Тәшбиһ
Тәшбиһ (ғәр. تشبيه — сағыштырыу, оҡшатыу; рус. ) — исламда Аллаһты кеше ҡиәфәтендә күҙаллау.
Тәшбиһ | |
ғәр. تشبيه | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Тәнзиһ |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тарафдарҙары
үҙгәртергәКөнбайыш ислам белгестәре тәшбиһте антропоморфизм тип аңлай, ислам дин белгестәре был терминды киңерәк мәғәнәлә ҡуллана, «антропоморфистарға» Аллаһ тураһында әҙәми сифаттар шәкелендә фекер йөрөтөүселәрҙе индерә. Тәшбиһ идеяһы хәшәүиҙәр мөхитендә барлыҡҡа килгән, тип һанала. Тәшбиһте таратыусыларҙың тәүгеләре Мөҡтил ибн Сөләймән (ваф. 767), Ҡәхмәс ибн әл-Хәсән әл-Басри (ваф. 766), Дауыт әл-Жәүәриби, Әхмәт әл-Хүжәйми һәм башҡа дин белгестәре була[1]
Төрҙәре
үҙгәртергәУрта быуат мосолман доксографтар тәшбиһтең ике төрөн айыралар:
- мөжәссимиҙәр — Илаһи зат асылын есем итеп күреүселәр. Уларға «сиктән сыҡҡан» шиғыйҙар, шиғый-хишамиҙар, каррамиҙар һәм башҡалар инә;
- хәшәүиҙәр — Илаһи атрибуттарҙы есемдәрҙең сифаттарына оҡшатыусылар[1].
Дөйөм алғанда, тәшбиһ төшөнсәһе Аллаһты абстракт, атрибуттарҙан мәхрүм булған зат итеп күҙ алдына килтереүсе тәтил төшөнсәһенә ҡаршы ҡуйыла . Һуңғыһының вәкилдәре булып мөғтәзилиҙәр һанала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Прозоров С. М. ат-Ташбих // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 235—236. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Tas̲h̲bīh // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)