Дәүләтша (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Дәүләтша — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәДәүләтша исеме ғәрәп телендәге дәүләт (мал, байлыҡ; ил мәмләкәт, дәүләт; бәхет) һүҙенән алынған һәм бай, мул, дәүләтле кеше тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҺағымбаев Дәүләтша Усман улы (рус. Сагимбаев Давлетша Усманович; 1905 йыл — декабрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.
Дәүләтша Игесәков (1790 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Фамилияла
үҙгәртергәДәүләтшин Ғөбәй Әхмәткирәй улы (17 декабрь 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (24 сентябрь 1892 йыл — 7 декабрь 1937 йыл) — башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (10 март 1949 йыл) — архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (31 ғинуар 1887 йыл — 12 ғинуар 1956 йыл) — шағир-импровизатор. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).
Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (10 ноябрь 1943 йыл) — ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы (15 март 1955 йыл) — ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы; Ғабдулла Дәүләт (20 декабрь 1894 йыл — 12 декабрь 1963 йыл) — башҡорт милли хәрәкәте һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре.
Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9 сентябрь 1912 йыл — 16 июль 1999 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1964), профессор (1965).
Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24 декабрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
Дәүләтшин Ғамир Шәйех улы (1923 йыл — 20 декабрь 1944 йыл) — шағир.
Дәүләтшин Абдулғәзиз Абдулла улы (20 июль 1861 йыл — 1920 йыл) — рәсәй хәрби шәрҡиәтсеһе. Генерал-майор (1913).
Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы (1813 йыл — яҡынса 1883 йыл) — кантон начальнигы, подполковник (1886). Хиуа походында ҡатнашыусы (1839—1840). Ахун.
Ауылдар
үҙгәртергәДәүләтша (рус. Давлетшинский) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Дәүләтша (рус. Давлетшино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |