Акваре́ль (франц. Aquarelle — һыулы; итал. acquarello) — һыуҙа иҙелә торған буяуҙар, шул буяуҙар менән яһалған һүрәт[1].

Акварель буяуҙар
Уинслоу Хомер, Зәңгәр кәмә, 1892

йомшаҡ пигментны үҫемлек елемендә иҙеп яһалған, һыуҙа иҙелә һәм уның менән йыуыла торған буяу, шул төр буяу менән төшөрөлгән рәсем. Акварельдә графика һәм рәсем сәнғәтенә хас сифаттар бергә ҡушыла. Ул күп төҫлө һәм бер төҫлө төрҙәргә бүленә. Боронғо Мысыр, [[Боронғо Греция|Греция], Рим, шулай уҡ урта быуаттарҙа Европа һәм Азия дәүләттәре сәнғәтендә акварель тос урын алып тора. XVII быуатҡа тиклем ул ҡулъяҙмаларҙы иллюстрациялаү, гравюралар, архитектура һыҙымдарын биҙәү кеүек ғәмәли маҡсаттарҙа ҡулланыла, был ҡулланыш хәҙер ҙә бер ни ҡәҙәр дауам итә. XVIII быуатта бик күп илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, профессиональ акварельсы рәссамдар үҫеп сыға. Пейзажсы А.Н. Ракович провинциаль романтизм алымдары кергән академик пейзаж традицияларында ижад итә. Л.Д. Крюков, Р.А. Ступиндың портрет акварельдәре форманы бер төҫлө фонда ваҡ штрихтар һәм нөктәлар ярҙамында виртуоздарса модельләштереү менән үҙенсәлекле.

XX быуатта акварельгә жанрҙар (архитектура проекттары эскиздары, сәхнә биҙәлеше, китап иллюстрациялаү, журнал һәм сәнғәт графикаһы, ғәмәли графика) һәм техник ысулдар (гуашь, темпера, пастель, күмер, бронза буяу, карандаш) төрлөлөгө хас. XX быуат башында станлы акварельгә импрессионизм һәм символизмдан алып супрематизм һәм конструктивизмға тиклем булған күп төрлө стиль юнәлештәрен берләштерә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф.М.Бикбаев, 2008)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә