Ғизәтуллин Денис Рәшит улы
Ғизәтуллин Денис Рәшит улы (11 март 1983 йыл) — Рәсәйҙең спидвей спортсыһы. Рәсәй спорт мастеры. Шәхси зачетта ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, команда зачетында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Парҙар араһында Европа чемпионатының бронза призеры.
Ғизәтуллин Денис Рәшит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 март 1983 (41 йәш) |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мотоциклда уҙышыусы |
Спорт төрө | мотоцикл спорты[d] |
Клубтағы карьераһы
үҙгәртергәРәсәйҙә
үҙгәртергәСпидвей менән 13 йәшендә тыуған ҡалаһы Октябрьсийҙа шөғөлләнә башлай. 1999 йылда Салауат ҡалаһында үткән Юниорҙар шәхси чемпионатының финалында беренсе тапҡыр сығыш яһай.
Мотоцикл менән боҙҙа шыуыуҙың шәхси иҫәбендә Октябрьский өсөн сығыш яһауына ҡарамаҫтан, 2000 йылда ил чемпионатында Денис «Салауат» командаһы составында «Локомотив» командаһына ҡаршы ярыша. Иң беренсе боҙҙа шыуғанда уҡ Денис(боҙҙа елеүселәр:Ғизәтуллин, Тибей, Кокин, Попович) 3 мәрәй ала, ә барлыҡ 5 тапҡыр боҙҙа елеү ваҡытында ул 6 мәрәй йыя. Матч «Локомотив» файҙаһына 37-52 иҫәбе менән тамамлана.
Элек 7 йыл буйына туҡтауһыҙ «Лукойл» өсөн ярышҡан һәм унда команданың лидерына һәм илдең иң көслө спортсыһына әйләнгән Денис киләһе йыл ҡайтанан был командаға күсә. Бының законға ярашлы һөҙөмтәһе булып 2007 йылғы Рәсәй шәхси чемпионатында еңеү була. Шул уҡ йылда Денис Гран-при 2008 серияһында ҡатнашыу өсөн рәсми резервист хоҡуғын яулап ала. Был серияларҙа ул үҙенең тәүге еңеүен яулай һәм парҙар араһындағы Европа чемпионатында (Ренат Гафуровменән бергә) бронза миҙал менән бүләкләнә.
2007 йылдың декабрендә, Октябрьский клубының 2008 йылға финансланыуының ыңғай хәл ителере билдәһеҙ булғанлыҡтан, спортсы, барыһын да шаҡ ҡатырып, Балаковоның «Турбина» клубы менән контракт төҙөй. «Лукойл» үҙе ысынлап та, титуллы бағыусының финанслауы туҡтатылыу арҡаһында, 2008-чемпионатында сығыш яһай алмай, ярыштарҙан төшөп ҡала.
2008 йылда Ғизәтуллин Денис, ил чемпионатында ике тапҡыр еңеү яулап, үҙ класын раҫлай. 2009, 2010 һәм 2011 йылдар сезонында ул Балаково ҡалаһы клубы өсөн сығыштарын дауам итә һәм спидвей буйынса Донъя кубогындағы ярыштарҙа тотороҡло рәүештә Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай. 2004—2010 йылдарҙа Денис спидвей буйынса ил шәхси чемпионаттарына бары 1 тапҡыр ғына эләгә алмай ҡала.
2012 йылда ул туған клубы «Октябрьский» спорт клубына әйләнеп ҡайта, ләкин 2013 йылда ул Башҡортостандың «Салауат» тклубына күсә. 2014 йыл миҙгеле алдынан СТК «Октябрьский» составында ярышырға тейеш була, әммә «Октябрьский» клубы чемпионаттан төшөп ҡалғас, ул ҡабат «Турбинаға» ҡайта. 2016 йылда «Восток» өсөн сығыш яһай. 2017 йылда «Октябрьский» спорт клубына күсә.
Европала
үҙгәртергәДенистың Европа клубтарындағы карьераһы Рәсәй спортсылары араһында киң билдәле булған Даугавпилстың «Локомотив» клубында 2005 йылда башланып китә, әммә киләһе йылда ул «Рыбник» командаһына күсә һәм 2006-2009 йылдарҙа унда сығыш яһай. 2010 йылдан алып Эмиль Сәйфетдинов менән Полонияның Быдгощ командаһы өсөн ярыша. 2011 йылдың август айында поляк клубынан, һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булмағанлыҡтан, үҙ ирке менән китә. 2012 йылда 1 лигалағы «Островия» клубы менән контракт төҙөй.
Швецияла 2007 йылда «Капарень»да (Гетеборг) тәүге тапҡыр сығыш яһай, әммә «Капарень» 2008 йыл миҙгелендә лицензияһын юғалтҡас, Денис был клубты «Хаммарбю» (Стокгольм) клубына алмаштырырға мәжбүр була.
2010 йыл «Вастервик» клубы өсөн ярыша. Был клуб менән контрактҡа ҡул ҡуя, ләкин киләһе 2011 йылдың апрелендә контрактты өҙә.
2007 йылда бер тапҡыр «Истбурн Иглз» командаһы өсөн сығыш яһай[1]. 2009 йылда Денис Британияның был клубы өсөн сығыш яһарға теләй, ләкин уға бында эшләргә рөхсәт ителмәгәс, уның кандидатураһы чех спортсыһы Лукаш Дрыль менән алмаштырыла. 2010 йылда ла шул уҡ хәл ҡабатлана — контрактҡа ҡул ҡуйыла, әммә бер ниндәй ярыштарҙа ла Денис ҡатнаша алмай[2]. 2012 йылда спортсы үҙ клубына кире ҡайта.
Боҙҙа мотоциклда уҙышыуҙың уртаса күрһәткестәре
үҙгәртергәЛига | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
0,750 Салават |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,000 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,958 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,154 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,462 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,500 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,469 Лукойл |
2,41 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,222 Турбина |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,351 Турбина |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,556 Турбина |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,269 Турбина |
1,806 Октябрьский |
1,429 Салават |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,200 Турбина |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,474 Турбина |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,091 Восток |
2,600 Октябрьский |
Октябрьский | |
(E) | - | - | - | - | - | - | 0,833 Рыбник |
- | - | - | 1,119 Полония Б |
- | - | - | - | - | - | - | - |
(I) | - | - | - | - | - | - | - | 1,392 Рыбник |
1,627 Рыбник |
1,985 Рыбник |
- | 1,574 Полония Б |
1,588 Островия |
1,828 Островия |
0,000/1,571 Ожель/ Локомотив |
- | 1,947 Колеяж О |
- | - |
(II) | - | - | - | - | - | 2,095 Локомотив |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | 1,556 Кросно |
- | 2,420 Колеяж О |
Колеяж О |
(E) | - | - | - | - | - | - | - | 1,303 Капарна |
1,467 Хаммарбю |
- | 2,067 Вастервик |
- | - | - | - | - | - | - | - |
(E) | - | - | - | - | - | - | - | 1,000 Истбурн |
- | - | - | - | 1,451 Истбурн |
1,090 Истбурн |
- | - | - | - | - |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |2,125 Турбина |
- | - | - | - | - | - | - | - |
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә
Рәсәйҙәүҙгәртергә
Башҡа ярыштарҙаүҙгәртергә
|
Халыҡ-ара ярыштарҙаүҙгәртергәЮниорҙар ярыштарындаүҙгәртергә
Өлкәндәр ярыштарындаүҙгәртергә
|