Динис (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Динис — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәДинис (Денис) исеме ғәрәптәрҙән ингән Динислам исеменең ҡыҫҡартылған варианты. Динсел, дини кеше тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәБүләков Динис Мөҙәрис улы (18 май 1944 йыл — 14 март 1995 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, артабан 1995 йылдағы вафатына тиклем — Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993), шулай уҡ Ғәлимов Сәләм (1980), Фәтих Кәрим исемендәге (1999) премиялар лауреаты.
Исламов Динис Фәтхи улы (15 декабрь 1921 йыл — 14 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм прозаик. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Куляш Денис Владиславович (31 май 1983 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Омскиҙың «Авангард» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Румынияның «Чиксереда» командаһы уйынсыһы.
Гуцко Денис Николаевич (1969 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй йәш яҙыусылар форумында ҡатнашыусы «Букер — Открытая Россия» премияһы лауреаты (2005), Халыҡ-ара «Куликово Поле» асыҡ әҙәбиәт премияһының «Публицистика» (2014)[1] номинацияһы лауреаты.
Шафиҡов Денис Фуат улы (3 июнь 1985 йыл) — Рәсәй спортсыһы, еңел һәм беренсе ярымурта ауырлыҡ категорияларында сығыш яһаусы боксёр. Донъя чемпионы (2009).
Бодров Денис Александрович (22 август 1986 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Тольятти хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Екатеринбургтан Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубы уйынсыһы.
Ғизәтуллин Денис Рәшит улы (11 март 1983 йыл) — Рәсәйҙең спидвей спортсыһы. Рәсәй спорт мастеры. Шәхси зачетта ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, команда зачетында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Парҙар араһында Европа чемпионатының бронза призеры.
Фамилияла
үҙгәртергәДенисов Андрей Иванович (3 октябрь 1952 йыл) — Рәсәй дипломаты. 2013 йылдан Ҡытай Халыҡ Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе . Халыҡ-ара эштәр буйынса Рәсәй советы Президиумы ағзаһы (2011). Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе (2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дипломатик хеҙмәт хеҙмәткәре (2005).
Денисов Владимир Владимирович (10 апрель 1953 йыл) — шағир, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус һәм рус телендә ижад иткән яҙыусылар берекмәһе етәксеһе.
Ауылдар
үҙгәртергәДенис (рус. Денискино) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл.
Денис ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы муниципаль берәмек. Административ үҙәге — Богородский ауылы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәДинис Бүләков исемендә әҙәби премия .
Динис Бүләков урамы (рус. Улица Дениса Булякова) — Өфө ҡалаһындағы урам.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |