Викидатала элемент юҡ

Динислам — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исем бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Динислам башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, дин һәм ислам һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем. Ислам динендәге кеше тигәнде аңлата[1]. Ҡыҫҡартылып Динис (Денис) булып йөрөй.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Арыҫланов Динислам Ғәйнислам улы (22 сентябрь 1955 йыл) - төҙөүсе, «Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе» билдәһе менән бүләкләнгән.

Иманғолов Динислам Ислам улы (10 сентябрь 1924 йыл — 22 сентябрь 2014 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974 йыл). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969 йыл).

Исҡужин Динислам Мостафа улы (1960 йыл) - бейеүсе, хореограф. 1989—1995 һәм 1999—2011 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988 йыл), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1990 йыл).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Таңһылыу Күсимова. 2018 йыл 16 май [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ