләм рационализмын, «изгеләр» культын һәм Пәйғәмбәр ҡәберенә хаж ҡылыуҙы ла тәнҡит утына тота. Ғилем һәм фиҡһ өлкәһендә Ибн Тәймийә ғөләмәләрҙе абруйлы һанай, уларҙы «ислам вариҫтары һәм уның сафлығын һаҡлаусылар» тип иҫәпләй[10].
«Минһаж әс-Сөннә» («Сөннәт юлы») тигән әҫәре Насретдин ат-Тусиҙың шәкерте, шиғый дин белгесе Әлләмә Һилли яҙған «Минһаж әл-Кәрәмә» («Харизма юлы») менән бәхәскә ҡоролған[11]. Шиғыйсылыҡтан башҡа, ул хәрижиҙәрҙе лә, мөтәзилиҙәрҙе лә, әшәриҙәрҙе лә тәнҡитләй[12][6].
Теология
үҙгәртергәИбн Тәймийә үҙенең хәнбәлисел ҡарашын «алтын урталыҡ» (васат) принцибына ҡора, аҡылға (ғаҡел), традицияға (наҡел) һәм ихтыярға (ирада) таянырға тырыша. Аллаһты тасуирлау мәсьәләһендә ул Аллаға сифат хаслығын инҡар итеүҙе лә (тәҡтил, апофатизм), Аллаһты ул яралтҡандар менән сағыштырыуҙы ла (тәшбиһ, антропоморфизм), изге яҙмаларға ҡарата символик-ситләтелгән тәфсирҙе лә (тәьүил) кире ҡаға. Хәнбәлиселектең традициональ йүнәлешенә ярашлы, ул Ҡөрьән менән Сөннәне дини хәҡиҡәттең берҙән-бер сығанағы итеп һанай [13]. Ибн Тәймийә фекеренсә, Аллаһты тик Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ хәҙистәрендә һүрәтләнгәнсә генә тасуирларға кәрәк.
Иманда ул инаныуҙы, ниәтте һәм ғәмәлде айыра. Ибн Тәймийә, мәҙһәбтәрҙе нигеҙләүселәрҙең тәғлимәттәренә ҡарағанда, Пәйғәмбәр сәхәбәләренең һәм эйәрсендәренең фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һала. Ул Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә яҙылғандарға иждиһат итергә (насс), оҡшашлыҡ буйынса фекер йөрөтөүгә (ҡыйяс) өҫтөнлөк бирә һәм шуның менән ижманың әһәмиәтен кәметә[6].
Ихтыяр ирке һәм тәҡдир мәсьәләһендә Ибн Тәймийә Ҡөрьәнгә һәм Сөннәгә һалынған әхләҡи әүҙемлекте яңыртырға ынтыла. Ул мөтәзилиҙәрҙең кеше ғәмәлдәренә Аллаһ ихтыяры тәьҫирен кире ҡағыуын да, әшәриҙәрҙең кеше ихтыярын өҫтөн ҡуйыуын да хата тип таба. «Ихтыяр ирке — Аллаһ ҡөҙрәте» дилеммаһын хәл иткәндә, ул Аллаһтың ҡөҙрәтле көсөн — тик үткәндәргә, ә Аллаһ ҡануны ҡағиҙәләрен (шәриғәт) киләсәккә тоҫҡай [13].
Сәйәсәт
үҙгәртергәИбн Тәймийәнең сәйәси концепцияһы уның «әс-Сиәсә әш-шәрийә» («Дини идаралыҡ») тигән хеҙмәтендә аңлатыла. Ул дәүләт менән диндең айырылмаҫ берлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Традицион сөнни тәғлимәтенән айырмалы, ул хәлифәлек институтын мәжбүри тип ҡарамай һәм бер юлы бер нисә хәлифәлек булыу мөмкинлеген дә таный [13]. Ул идарасының һайланмалығын инҡар итә, сөнки иртә исламда был булмаған, ти. Шуның менән бергә, ул Дүрт бөйөк хәлифәнең ҡанунлы булғанлығын таный. Ибн Тәймийә дәүләт башлығының мотлаҡ ҡөрәйеш ҡәбиләһенә ҡараға булырға тейешлеген кире ҡаға.
Суфыйсылыҡ
үҙгәртергәИбн Тәймийәнең суфыйсылыҡҡа һәм мөриттәргә мөнәсәбәте тураһында тикшеренеүселәр төрлөһөн яҙа. Суфый шәйехтәренең (Әбделҡадир әл-Жилани, Сәри әс-Сәҡәти, әл-Жунайд һ. б.) эйәрсене булһа ла, ул пантеист суфыйҙар тәғлимәтен инҡар итә[6]. «Логиктарҙы кире ҡағыу» хеҙмәтендә ул грек логикаһын һәм әл-Фараби, Ибн Сина, Ибн Сабин кеүек фәйләсүфтәрҙең төп тезистарын ҡаҡшатырға тырыша[11]. Ибн Тәймийә күмәк зекер ҡылғанда суфыйҙарҙың көйгә бейеүен тәнҡитләй [14]. Ибн Тәймийә суфыйсылыҡ тәғлимәтен ҡаләмдән айырырға тырыша, әшәриҙәрҙең йә матуриҙарҙың аҡылға нигеҙләнгән дәлилдәре суфыйсылыҡ тәғлимәтенең асылына ҡаршы килә тип иҫәпләй.
Ибн Тәймийә суфыйсылыҡты тәнҡитләүе менән танылған. Ул музыка һәм бейеү аша экстазға инеүҙе, хөрәфәттәргә ышаныуҙы, саҙаҡалар тотоп, кәшәнәләргә йөрөүҙе, изгеләргә мөрәжәғәт итеүҙе ғәйеп күрә[15]. Көнбайыш ислам белгестәренең суфыйсылыҡты ислам диненә ят күренеш тип иҫәпләүе Ибн Ҡәййим әл-Жәүзи һәм Ибн Тәймийә хеҙмәттәре аша барлыҡҡа килә[16].
Ибн Тәймийәнең һәм мосолман тарихсыларының күп һанлы шаһитлыҡтарынан билдәле булыуынса, Ибн Тәймийә бер нисә суфый тәриҡәтенең шәйехе булған, Әбделҡадир әл-Жиләни тәриҡәтен үҙе өсөн иң мөһиме тип һанаған[17].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәИбн Тәймийә үҙенән һуң 500-ләп хеҙмәт ҡалдырған[15].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 Кирабаев, 2005, с. 126
- ↑ 3,0 3,1 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Корбен, Анри.
- ↑ Кирабаев, 2005, с. 128
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Ислам: ЭС, 1991, с. 85
- ↑ Джастин Уинтл.
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 86
- ↑ Ислам как угроза национальной и международной безопасности // Россия в новом веке: внешнеполитическое измерение. — ИА «НЕТДА», 2002.
- ↑ Кирабаев, 2005, с. 133
- ↑ 11,0 11,1 Корбен, Анри.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 НФЭ, 2010
- ↑ Кругосвет
- ↑ Дж.
- ↑ Насыров И. Р. Основания исламского мистицизма. Генезис и эволюция / отв. ред. Смирнов А. В.. — М: Языки славянских культур, 2009. — С. 16. — 552 с.
- ↑ Ibn `Abd al Hadi, Bad' al 'ilqa bi labs al khirqa, ms. al-Hadi, Princeton Library Arabic Collection, fols. 154a, 169b, 171b 172a.