Задорнов Николай Павлович

Николай Павлович Задорнов (22 ноябрь (5 декабрь) 1909 йыл, Пенза, Рәсәй империяһы — 18 июнь[4] 1992 йыл, Рига, Латвия) — СССР яҙыусыһы, сценарист. Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1969) икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). Яҙыусы һәм сатирик Михаил Задорновтың атаһы (1948—2017).

Задорнов Николай Павлович
рус. Николай Павлович Задорнов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Латвия
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Николай Павлович Задорнов
Тыуған көнө 22 ноябрь (5 декабрь) 1909[1] или 5 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2]
Тыуған урыны Пенза, Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 18 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (82 йәш) или 18 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Латвия
Ерләнгән урыны Лесное кладбище[d]
Балалары Михаил Николаевич Задорнов[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик, сценарий яҙыусы, актёр, театр режиссёры, журналист
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр тарихи роман[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Изображение памятной доски
 Задорнов Николай Павлович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Павлович Задорнов 1909 йылдың 22 ноябрендә (5 декабрендә) Пензала табип-ветеринар Задорнов Павел Иванович (1875—1932)[5] һәм Задорнова Вера Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Шестакова) ғаиләһендә тыуа[6] (һуңыраҡ П. И. Задорнов уҫал ниәттә малды юҡ иткәне өсөн ғәйепләнә һәм төрмәлә вафат була), Себерҙә үҫә.

1926—1941 йылдарҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Себер, Алыҫ Көнсығыш, Өфө театрҙарында актёр һәм режиссёр була, күсмә төркөмдәрҙә эшләй. 1935—1937 йылдарҙа Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй: «Белорецкий рабочий» гәзите хеҙмәткәре, 1936 йылдан алып «Красная Башкирия» («Ҡыҙыл Башҡортостан»; ҡара: «Республика Башкортостан») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 19 быуаттың 60‑сы йылдарында Белорет заводында булған реаль ваҡиғаларҙы сағылдырған «Мәғәсүм менән Гурьяныч» («Могусюмка и Гурьяныч»; 1956) повесында башҡорт һәм урыҫтарҙың бергәләп завод хужаларына ҡаршы алып барған көрәше күрһәтелгән.[7] Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Хабаровск край радиокомитытында һәм Хабаровск «Тихоокеанская звезда» гәзитендә эшләй. Был осорҙа үҙенең тәүге «Амур-бабай» романын яҙа.

Н. П. Задорновҡа XIX быуатта Рәсәй Алыҫ Көнсығышын үҙләштереү тураһында тарихи романдарҙың, ергиҙәрҙәрҙең батырлыҡтары тураһында ике циклы ҡарай. Беренсе цикл — 4 романдан: «Далекий край» (1-2-се китап, 1946—1949), «Первое открытие» (1969, тәүге атамаһы — «К океану», 1949), «Капитан Невельской» (1-2 китап, 1956—1958) һәм «Война за океан» (1-2 китап, 1960—1962) тора. Икенсе циклында (күскенсе-крәҫтиәндәрҙең Алыҫ Көнсығышты үҙләштереүе тураһында) тематик яҡтан беренсе роман менән бәйле: «Амур-батюшка» (1-2 китап, 1941—1946) һәм «Золотая лихорадка» (1969) романдары.

1971 йылда 1854—1855 йылдарҙа адмирал Е. В. Путятиндың Японияға экспедицияһы тураһында «Цунами» романы баҫылып сыға. Шулай уҡ хәҙерге заман тураһында «Желтое, зеленое, голубое…» (1-се китап, 1967) романын, «Голубой час» юл очерктары китабын (1968) һ.б. яҙа

1946 йылдан вафатына тиклем Задорнов Ригала йәшәй.

1969 һәм 1972 йылдарҙа Японияға бара.

Файл:Памятник писателю Николаю Задорнову в Хабаровске.JPG
Николай Задорновтың Хабаровскиҙа һәйкәле
 
Ригала мемориаль таҡтаһы

Задорнов Николай вафат 1992 йылдың 18 июнендәендә вафат була. Юрмалала Яундубулты зыяратында ерләнә[8]

Пензала яҙыусы йәшәгән йортта (Революция урамы, 45) мемориаль таҡта асыла.

Хабаровскиҙа Амур йылғаһы яры буйында Николай Задорновҡа һәйкәл ҡуйылған.

Рига ҡалаһында Задорнов 1948—1992 йылдарҙа йәшәгән йортта (Рупниецибас һәм Элизабетес урамдары мөйөшөндә), 2009 йылда мемориаль таҡтаташ асыла.

Задорновҡа мемориаль таҡта шулай уҡ Амурҙағы Комсомольскта, драма театры фасадында асыла

Ата-бабалары

үҙгәртергә

Ғаилә риүәйәттәре буйынса, Задорновтар сығышы менән Пенза губернаһы Терновка ауылынан[9] (хәҙерге Пенза биҫтәһе[10]).

  • Атаһы — Задорнов Павел Иванович (1875 — 31 май 1933) — Терновка ауылында тыуған. Ҡазан ветеринария институтын тамамлай. Ветеринар булып эшләй, Читала малдарҙы юҡ итеүҙә ғәйепләнә, ҡулға алына һәм 1933 йылда 10 йылға хөкөм ителеп, төрмәлә үлә, 1957 йылда аҡлана[9].
    • Олатаһы — Иван Задорнов, итексе, урмансы улы. Пенза ҡалаһына күсә[9].
  • Әсәһе — Задорнова Вера Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Шестакова; 1877 йыл — 21 июнь 1952), дин әһеле ҡыҙы. Вера Михайловна ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын алтын миҙалға тамамлай һәм Санкт-Петербургта юғары коммерция курстарында уҡый, ире үлгәндән һуң Пензаға ҡайта, Мәскәү сит телдәр институтын һәм тәржемәселәр курсын ситтән тороп тамамлай һәм мәктәптә немец теленән уҡыта[9].
    • Олатаһы — Шестаков Михаил Иванович[9] (1844, Тверь — 15 [27] марта 1895) — Мәскәү дини академияһын тамамлаған, дин тәғлимәте кандидаты, латин һәм аллаһы тәғәлә ҡанундарын уҡыта, дин әһелдәре менән 1873 йылдан Пенза кафедраль соборы руханийы[11][12].
    • Оләсәһәе — Шестакова Ольга Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Войнова[9]; 1840 — 20 май (2 июнь) 1915)[11].
  • Өлкән ағаһы Борис (1904 — 26 июляь 1943) — Николай һүҙҙәре буйынса ике юғары белем ала һәм ғалим-биолог була, әммә атаһы ҡулға алынып, вафат булғандан һуң һәм диссертация эшен урлаттырғандан һуң аҡылы зәғифләнә һәм әсәһе менән Пензала йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында аслыҡтан үлә
  • Ҡатыны — Елена Мельхиоровна Задорнова (тыумыштан Покорно-Матусевич, 1909—2003) — милләте буйынса полька, Өфө гәзитендә корректор булып эшләй, эштә Николай менән таныша.
  • Ҡыҙы — Людмила (1942) — Балтика халыҡ-ара академияһында инглиз теле уҡытыусыһы, «Задорновтар. Ырыу тарихы» (2009) китабы авторы.
  • Улы — Михаил (1948—2017), билдәле яҙыусы-сатирик.
  • Ейәнсәре — Елена (1986) — актриса, театр сәнғәтенең Рәсәй университетын — ГИТИС-ты тамамлай, инглиз һәм француз телдәрен белә, йога менән шөғөлләнә, Мальтала йәшәй, Мальта телесериалдарында, шулай уҡ атаһының сценарийы буйынса «Однажды в Америке, или Чисто русская сказка» фильмында төшә[13][14][15].
  • Ейәне — Алексей Валерьевич Задорнов — юрист, эшҡыуар, ООО «Задорнов и Партнёры» юридик фирманың генераль директоры[16], ҡыҙы Людмиланың улы. 2018 йылда Мәскәү Йортонда һәм Ригала Николай һәм Михаил Задорнов исемендәге китапхана директоры була[17].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Фильмография

үҙгәртергә
  • «Тропой Арсеньева» документаль фильм (1984 йыл; Телевидение СССР; Н. Задорнов — сценарий авторы һәм алып барыусыһы; режиссёры Сергей Сатыренко; операторы Александр Божко; тексты уҡыусы Юрий Соломин) (YouTube сайтында смотреть ).

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Могусюмка и Гурьяныч: повесть. 1937. Впервые издана в 1957 году, повествует о жизни башкир в городе Белорецк после отмены крепостного права (Могусюмка — башкир; Гурьяныч — русский, кузнечный мастер).
  • Күскенселәр тураһында трилогия
    • Амур-батюшка: роман. — Хабаровск: Дальгиз, 1944. Перераб. ред. 1958 (две книги) (впервые напечатан в журнале «На рубеже» в 1940 году).
    • Золотая лихорадка: роман. — Хабаровск: Кн. издательство, 1971. — 448 с. (является 3-й книгой романа «Амур-батюшка», впервые напечатан в журнале «Дальний Восток» в 1969 году).
  • Мангму: повесть. — Хабаровск: Дальгиз, 1946. — 146 с. с иллюстрациями Д. Д. Нагишкина (о жизни нанайцев в ту пору, когда в Хабаровском крае обитали лишь малолюдные разобщённые роды; повесть написана в 1940 году и впоследствии стала первой частью романа «Далёкий край»).
  • Алыҫ Көнсығыш тураһында тетралогия
    • Далёкий край: роман. — Ленинград: Молодая гвардия, 1949 (первой частью романа стала повесть «Мангму», написанная в 1940 году, а второй — повесть «Маркешкино ружьё», завершённая автором в 1948 году).
    • К океану: роман. — Рига: Латгосиздат, 1950 (в 1969 году доработан автором и вышел под названием «Первое открытие»).
    • Капитан Невельской: роман. В 2-х книгах. — Москва: Советский писатель. 1956—1958.
    • Война за океан: роман. В 3-х книгах. — Рига: Латгосиздат, 1963.
  • Жёлтое, зелёное, голубое…: роман. — Москва: Советский писатель, 1967. — 215 с. (роман о писателе, помогающем секретарю обкома).
  • Голубой час: очерки. — Москва: Советский писатель, 1968. — 183 с. (рассказ автора о поездках на восток России (в города Хабаровск и Комсомольск-на-Амуре, на остров Сахалин, Курилы, лиман Амура, Охотское побережье)).
  • Адмирале Путятин тураһында тетралогия
    • Цунами: роман. — Москва: Советский писатель, 1972.
    • Симода: роман. — Москва: Советский писатель, 1975.
    • Хэда: роман. — Москва: Советский писатель, 1979. — 432 с. Сдано в набор 09.01.80. Подписано к печати 18.06.80. Тираж 200 000 экз.
    • Гонконг: роман. — Москва: Советский писатель, 1982. — 368 с. Сдано в набор 04.03.82. Подписано к печати 13.08.82. Доп. тир. 100 000 экз. (об отношениях России и Великобритании в Тихом океане в конце XIX века).
  • Большие плавания: роман. В 3-х книгах, 1984.
  • Владычица морей: роман. — Москва: Советский писатель, 1989. — 464 с. ISBN 5-265-00551-X. Сдано в набор 19.07.88. Подписано к печати 02.01.89. Тираж 100 000 экз. (о основании города Владивосток; Владивостоку также посвящён роман «Владивосток», который не был закончен автором).
  • Ветер плодородия: роман. — Москва: Советский писатель, 1992. — 256 с. ISBN 5-265-02315-1. Тираж 50 000 (о заключении Айгунского договора между Россией и Китаем).
  • Собрание сочинений: В 6-ти томах. — Москва: Художественная литература, 1977—1979. Собрание сочинений включает следующие ранее изданные произведения: роман «Амур-Батюшка» (том 1, 1977), роман «Золотая лихорадка» (том 2, 1977), роман «Далёкий край» (том 3, 1978), роман «Первое открытие» (том 4, 1978), роман «Капитан Невельской» (том 5, 1979), роман «Война за океан» (том 6, 1979).

Задорновтың китаптары тарихи теүәллек менән айырылмай, авторҙың фольклор шәхестәренә ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләй; улар бик һуҙылған һәм психологик тәрәнлектән мәхрүм ителгән.

Вольфганг Казак

Эш шунда, ул, йомшак итеп әйткәндә, уртаса яҙыусы. Психологик оҫталыҡҡа эйә түгел. Уның романдарының интригалары шаҡтай күңелһеҙ. Күрәһең, ул быны үҙе лә һиҙгәндер, 1967 йылда Себерҙе үзләштереп, тарихты артҡа ҡалдыра, яҙыусы булараҡ обком секретары һөнәрен үзләштереп тарихҡа тотона.

Ниңәлер уға партия ярҙамы кәрәк ине. Власть тотоусыларҙан уға нимәлер кәрәк була[19].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  2. 2,0 2,1 ЗАДОРНОВ Николай Павлович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 10—11. — ISBN 5-94848-262-6
  3. Задорнов Николай Павлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. На могиле Михаила Задорнова в Юрмале установили памятник
  5. 80 литературных имен: Николай Задорнов — пензяк по рождению
  6. 80 литературных имен: Николай Задорнов — пензяк по рождению 2020 йыл 22 август архивланған.
  7. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/3149-zadornov-nikolaj-pavlovich 2020 йыл 15 август архивланған.
  8. Михаил Задорнов будет похоронен рядом с отцом
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Задорнова, 2009
  10. Полубояров Михаил Сергеевич. Пензенский район. Дата обращения: 7 август 2020. 2019 йыл 7 сентябрь архивланған.
  11. 11,0 11,1 Тюстин А. В. Пензенский некрополь XVII-нач. ХХ вв. Фамилии на букву «Ш». Пензенские хроники. Дата обращения 7 августа 2020.
  12. Священник Михаил Иванович Шестаков // Пензенские епархиальные ведомости : журнал. — 1895. — № 7. — С. 261—262.
  13. Дочь Михаила Задорнова уговорили сыграть стерву
  14. Вторая жена Михаила Задорнова обиделась на его завещание
  15. В театральные вузы опять набрали блатных // Экспресс газета
  16. https://sbis.ru/contragents/5313005292/531301001
  17. Новоселье: библиотека Задорнова обрела надежный дом 2018 йыл 20 сентябрь архивланған.
  18. Ведомости Верховного Совета СССР. — М.: Издание Верховного Совета СССР, 1984. — № 47 (21 ноября). — 861—872 с. — [Статьи 831—847.]
  19. Геннадий Красухин. Мои литературные святцы. — Litres, 2017. — ISBN 9785457876491.
  • Задорнова Л. Н. «Задорновы. История рода». — М.: Амрита-Русь, 2009. — 287 с. — ISBN 978-5-9787-0453-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • azbukivedi.lv — библиотеки имени Николая Задорнова рәсми сайты
  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917 / [пер. с нем.]. — М. : РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8.
  • Тюстин А. В. Задорнов Николай Павлович (22.11.1909 — 18.06.1992) (рус.) // Тюстин А. В., Шишкин И. С. Пензенская персоналия. Славу Пензы умножившие. Т. 1 (А-Л): [биогр. слов.]. — Пенза: ООО «Айсберг», 2012. — С. 126—127. — ISBN 978-5-94428-091-6.
  • 5 декабря 1909 года родился Николай Павлович Задорнов (неопр.) (недоступная ссылка). Центр развития русского языка. Дата обращения 17 августа 2008. Архивировано 31 марта 2009 года.
  • Страничка на официальном сайте М. Н. Задорнова, посвящённая Н. П. Задорнову (рус.). Дата обращения 5 ноября 2009.