Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы

Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (31 ғинуар 1887 йыл — 12 ғинуар 1956 йыл) — шағир-импровизатор. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).

Фәррәх Дәүләтшин
Исеме:

Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы

Тыуған көнө:

31 ғинуар 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны:

Уртай ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

12 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны:

БАССР, Бөрө районы, Яңы Байыш ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Сәсән

Наградалары:

«Почёт Билдәһе» ордены  — 1939
Башҡортостандың халыҡ сәсәне

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәррәх Дәүләтша улы Дәүләтшин 1887 йылдың 31 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Уртай ауылында[1] ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сабый сағынан үкһеҙ етем ҡала, кулактарҙа бала ҡарап, көтөү көтөп тамағын туйҙыра. Үҫә төшкәс, Урал заводтарына эшкә сығып китә, төрлө завод-фабриктарҙа, урман хужалығыында бил бөгә. 1913—1916 йылдарҙа «Аҡшишмә» тип аталған ҡағыҙ фабрикаһында эшләгән саҡта бәлә-ҡазаға тарый: пар ҡаҙаны шартлау арҡаһында күҙҙәре зарарлана. Тома һуҡыр булып, эшкә яраҡһыҙ ҡалғас, тыуған ауылына ҡайта.

Сәсәнлек ижады

үҙгәртергә

Тыумыштан үткер һүҙле һәм зирәк аҡыллы булған Фәррәх, зәғифлегенә ҡарамай, тора-бара йырҙар сығарыуға әүәҫләнеп китә, артабан инде, бәйеттәр әйтеп, үҙ төбәгендә халыҡ араһында йөрөй башлай, баҙарҙарҙа була, йыйындарҙа ҡатнаша. Йырҙарында һәм бәйеттәрендә ябай кешеләргә яҡын булған уй-тойғоларҙы сағылдырыуы, уларҙың азат тормошҡа ынтылыуын һәм башҡа көндәлек теләктәрен һүрәтләүе арҡаһында тиҙ арала халыҡ араһында популярлыҡ яулай.

Октябрь социалистик революцияһынан һуң ғына Фәррәх сәсән ауыҙ тултырып йырларға һәм ирекле ижад итергә мөмкинлек ала.

Башҡорт әҙәбиәтендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Фәррәх Дәүләтшин республика яҙыусылары араһынан иң беренсе булып 1939 йылда «Почёт Билдәһе» ордены һәм маҡтау грамоталары менән наградлана. 1944 йылда уға Сәйет Исмәғилев менән бергә «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Баҫылған китаптары

үҙгәртергә
  • Һуҡыр Фәрәх әңгәмәләре. — Өфө: Башкитап, 1928. — 18 бит.
  • Йырҙар һәм бәйеттер: Орденлы халыҡ йырсыһы Фәррах йырҙары һәм бәйеттәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1939. — 112 бит.
  • Сәсәндең кәңәштәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1947. — 63 бит.
  • Фәррәх Дәүләтшин: «Башҡорт сәсәндәре» йыйынтығында. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1953. — бит.
  • Сәсән тауышы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. — 18 бит.Өфө, 1967.
  • Шиғырҙар // Башҡорт поэзияhы антологияhы. Өфө, 1971.
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Башҡортостан китап нәшриәте, 2001 йыл. — ISBN 5-295-02743-0

Сәсән тураһында

үҙгәртергә
  • Ә. Усманов. Фәррәх йыйынтығына баш һүҙ. Өфө, 1939.
  • Ғ. Әмири. «Башҡорт сәсәндәре» йыйынтығына баш һүҙ.
  • К. Мәргән. Сәсән тауышы. «Әҙәби Башҡортостан», 1951, № 1.

Бүләктәре һәм маҡтулы исемдәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә