Стипендия
Стипендия (лат. stipendium — оклад, жалование) — ҡағиҙә булараҡ, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларға, шулай уҡ аспиранттарға һәм докторанттарға регуляр (ғәҙәттә ай һайын) түләнә торған пособие. Шулай уҡ уҡыу хаҡын түләү рәүешендәге регуляр булмаған финанс ярҙамы ла стипендия тип йөрөтөлә.
Стипендия | |
Стипендия Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУҡыусыларға стипендияны урта быуаттарҙа университеттарҙа һәм ҡала мәктәптәрендә түләй башлайҙар. Рәсәйҙә стипендиялар түләү XVIII быуатта индерелә. Стипендия өсөн аҡса хәйриә ҡылыусыларҙан, шулай уҡ баш ҡала магистраты, сиркәү, дәүләт ҡаҙнаһынан килә[1].
Рәсәйҙә стипендия төрҙәре
үҙгәртергәСтуденттарға академик дәүләт стипендияһы — семестр дауамында үткән сессия йомғаҡтары буйынса бирелә (уҡыу уңыштарын иҫәпкә алған коэффициенттар менән). Бюджетҡа алынған беренсе курс студенттарына беренсе семестрҙа бөтәһенә лә бер төрлө стипендия түләнә, БДИ билдәләре стипендия күләменә йоғонто яһай алмай. Сессия йомғаҡтары буйынса академик бурыстары булған һәм «ҡәнәғәтләнерлек» тигән билдәләре булған студенттарға стипендия түләнмәй. Уҡыу йорттары академик стипендия күләмен үҙҙәре билдәләй, әммә ул минималь рөхсәт ителгәндән кәм булырға тейеш түгел. Ҡайһы бер төбәктәрҙә район коэффициенттары һәм өҫтәмәләре бар. Академик стипендия илдә иң таралған стипендия төрө булып тора[2].
Аспиранттарға, ординаторҙарға, ассистент-стажерҙарға дәүләт стипендиялары.
Студенттарға дәүләт социаль стипендияһы — бюджет нигеҙендә уҡыған мохтаж студенттарға бирелә (тейешле исемлек законға ярашлы билдәләнә, әммә юғары уҡыу йорто етәкселеге уны киңәйтә ала).
Почетлы стипендия — айырыуса яҡшы өлгәшкәндәргә уны булдырған орган (мәҫәлән, Ғилми советы стипендияһы, Хөкүмәт йәки Рәсәй Президенты стипендияһы).
Исемле стипендия — ниндәй ҙә булһа өлкәлә тырышлыҡ күрһәткән һәм уңышлы уҡығандарға бирелә. Мәҫәлән, Вознесенский исемендәге стипендия, Гайдар исемендәге стипендия, Лихачев исемендәге стипендия, Маслюков исемендәге стипендия, Примаков исемендәге стипендия, Собчак исемендәге стипендия, Солженицын исемендәге стипендия, Туманов исемендәге стипендия.
Предприятие (компания) стипендияһы — юғары уҡыу йортон тамамлағас ошо предприятиеға килергә йөкләмә алған студенттарға бирелә.
Бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам — студент талабы буйынса семестрға бер тапҡыр бирелә.
СССР-ҙа исемле стипендиялар
үҙгәртергәЛенин стипендияһы
үҙгәртергәЛенин стипендияһы — Советтар Союзында иң абруйлы һәм иң юғары студент стипендияһы.
1960 йылда В. И. Лениндың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Министрҙар Советының 1960 йылдың 31 мартында сыҡҡан 371-се ҡарары һәм Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының 1960 йылдың 3 майында сыҡҡан 255-се приказы менән булдырыла. Студенттарға 2-се курстан отличноға уҡыған һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн түләнә. 1 йыл мөҙҙәткә билдәләнә, әммә һынау сессиялары һөҙөмтәләре буйынса оҙайтыла ала. Стипендия күләме 1960-сы йылдарҙа 80 һум тәшкил итә, 1980-се йылдарҙа — 120 һумға тиклем.
Сталин стипендияһы
үҙгәртергәСССР-ҙа шулай уҡ Сталин стипендияһы була, ул 1939 йылда Сталин премияһы менән бергә Сталиндың 60 йәше уңайынан булдырыла[3][4].
Башҡа исемле стипендиялар
үҙгәртергәСССР-ҙа Карл Маркс исемендәге стипендия юғары уҡыу йорттары студенттарына, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм ғилми-тикшеренеү учреждениелары аспиранттарына бирелә (күләме менән В. И. Ленин исемендәге стипендияға тиң була), Ленин комсомолы исемендәге стипендия, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре (И. Ф. Дзержинский, А. А. Жданов, М. И. Калинин, С. М. Киров, В. В. Куйбышев, В. М. Молотов (1940—1960 йылдарҙа), С.Орджоникидзе), фән, техника һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемендәге стипендиялар була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Стипендия / Т. И. Мамонтова // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Берестнев М. А., Темнов Э. С.[https://cyberleninka.ru/article/n/perspektivy-pravovogo-regulirovaniya-poryadka-naznacheniya-i-vyplaty-gosudarstvennoy-akademicheskoy-stipendii Перспективы правового регулирования Порядка назначения и выплаты государственной академической стипендии] // Известия Тульского государственного университета. Экономические и юридические науки. 2015
- ↑ [http://www.consultant.ru/cons/cgi/online.cgi?req=doc&base=ESU&n=33368#027578701533819605 Постановление СНК СССР от 20.12.1939 N 2078 «Об учреждении премий и стипендий имени Сталина»]
- ↑ Сталинские премии и стипендии—наиболее достойным
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Федеральный закон «О высшем и послевузовском профессиональном образовании». Статья 16. Пункт 3; Статья 19. Пункты 6 и 9