Жамин Виталий Алексеевич
Жамин Виталий Алексеевич (24 март 1920 йыл, Алтай крайы — 21 сентябрь 1989 йыл, Мәскәү) — Владимир Ильич Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты ректоры.
Жамин Виталий Алексеевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1920[2][3][4] или 24 март 1920 |
Тыуған урыны | Алтай крайы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 21 сентябрь 1989 или 1989[2][3][4] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВиталий Алексеевич Жамин 1920 йылдың 24 мартында Алтай крайында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1938 йылда Бийск ауыл хужалығы техникумын тамамлай һәм Новосибирск педагогия институтында уҡый башлай һәм шул саҡта Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Насар күреү арҡаһында хәрби хеҙмәттән азат ителеүгә ҡарамаҫтан, Виталий Жамин фронтҡа йүнәлтмә алыуға өлгәшә. Воронеж фронтындағы алыштарҙа 6-сы айырым саңғы бригадаһы разведка ротаһының сәйәси бүлек буйынса командир урынбаҫары, һуңынан рота командиры сифатында алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарында ауыр яраланып, госпиталдә дауалана һәм 1946 йылдың ғинуарында демобилизациялана.
Артабан — Чкалов (Ырымбур) педагогия институтының география факультетында һәм М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты аспирантураһында уҡый. 1950 йылдан В. А. Жаминдың педагогик эшмәкәрлеге башлана. Мәскәү дәүләт университетында ул сит илдәрҙең иҡтисади үҫеше һәм иҡтисады буйынса лекциялар уҡый.
1951 йылда В. А. Жамин Ҡытай Халыҡ Республикаһында сәйәси иҡтисад уҡытыусыһы булып эшкә йүнәлеш ала, унда өс йылдан ашыу була, иҡтисад фәнен һәм иҡтисади мәғарифты үҫтереү буйынса баш кәңәшсе вазифаһын биләй. 1950 — 1960 йылдарҙа ғалимдың эшмәкәрлеге йәнә Мәскәү дәүләт университеты менән бәйле була, унда ул иҡтисад факультеты деканы һәм сит илдәрҙең иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһын биләй.
1963 йылдың 30 майында РСФСР-ҙың мәғариф министры приказы менән В. А. Жамин В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһына раҫлана. Ул юғары уҡыу йорто директоры И. П. Далматовты алмаштырған беренсе университет ректоры була. В. А. Жамин меңдән ашыу профессор һәм уҡытыусы, ун ике меңдән ашыу студент һәм аспиранты булған илдең иң ҙур юғары уҡыу йорттары береһенең етәксеһе була.
Тәү сиратта ректор, уҡытыусылар коллективы менән танышып, уның проблемаларын асыҡлау һәм төп мәсьәләне хәл итеүгә берҙәм ҡараш булдырыу юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм тәрбиәләү өсөн кәрәк, тип таба. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ректорат эшен ойоштороуҙа ыңғай үҙгәрештәр була, кафедралар етәкселеге нығытыла, фәнни-педагогик кадрҙарҙың профессиональ үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу тормошҡа ашырыла.
В. А. Жамин уҡыу процесын үҙгәртеп ҡороуға ҙур иғтибар бүлә. В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты биш йыллыҡ уҡыу планына күсеү мәсьәләһен ыңғай хәл итә, күп профилле белгестәр әҙерләүҙән факультеттарҙы уҡытыусылар-предметсылар сығарыуға күсереүҙе тормошҡа ашыра. Институт штат теҙмәһе ала, абитуриенттарҙы ҡабул итеүҙең даими планлы планы раҫлай.
В. А. Жамин ғилми-тикшеренеү эшенә ҙур иғтибар бүлә. 1964 йылда В. А. Жаминдың башланғысы буйынса СССР-ҙа тәүге тапҡыр «Халыҡ мәғарифы өлкәһендә социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр» тигән проблемалы лаборатория булдырыла. Был илдә яңы фәнни йүнәлеш булдырыуға башланғыс һала. Институтта бөтәһе 19 ғилми-тикшеренеү һәм педагогик лаборатория иҫәпләнә. 1965 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институты ректоры В. А. Жамин Америка Ҡушма Штаттарында ике айлыҡ командировкала була, унда педагогик учреждениеларҙың эшен ойоштороу менән таныша. Сәфәр һөҙөмтәләре тураһында ул КПСС Үҙәк Комитетына хәбәр итә.
Ректор тарафынан күп ваҡыт һәм көс Мәскәү дәүләт педагогия институтын заманса бинаһын төҙөү мәсьәләһен хәл итеүгә тотонола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәләне ул ваҡытта хәл итеп өлгөрмәй, 1965 йылда Космонавтар урамында 9 ҡатлы студенттар ятағы сафҡа индерелә.
Административ эше күп булыуға ҡарамаҫтан, Виталий Алексеевич ғәмәлдәге ғалим булып ҡалыуын дауам итә. В. А. Жамин — ғәмәли иҡтисад тармағына нигеҙ һалыусы.
1966 йылдың авгусында В. А. Жамин СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад институтына директор урынбаҫары вазифаһына күсеүгә ризалыҡ бирә. Артабан ғалим СССР Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника институтында, Донъя социалистик системаһы институттарында уңышлы эшләй. Ете томлыҡ «СССР-ҙың социалистик иҡтисады тарихы» н әҙерләүҙә ҡатнашҡаны өсөн В. А. Жамин СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.
В. А. Жамин хеҙмәттәштәренең хәтирәләре буйынса бик эрудициялы була, ҡул аҫтындағыларҙың тәҡдимен еңел ҡабул итә, студенттар һәм аспиранттар менән даими шөғөлләнә, йәш ғалимдар тәрбиәләй һәм бер ҡасан да уларҙы алға этәреүҙән ҡурҡмай. Кешеләргә ҡарата изгелек һәм хөрмәт итеүе менән айырылып тора, ул һәр ваҡыт юмор тойғоһона эйә була. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата, һуңынан һынлы сәнғәтте уҡый, акварель менән яҙылған эштәре күп. Ул шиғырҙар яҙа, үҙешмәкәрлектә ҡатнаша, йырлай, бейергә ярата, осоу эше, фото менән шөғөлләнә, бик күп сәйәхәт һәм командировкалар тураһында өй киноһы төшөрә.
В. А. Жаминдың күп яҡлы эше Мәскәү дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһында яңы ҡараш, халыҡ мәғарифы эшенә эскерһеҙ хеҙмәт итеүөлгөһө булып тора.
Ғалим 1989 йылдың 21 сентябрендә вафат була, Вутраков зыяратында ерләнә.
Наградалары
үҙгәртергәВиталий Алексеевич Жаминдың эшмәкәрлеге совет дәүләтенә юғары баһалана.
- Ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «1941 — 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» ордены
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- СССР Дәүләт премияһы
Исемен мәңгеләштереү
үҙгәртергә1999 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтының иҡтисад факультетында профессор В. А. Жаминдың мемориаль кабинеты булдырыла. 2002 йылда факультеттың Ғилми советы В. Жаминдың исемле стипендияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәhttp://mpgu.su/immortal-regiment/zhamin-vitalij-alekseevich/