Өмәүиҙәр мәсете
Өмәүиҙәр мәсете, Дамаск ҡалаһының (Шамдың) ҙур мәсете (ғәр.: جامع بني أمية الكبير, транслит. Ğām' Banī 'Umayyah al-Kabīr), донъялағы иң ҙур һәм боронғо мәсеттәрҙең береһе. Боронғо Дамаск ҡалаһының изге урындарында урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһы.
Мәсет | |
Өмәүиҙәр мәсетенең панорама күренеше | |
Ил | Сүриә |
Ҡала | Дамаск |
Мәсет төрө | Йома мәсете |
Архитектура стиле | Ислам архитектураһы |
Реликвия һәм йәдкәр | ЯхъяИоанн Креститель башы () , Сәләх әд-Дин ҡәбере |
Манаралар һаны | 3 |
Торошо | ғәмәлдә |
Тәрәүих | |
Ифтар | |
Мәсет Викимилектә |
Мосолмандар һәм христиандар хөрмәт иткән Иоанн Креститель башы (Яхъя) — мәсеттең хазинаһы. Мәсет нигеҙен ҡаҙығанда табылыуы ихтимал. Мәсеттең төньяғындағы баҡсала Сәләх әд-Дин ерләнгән.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙер мәсет торған урында арамей дәүерендә йәшен илаһы Хадада ҡорамы була. Арамейҙар булыу-булмауы мәсеттең төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә барған ҡаҙыныу эштәре ваҡытында сфинкс һынландырылған базальт стела табылыу менән асыҡланған. Һуңғараҡ, рим дәүерендә, был урында Юпитер ғибәҙәтханаһы урынлашҡан[1] артабан, византия ваҡытында христиан сиркәүе, христианлыҡта Иоанн Креститель башы һаҡланған изге урындарҙың береһе булған [2]
Тәүҙә Дамаск ҡалаһын баҫып алған ғәрәптәр (636 йыл) сиркәүгә ҡағылмай, сөнки мосолмандар ҙа, христиандар ҙа хөрмәт иткән ҡоролма була. Ләкин Өмәүи хәлифә Әл-Вәлид ибн I Әбдел Мәлик христиан сиркәүен һатып алырға була, һәм сиркәүҙе емертә. Ул 706—715 йылдар араһында был урында мәсет төҙөй[1].
Легендаға ярашлы, Әл-Вәлид сиркәүҙе, алтын ҡаҙау ҡаҙап, шәхсән үҙе емерә башлай. Мәсет төҙөү өсөн Афинанан, Римдән, Константинополдән, көнсығыш ғәрәп илдәренән иң яҡшы рәссамдарҙы, архитекторҙарҙы, таш эше оҫталарын саҡыра. Бөтәһе 12 меңдән ашыу эшсе мәсет төҙөүҙә ҡатнаша[2].
Шул мәлдән Дамаск Яҡын Көнсығышта мөһим пункт булып китә һәм һуңғараҡ Өмәүиҙәр хәлифәлегенең баш ҡалаһы булып әүерелә.
Янғын арҡаһында мәсет бер нисә тапҡыр зыян күрә, һуңғы тапҡыр 1893 йылда реставрация үткәрелгән[1].
Яхъя пәйғәмбәр ҡәбере
үҙгәртергәМәсет эсендә ихимал Яхъя пәйғәмбәр ҡәбере урынлашҡандыр (Иоанн Креститель). Мәсете төҙөгән саҡта төҙөүселәр осраҡлы рәүештә кеше һөйәгенә осраған. Сүриә христиандары был урында борон Иоанн Креститель Яхъя ҡәбере булған тип хәбәр иткән. Хәлифә Ибн Валид бойороғо менән ҡәбер шул урында ҡалған. Шул рәүешле ул ғибәҙәт залы уртаһында булып сыҡҡан[1].
Ғибәҙәт залында Яхъя пәйғәмбәрҙең Ирод батша бойороғо менән ҡырҡып алынған башы һалынған төрбә тора. Төрбә йәшел төҫтәге быялалар менән биҙәлгән аҡ мәрмәрҙән эшләнгән. Махсус ектән эскә рухына бағышланған яҙма, фотография, аҡса һалырға мөмкин.
Иоанн Креститель башы тарихы шулай ҙа ахырынаса асыҡланмаған. Мәскәү Патриархы вәкиле архимандрит Александр Елисов әйтеүенсә, Иоанн Креститель, бында пәйғәмбәр башының бер өлөшө генә һаҡланыуы мөмкин. Баштың йәнә фрагменты бар тип һанала — береһе Афонда, икенсеһе — Франциялағы Амьенда, өсөнсөһө — Римда, Папа Сильвестр сиркәүендә.
Фотогаларея
үҙгәртергә-
Məсет ҡапҡаларының береһе
-
I Вәлид эшләткән мозаикалар
-
Məсеттең эсе
-
Məсет күренеше
-
Мәсеттең иң элек ҡоролған манараһы
-
1488 йылда көнбайыш яҡтан солтан төҙөткән манара
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Низовский А.Ю. Мечеть Омейядов в Дамаске // Величайшие храмы мира: Энциклопедический справочник. — М.: Вече, 2006. — 576 с.
- Большая мечеть Омейядов в Дамаске . Assalam.ru. Дата обращения: 3 декабрь 2013.
- Мечеть Омейядов в Дамаске (705-715) . Ислам.ру (5 апрель 2009). Дата обращения: 3 декабрь 2013.