ДДТ (төркөм)

совет һәм Рәсәй рок-төркөмө
(ДДТ (группа) битенән йүнәлтелде)

«ДДТ» (DDT) — СССР һәм Рәсәй рок-төркөмө, 1980 йылда Өфөлә ойошторола. Төркөмдөң лидеры, күп йырҙарының авторы һәм берҙән-бер алышынмаҫ ҡатнашыусыһы — Юрий Шевчук.

ДДТ
DDT
логотип
фото
ДДТ 2012 йылда
Коллектив тураһында мәғлүмәт
Жанрҙар

Башланғыс осор ижады (1980—1997):
Урыҫ рогы
Хард-рок
Фолк-рок
Һуңғы осор ижады (1997—әлегәсә):
Урыҫ рогы
Альтернатив рок
Индастриал-рок
Инди-рок

Йылдар

1980 йыл — әлегәсә

Ҡала

Өфө (1980—1986)
Санкт-Петербург (1986 йылдан)

Язык песен

урыҫ теле

Лейблы

DDT Records
Grand Records
REAL Records
Navigator Records

Состав

Юрий Шевчук
Константин Шумайлов
Роман Невелев
Алексей Федичев
Артём Мамай
Антон Вишняков
Алёна Романова

Элекке
ҡатнашыусылар

Рөстәм Асанбаев
Геннадий Родин
Владимир Сигачёв
Рөстәм Кәримов
Сергей Рудой
Нияз Әбдүшев
Сергей Рыженко
Сергей Летов
Андрей Васильев
Вадим Курылёв
Игорь Доценко
Никита Зайцев
Андрей Моратов
Михаил Чернов
Игорь Тихомиров
Дмитрий Галицкий
Павел Борисов
Иван Васильев

http://ddt.ru

Төркөмдөң исеме дихлордифенилтрихлорэтан тигән химик матдәнән алынған (халыҡ телендә «дуст»), онтаҡ рәүешендәге был ағыулы матдә зарарлы бөжәктәргә ҡаршы ҡулланыла[1].

Өфө осоро

үҙгәртергә

Клавишасы Владимир Сигачёв менән Юрий Шевчук 1980 йылда Өфө телеүҙәгендә таныша. Шевчуктың өс кешеле төркөмө була, улар сәйәси темаларға йырҙар йырлай. Сигачёв Геннадий Родиндың туй төркөмөндә уйнай, төркөм «Авангард» мәҙәниәт йортонда шөғөлләнә. Сигачёв Шевчукты үҙенең төркөмөнә саҡыра[2].

Ләкин "ДДТ"ның беренсе гитарасыһы Рөстәм Асанбаев әйтеүенә ҡарағанда, Юрий Шевчукты «Авангард» мәҙәниәт йортона беренсе тапҡыр 1979 йылдың декабрь аҙағында төркөмдөң ул саҡтағы етәксеһе Геннадий Родин килтерә[3].

Шулай итеп, яңы төркөм барлыҡҡа килә. Уның составына Юрий Шевчук, гитарасы Рөстәм Асанбаев, бассы Геннадий Родин, клавишасы Владимир Сигачёв һәм барабансы Ринат Шәмсетдинов инә. «ДДТ» тигән исем әлегә булмай, төркөм «Геннадий Родин етәкселегендәге ансамбль» тип йөрөтөлә[4].

1980 йылда йорт шарттарында төркөм ете йыр яҙҙыра, уларҙан беренсе магнит альбомы төҙөлә (уны «ДДТ-1» тип атайҙар)[5].

Барабандар ҡоролмаһында Шәмсетдиновты Сергей Пастернаков (башҡа сығанаҡта — Борис Пустарнаков) алмаштыра, унан һуң Рөстәм Кәримов килә.

1982 йылдың яҙында Геннадий Родин билдәле совет гәзите "Комсомольская правда"нан ҡырҡынты килтерә, унда гәзиттең «Алтын камертон» тигән йәш башҡарыусылар конкурсын иғлан итеүе тураһында хәбәр була. Конкурс шарттары буйынса өс йыр ебәреү талап ителә: тыныслыҡ тураһында, совет композиторҙары йырҙарына аранжировка һәм өсөнсөһө — ансамбль ҡарамағы буйынса. Еңеүселәргә «Мелодия» тауыш яҙҙырыу студияһында дебют синглы яҙҙырыу мөмкинлеге вәғәҙә ителә[5]. Өс көн эсендә бик ҡабалан рәүештә урындағы телестудияла демонстрациялау кассетаһы эшләнә, уға өс композиция: «Инопланетянин», «Чёрное солнце» һәм «Не стреляй!»[5], йәнә Юрий Антоновтың «Все как прежде» тигән йырының аранжировкаһыинә. Ғәжәпкә ҡаршы, музыканттар икенсе турға үтә. Төркөмдөң исеме кәрәк булып сыҡҡас, Владимир Сигачёв «ДДТ» тип атарға тәҡдим итә, тәҡдим ҡабул ителә[6]. «Не стреляй!» йыры конкурстың лауреаты була, ә Шевчукты Мәскәүгә «Не стреляй!» композицияһын яҙҙырыу өсөн «Мелодия» студияһына саҡыралар. Ләкин профессиональ контрактҡа ҡул ҡуйыу өсөн о"ДДТ"нан рәсми совет шағирҙары шиғырҙарына рәсми совет композиторҙары яҙған йырҙарҙы башҡарыу шарты ҡуйыла [6]. Шевчук баш тарта, был төркөмдөң подпольеға китеүен һәм рок-музыка белгестәренең тар даирәһе өсөн эшләүҙе аңлата (икенсе версия буйынса — Шевчук совет композиторының йырын башҡарырға ризалаша һәм хатта һуңынан иптәштәренә фонограмманы ла күрһәтә).

Бер айҙан төркөм Өфө нефть институтында беренсе концертын бирә [7]. Концерттың ойошторолоуы бик түбән кимәлдә була, ялған билеттар буйынса үтеүселәр күп була. Бынан тыш, ниндәй концерт буласағын да белмәгән урындағы чиновниктар унда ГДР-ҙың Һалле ҡалаһынан ике автобус немец туристарын ебәрә, улар ишеткәндәренән бик ҡәнәғәт ҡала[7]. Улар менән КГБ кешеләре лә килгән була. Музыканттар бер нисә йырҙарын, шул иҫәптән «Не стреляй», «Все идет своим чередом», "Кинозвездный блюз"ды башҡара. Ул саҡта рок-музыка башҡарыуға рәсми тыйыу булмағас, ойоштороусылар шелтә алып ҡотола.

Шуға ҡарамаҫтан, 1982 йылда төркөм үҙенең «Свинья на радуге» тигән икенсе магнитлы альбомын яҙҙыра. Музыкаль йәһәттән «ДДТ-1» кеүек һынау эше генә булһа ла, унда хард-рок тенденциялары ярайһы уҡ асыҡ ишетелә. Стиль һайлау тамамланмаған, шунлыҡтан альбомда рок-н-ролл элементтары ла, блюз да, кантри ҙа шәйләнә.

1983 йылда Шевчук менән «ДДТ» клавишасыһы Владимир Сигачёв Череповецтан «Рок-Сентябрь» төркөмө менән таныша. Уның өс музыканты — гитарасы Вячеслав Кобрин, барабансы Евгений Белозёров һәм бассы Андрей Масленников менән — «Компромисс (Монолог в Сайгоне)» магнитоальбомын яҙҙыра (Владимир Сигачёв фекеренсә, был яҙмала ритм-секция нимә уйнағандарын да аңламаған «ҡабаҡ музыканттарынан» тора[2]). Яҙма 1983 йылдың ғинуарында эшләнә, "ДДТ"ның башҡа музыканттары килә алмай[2]. Альбом хэви-метал[2] стилендә була. Ул ҙур шаңдау таба. Төркөмдөң тәүге альбомдары сыҡҡандан һуң уның тураһында урыҫ рогын һөйөүселәрҙең тар даирәһе генә белһә, хәҙер инде «ДДТ» күпкә киң билдәлелек ала.

1983 йылдың майында төркөм Мәскәүҙә «Лужники»[8] (башҡа версия буйынса — «Динамо») стадионында «Рок за мир» тигән рәсми санкциялы өс көнлөк фестивалдә уңышлы сығыш яһай, сығыш ТВ-ла күрһәтелә, әммә ваҡиғаға бағышланған телепрограмманан ҡырҡып ташлана[8]. Төркөмгә яңы барабансы — Сергей Рудой килә.

Тауыш режиссёры Игорь Верещака ярҙамында подполье шарттарында 1984 йылдың майында «Периферия» альбомы яҙҙырыла. Альбом өсөн клавиша партияларын репетициялауҙы тамамлаған Владимир Сигачёв ваҡытлыса төркөмдән китә, уны Владислав Сенчилло (башҡа версия буйынса, «Синчилло» — музыканттың ҡушаматы) алмаштыра. «Периферия» альбомы сыҡҡас, «ДДТ» менән властар араһында мөнәсәбәттәр ныҡ боҙола; урындағы матбуғатта төркөмдө насарлап яҙылған мәҡәләләр баҫыла, Юрий Шевчукты КГБ-ға саҡырталар һәм енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янайҙар[9]. «ДДТ» яҙмаларын сит илдәргә сығарыу тыйыла.

Күпмелер ваҡыт Шевчук Свердловскиҙа йәшәп ала, «Урфин Джюс» төркөмөндә уйнай. Шевчуктың һәм төркөмгә ҡайтҡан Сигачёвтың алдында "ДДТ"ны тергеҙеү бурысы тора. Улар яңы программа өҫтөндә эшләй[10]. Бассы Геннадий Родин төркөмдән китә. 1985 йыл аҙағына «Время» альбомы өсөн материал әҙер була, әммә уны Өфөлә яҙҙырыу мөмкин булмай. Шевчук Мәскәүҙәге студия менән һөйләшеп килешә; унда китер алдынан яңы бассы Нияз Әбдүшевтең фатирында репетициялар үткәрелә. 1985 йылдың октябрендә Шевчук, Сигачёв, Әбдүшев Мәскәүгә юллана. Төркөмдөң гитарасыһы булмай, уны Мәскәүҙә табырға иҫәп тоталар.

Мәскәүҙә төркөмгә Сергей Рыженко менән Сергей Летов ҡушыла. Гитарасы таба алмайҙар, альбомдағы гитара партияларын Шевчук үҙе башҡара. Бер студия ла альбомды яҙҙырырға ризалашмай, шунлыҡтан уны Мәскәүҙәге дуҫтарының фатирында яҙалар. Һуҡма ҡоралдар партияһын башҡарыу менән дә проблема тыуа — «Yamaha RX-11» драм-машинаһын ҡулланырға тура килә.

Ленинград осоро

үҙгәртергә

1986 йылдың йәйендә Ленинград телевидениеһында «Дождь» йырына видеоклип төшөрөлә.

Яңы составтың дебюты 1987 йылдың 23 ғинуарында Ленинград Рок-клубы сәхнәһендә рок-музыкант Георгий Ордановский иҫтәлегенә арналған концертта була [11]. Был концертта «ДДТ» составында Юрий Шевчук, Владимир Сигачёв, Сергей Летов, гитарасы Андрей «Худой» Васильев, бассы Вадим Курылёв һәм барабансы Игорь Доценко уйнай. Апрелдә төркөмгә гитарасы һәм скрипкасы Никита Зайцев ҡушыла, майҙа коллектив «Рок-Нива-87» фестивалендә ҡатнаша[11].

«ДДТ» үҙенең концерт программаһын 1987 йылдың июнендә Ленинград Рок-клубының V фестивалендә күрһәтә (иң һуңғы булып сығыш яһаған «Аквариум» алдынан) һәм уның төп асышы була[11]. Подольскиҙағы фестивалгә килер алдынан «ДДТ» составына клавишасы Андрей Моратов һәм гитарасы Александр Бровко өҫтәлә[11]. Подольск-87 "ДДТ"ның Владимир Сигачёв[11] менән һуңғы сығышы була — ул Мәскәүгә китә һәм «Небо и земля» тигән үҙ төркөмөн төҙөй.

«Я получил эту роль» альбомын яҙҙырыу өсөн джаз саксофонсыһы Михаил «Дядя Миша» Чернов саҡырыла, тиҙҙән ул даими ҡатнашыусы булып китә. Альбом винилда сығарыла һәм ике миллион ярым данала тарала[12]. 1988 йылдың йәйендә төркөм VI Ленинград фестивалендә ҡатнаша һәм ил буйлап беренсе концерт турына сыға[12].

Һикһәненсе йылдар аҙағында ил буйлап һәм сит илдәрҙә гастролдәрҙә күп йөрөй [13]. «Алиса» менән бергә 1989 йылды Венгриялағы рок-фестивалдә ҡатнаша, 1990 йылда Palladium театрында (Лос-Анджелес, АҠШ) һәм "EXPO-90"да (Осака, Япония)[13] сығыш яһай. 1990 йылда «Оттепель» альбомы яҙҙырыла, уға 1987-88 йылдарҙағы концерт программаһы инә.

1990-сы йылдар

үҙгәртергә

1990 йылда «Старая дорога» тигән концерт фильмы төшөрөлә, ул төркөмдөң ун йыллығына арнала һәм Ленинград телевидениеһы аша күрһәтелә[14]. Был ваҡытта Юрий Шевчук илдең концерт майҙансыҡтарын биләгән "попса"ны рухһыҙ коммерция музыкаһы йүнәлеше тип тәнҡитләй башлай[14].

1991 йыл буйына «Пластун» альбомы өҫтөндә көсөргәнешле эш бара, уның нигеҙен «Питер осороноң» концерт программалары тәшкил итә[15]. Альбом 1995 йылда ғына донъя күрә[16].

1992 йылдың яҙында төркөм «Актриса Весна» альбомын сығара. «Дождь», «В последнюю осень», «Родина» композициялары төркөмдөң «визит карточкаһына» әйләнә, ә «Что такое осень» ысын мәғәнәһендә халыҡ йыры булып китә[17]. Альбом һәр йәһәттән ДДТ ижадында һынылыш булғанын дәлилләй[18]

1992 йыл аҙағына «ДДТ» «Чёрный пёс Петербург» тигән концептуаль программаһын әҙерләй, уның менән ни бары 12 концерт бирә — Мәскәүҙә, Петербургта, Минскиҙа һәм Киевта өсәрҙе (декабрь '92 — ғинуар '93). Өфөлә лә сығыштар планлаштырылһа ла, финанс проблемалары арҡаһында килеп сыҡмай.

1993 йылдың 27 майында, Санкт-Петербургтың тыуған көнөндә, «ДДТ» Һарай майҙанында түләүһеҙ концерт бирә, унда 120 000 самаһы кеше йыйылған була[19]. 1993 йылдың йәйендә төркөм «Санкт-Петербургтың аҡ төндәре» рок-фестивалендә ҡатнаша[19], ә көҙ, йылдың иң яҡшы рок-төркөмө булараҡ, абруйлы «Овация» музыкаль премияһына, Шевчук үҙе «Йылдың иң яҡшы рок-йырсыһы» титулына лайыҡ була[19].

1994 йылда «Это всё…» альбомы сыға, ундағы ошо уҡ исемле йыр «Русский транзит» сериалының саундтрегына инә һәм байтаҡ ваҡыттар буйы ДДТ концерттарының ахырғы йыры булып тора. Альбомды эшләүҙә ҡатнашыусылар бик күп була, шунлыҡтан дисктың материалы үҙ эсенә төрлө стилдәрҙе һәм музыкаль идеяларҙы һыйҙыра[20].

1995 йылдың ғинуарында Шевчук солох миссияһы менән Чечняға [21], хәрби хәрәкәттәр төбәгенә бара, унда Рәсәй хәрбиҙәре өсөн иллеләгән концерт бирә. 1996 йылдың октябрендә «ДДТ» тулы составы менән Грозныйҙа, Ханкалала һәм «Северный» аэропортында сығыш яһай, унда дошманлашҡан ике яҡтың да вәкилдәре була[22](недоступная ссылка с 04-04-2015 (916  дня)) [21].

1995 йылдың 25 июнендә «ДДТ» төркөмөнөң 15 йыллығы айҡанлы Питерҙа «Петровский» стадионында концерт ҡуялар, бер нисә тиҫтә мең тамашасы йыйыла[23]. Һуңынан концерт «От и до» тигән исем аҫтында видеойөрөткөскә яҙҙырып сығарыла. Артабан төркөм ошо уҡ исемдәге ҙур турға сығып китә[23].

1996 йылдың февраль-мартында «ДДТ» АҠШ-та Long View Farm студияһында «Любовь» тигән альбомы[23] өҫтөндә эшләй. Альбомдың төп йыры төркөмдөң 90-сы йылдарҙағы иң билдәле йырҙарының береһенә әйләнә, ә видеоклибы оҙаҡ ваҡыт телеэкрандарҙан төшмәй[24]. Төркөмгә бассы Игорь Тихомиров (экс-«Кино») һәм клавишасы Дмитрий Галицкий ҡушыла.

1996 йылдың 23 июнендә «Петровский» стадионында «ДДТ» театры үҙенең тәүге фестивален ойоштора, ул «Күкте изгелек менән тултырайыҡ» тигән девиз аҫтында үтә. Унда "ДДТ"нан башҡа «Алиса», «АукцЫон», «НЭП», «Аркестр Ау», «Странные игры», Настя Полева, «Рикошет», «Ва-Банкъ», «Фронт» һәм «Tequilajazzz» ҡатнаша, уларҙың һәр береһе икешәр-өсәр әҙ билдәле башҡарыусыны алып килә, яңылар араһында һуңынан киң билдәлелек яулаған төркөмдәр ҙә була («S.P.O.R.T.», «Пилот», «Сплин», «Король и Шут», «КС» һ.б.)[25].

1996 йылда яңы клавишасы Константин «Кот» Шумайлов килә, быға тиклем ул «Кошкин дом», «Стиль», «Телевизор» төркөмдәрендә уйнаған була[25].

«ДДТ» театрының икенсе рок-фестивале 1997 йылдың 6-8 июнендә Санкт-Петербургтың «Юбилейный» Спорт һарайында үтә. Төп ваҡыт Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең йәш башҡарыусыларына бирелә; фестиваль хедлайнерҙары сифатында «ДДТ», «Алиса» һәм «Чайф» сығыш яһай[26].

1997 йылда «Рождённый в СССР» альбомы сыға, ул 1994 йылдың эшкәртелгән концерт программаһынан һәм бер нисә яңы композициянан тора[25]. Альбомдың төп йыры «Кто, если не мы» фильмы саундтрегына инә. 1997 йылдың көҙөндә Юрий Шевчук Мәскәүҙә һәм Петербургта яңғыҙ программа менән сығыш яһай; ул концерттарҙың аудиоматериалы «Два концерта. Акустика» тигән ике бүлекле альбомдың нигеҙенә ята.

1998 йылдың майында төркөм «Мир номер ноль» тигән яңы концептуаль программаһын сығара, һөйәрмәндәрен яңы индустриаль яңғыраш һәм компьютер технологияларын киң ҡулланыу менән һоҡландыра. Ләкин яңы йүнәлеште ҡабул итмәгәнлектән гитарасы Андрей Васильев төркөмдән китә. Курылёв бас-гитараны солоға алмаштыра, Павел Борисов төркөмдөң бас-гитарасыһы булып китә.

1999 йылдың 25 майында был индустриаль программа нигеҙендә «Мир номер ноль» тигән альбом сыға. 1999 майында төркөм «Живой» тигән концерт программаһын тәҡдим итә, шулай уҡ «Мир номер ноль» программаһы менән сығыш яһауын да дауам итә. 1999 йылдың октябрендә ДДТ АҠШ буйлап тәүге етди турға китә (Нью-Йорк, Вашингтон, Бостон, Чикаго, Лос-Анджелес, Сан-Франциско). Ошо уҡ йылды Шевчук Югославияла уның бөтөнлөгөн яҡлап концерттар бирә, АҠШ-ҡа ҡарата тәнҡит һүҙҙәре әйтә, Косовоның емертелгән православие ҡорамдары тураһында ЮНЕСКО өсөн репортаждар төшөрә [27].

Fuzz журналына интервьюһында Шевчук 90-сы йылдарҙың ДДТ өсөн дә, уның үҙе өсөн дә ғәйәт мөһим һәм ваҡиғаларға бай осор булыуын һәм үҙенең 90-сы йылдар дауамында «намыҫлы, әммә бер ни тиклем плакаттағыса фетнәсенән» лирикҡа әйләнеүен, ләкин был үҙгәреште бөтәһе лә аңлап етмәүен һәм ҡабул итеп бөтмәүен билдәләй.

2000-се йылдар

үҙгәртергә

2000 йылдың яҙында төркөмгә джаз торбасыһы Иван Васильев килә. Шул уҡ 2000 йылды «Метель августа» альбомы сыға, ул элгәрге альбом менән сағыштырғанда «нығыраҡ лирик, нығыраҡ әҙәби» булып тора. 23 августа төркөмдөң скрипкасыһы һәм гитарасыһы Никита Зайцев вафат була.

Көҙ ДДТ төркөмдөң егерме йыллығына ҡарата «20:00» тигән яңы концерт программаһын әҙерләй башлай, 1 ноябрҙә уны Петербург Боҙ һарайында тамашасыға тәҡдим итә [29]. Тамашала Череповец Рус милли театрының балет труппаһы сығыш яһай, ул ДДТ музыкаһына рок-балет күрһәтә, ә төркөм менән элекке составтарҙағы музыканттар — Асанбаев, Әбдүшев, Моратов, шулай уҡ также Рудой, Летов һәм Сенчилло сығыш яһай[29].

2001 йылдың 24 февралендә ДДТ «Алиса» һәм В.Бутусов менән бергә «Три дороги» тигән концертты уйнай, йәй көнө төркөм Брест ҡәлғәһе эргәһендә һәм «Нашествие» фестивалендә сығыш яһай [30]. 2001 йылдың уртаһында Grand Records компанияһы элек сыҡҡан альбомдарҙы ун биш дискыла ҡабатлап баҫа, һәр альбом бонус-тректар менән тулыландырыла. 2001 йылдың октябрь уртаһында «ДДТ» яңы программа репетицияһын башлай, яңы альбом «Единочество» тигән исем ала. 2001 йылдың 3 декабрендә "Единочество"ның «Юбилейный» стадионында Петербург премьераһы була, унда сама менән алты меңдән ете меңгәсә тамашасы килә. "Единочества"ның Мәскәүҙәге премьераһында Вадим Курылёв үҙенең бер нисә йырын башҡара. Был уның ДДТ составындағы һуңғы сығыштарының береһе була. Концерт «Город без окон. Вход» һәм «Город без окон. Выход» тигән ике альбом итеп нәшерләнә. 5 декабрҙә «ДДТ» Америкалағы өсөнсө турына китә, Канаданың өс ҡалаһында һәм АҠШ-тың дүрт ҡалаһында концерттар бирә.

2002 йылдың ноябрендә «Единочество. Часть I» тигән яңы альбом донъя күрә. «Осенняя» тигән йырға видеоклип төшөрөлә, йыр «Ледниковый период» телесериалының саундтрегына инә. 2003 йылдың 27 майында, "Единочество"ның беренсе өлөшө сыҡҡандан һуң ярты йылдан, икенсе өлөшө — «Единочество. Часть II. Живой» — сыға. Альбомды яҙҙырған саҡта төркөмдән гитарасы Вадим Курылёв китә, уның урынына Алексей Федичев килә.

2005 йылдың апрелендә ДДТ төркөмө «Пропавший без вести» альбомын сығара. Шунан альбом менән таныштырыуға һәм төркөмдөң егерме биш йыллығына арналған концерт турына сығып китә. Рәсәй, Украина, Белоруссия, Германия, Израиль һәм Бөйөк Британия ҡалаларында 47 концерт бирелә[31]. «Пропавший без вести» альбомы төркөмдөң элекке ҡатнашыусыһы, 1993 йылдан бирле бер хәбәре лә булмаған Владимир Сигачёвҡа арналған тигән фекер ҙә бар.

2006 йылда төркөм яңы альбомды әҙерләй башлай һәм, концерт эшмәкәрлеген туҡтатып, айырым осраҡтарҙа ғына сығыш яһай.

 
Юрий Шевчук. 2007 йыл

2007 йылдың 19 апрелендә сыҡҡан «Прекрасная любовь» тигән яңы альбомға иҫке һәм яңы йырҙар инә. 2007 йылдың 5 майында төркөм Булат Окуджаваның йорт-музейындағы камера майҙансығында акустик концерт бирә.

2008 йылдың ғинуарында «ДДТ» Канада менән АҠШ ҡалаларында (Лос-Анджелес, Сан-Франциско, Торонто, Чикаго, Нью-Йорк) концерттар бирә. 2008 йылдың 3 мартында Юрий Шевчук Санкт-Петербургта һайлау йомғаҡтары менән риза булмағандарҙың "Риза түгелдәр маршы"нда телмәр менән сығыш яһай[32].

2008 йылдың апреленән июленә тиклем төркөм Рус Православие Сиркәүенең мәғлүмәт булышлығында Рустың суҡындырылыуының 1020 йыллығы айҡанлы Украина ҡалалары буйлап миссионерлыҡ турын үткәрә[33].

2008 йылдың 24 һәм 26 сентябрендә «ДДТ» Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта «Не стреляй!» программаһы менән сығыш яһай. Концерттар һуңғы йылдарҙағы локаль һуғыштар ҡорбандарына бағышлана[34]. 2009 йылдың йәйендә Юрий Шевчуктың «Сольник» тигән китабы сыға. 7 июндә «ДДТ» Нарва ҡәлғәһендә (Эстония) эстон-рәсәй сиге буйында яңы программаһын презентациялай. 12 июндә төркөм Һамарҙа «Волга өҫтөндә рок» фестивалендә сығыш яһай. 27 июндә «ДДТ» Ҡазанда «Донъя яралыу» халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнаша.

2010-сы йылдар

үҙгәртергә

2010 йылдың 16 ғинуарында «ДДТ» «Юбилейный» спорт комплексында «Дом надежды на Горе» реабилитациялау үҙәге өсөн хәйриә концерты ҡуя. 29 майҙа төркөм Михаил театрында яман шеш менән сирле балаларға ярҙам йөҙөнән ойошторолған хәйриә кисәһендә ҡатнаша[35]. Ошо концерттан һуң унда ҡатнашыусыларҙың премьер-министр Владимир Путин менән осрашыуы була, осрашыуҙа Юрий Шевчук премьер менән бәхәскә инә. Был ваҡиға илдең һәм сит илдәрҙең ваҡытлы матбуғат сараларында киң яҡтыртыла[36].

2010 йылдың июнендә клавишасы Константин Шумайловтың блогында төркөмдә егерме дүрт йыл эшләгән барабансы Игорь Доценконың китеүе тураһында мәғлүмәт сыға. ДДТ-нан китеү тураһында ул 2002 йылдың йәйенән — яҡын дуҫы Вадим Курылёв киткәндән — бирле уйланып йөрөгән була. 2010 йылдың көҙөнән Доценко Чиж & Co төркөмөндә музыкаль карьераһын яңынан башлай. 27 июндә «Тәҙрәне ас» фестивалендә төркөм тамашасыға яңы барабансы Артем Мамайҙы тәҡдим итә. 2010 йылдың 29 сентябрендә Михаил Чернов ҡатнашҡан һуңғы концерт була. ДДТ-ның рәсми сайтында Михаил Чернов "ДДТ"ның һөйәрмәндәренә һәм матбуғат саралары вәкилдәренә төбәп былай тип яҙа: «Дуҫтар, мин үҙемдең төркөмдән китеүем тураһындағы фекеремде аныҡ белдерҙем. Яңы электрон программала мин үҙемде күрмәнем дә, ишетмәнем дә. Китеүем менән мин төркөмгә камиллашырға, уның үҫешенә аяҡ салмаҫҡа мөмкинлек бирәм тип иҫәпләйем. Юрийҙың гражданлыҡ позицияһына килгәндә, мин уны тотошлайы менән һәм тулыһынса хуплайым. Юрий минең өсөн бөйөк шағир һәм минең дуҫым булып ҡала.»[37] 2010 йылдың 25 авгусында Юрий Шевчук U2 төркөмөнөң вокалисы Боно менән Лужники ҙур спорт аренаһы сәхнәһендә «Knocking on Heaven’s Door» композицияһын башҡара[38][39].

 
ДДТ автограф-сессияла

2010 йылдың 4 сентябрендә Красноярскиҙағы хәйриә концертында "ДДТ"ның Мәскәүҙән Zventa-Sventanaның бэк-вокалисткаһы Алёна Романова менән берлектәге тәүге сығышы була[40]. 17 октябрҙә Бөйөк Новгородтағы концертта төркөм менән «Markscheider Kunst» тромбонсыһы Антон Вишняков сығыш яһай[41]. Антон һәм Алёна Романова артабан төркөмдөң даими ҡатнашыусылары булып китә[42].

 
«Иначе» тигән концерт туры, 2011 йыл

2011 йылдың яҙында Украина һәм Рәсәй ҡалаларында «Сольник» акустик концерт программаһы ҡуйыла. Бас-гитарасы Павел Борисов китә. Яңы бассы Роман Невелев менән беренсе сығыш 2011 йылдың 21 апрелендә ДДТ-ның онлайн-концертында була. 2011 йылдың яҙында төркөм Рәсәйҙең көньяғында гастролдә йөрөй. Көҙ яңы «Иначе» альбомын пропагандалау буйынса ҙур гастроль була.

2012 йылда ДДТ тураһында «Небо под сердцем» тигән фильм-концерт сыға[43], унда төркөмдөң 9 ноябрҙәге «Олимпийский» спорт комплексындағы сығышы инә. 2012 йылдың июнендә Днепропетровск өлкәһендә «The Best City Ua» рок-фестивалендә ҡатнашалар. 2012 йылдың декабрендә «Где мы летим» йырына Сулпан Хаматова ҡатнашлығында видеоклип сыға.

2013 йылдың майында Германияла гастроль үтә. Эссендағы концерт Live in Essen тигән исем аҫтында CD һәм DVD-ға яҙып сығарыла.

2014 йылдың мартында төркөмдән Иван Васильев китә, ул Acoustic Band тигән үҙ проектын башларға ҡарар итә[44]. Ул ҡатнашҡан һуңғы концерт 2014 йылдың 12 мартында Калининградта була.

2014 йылдың 16 майында Интернетҡа «Прозрачный» тигән яңы альбом һалына. Был альбом төркөмдөң инди-рок жанрындағы тәүге эше була[45].

2014 йылдың 7 декабрендә төркөмдөң элекке барабансыһы Игорь Доценко вафат була[46]. 2014 йылдың октябрендә төркөмдөң музыканттары Юрий Шевчукһыҙ «АЛЁNА» тигән үҙ проекттарын булдыра.

2015 йылдың 26 октябрендә «Пушкинская, 10» арт-үҙәгенең тыуған көнөнә арналған концертта төркөмдөң яңы йырҙары башҡарыла, улар араһында «Русская весна» тигәне яңылыҡтарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә бәхәстәр ҡуптара. Йырҙа власть ҡаты тәнҡитләнә[47], хәйер, 2014 йылда төркөм "Доктор Лиза фонды"на Донецк һәм Луганск кешеләренә ярҙамға 500 000 һум күсерә[48]. 2015 йылдың 31 декабрендә ДДТ-ның рәсми сәхифәһенә Яңы йыл ҡотлауы итеп һуғышҡа ҡаршы темаға «Третья мировая» тигән видеоклип урынлаштырыла[49].

2016 йылдың 30 сентябрендә Мурманскиҙа «История звука» концерт программаһы презентациялана, уға төрлө йылдар йырҙары инә[50][51]. Турне өсөн шул уҡ исемдәге йыйынтыҡ (коллективтың 37 йыллығына 37 композиция) сығарыла, ул концерттарҙа ғына таратыла[52].

Әлеге ваҡытта CD-ла һәм LP-ла бер нисә альбомды ҡайтанан сығарыу планлаштырыла, шулай уҡ яңы альбомды яҙҙырыуға әҙерлек бара[53].

Ағымдағы состав

үҙгәртергә
  • Юрий Шевчук — вокал, акустик гитара, 12 ҡыллы гитара, гитара, шиғыр, төп музыкаль темалар (1980— әлегәсә)
  • Константин Шумайлов — клавишалы ҡоралдар, семплер, программа төҙөү, бэк-вокал (1996—әлегәсә)
  • Алексей Федичев — соло-гитара, мандолина, бэк-вокал (2003—әлегәсә)
  • Артём Мамай — һуҡма ҡоралдар, вибрафон, бас-гитара, клавишалы ҡоралдар (2010—әлегәсә)
  • Роман Невелев — бас-гитара (2011—әлегәсә)
  • Антон Вишняков — тромбон, бэк-вокал, бубен, шейкер (2010—әлегәсә)
  • Алёна Романова — бэк-вокал, тауыш (2010—әлегәсә)

Техник персонал

үҙгәртергә
  • Александр Тимошенко — директор
  • Игорь Тихомиров — тауыш режиссёры
  • Александр Бровко — мандолина, видеорәссам, "ДДТ"ның ижади инициативаларына булышлыҡ итеү фондының директоры
  • Вячеслав Ортюков — администратор
  • Елена Вишня — пиар-менеджер
  • Дмитрий Сыроватский — интернет-мөхәррир
  • Максим Кравцов — mixing

Төркөмдөң элекке ҡатнашыусылары

үҙгәртергә
  • Ринат Шәмсетдинов — һуҡма ҡоралдар (1979—1980)
  • Рөстәм Асанбаев — гитара (1979—1983)
  • Геннадий Родин — бас-гитара (1979—1984)
  • Владимир Сигачёв — клавишалы ҡоралдар (1979—1987)
  • Рөстәм Кәримов — һуҡма ҡоралдар (1981—1983)
  • Нияз Әбдүшев — һуҡма ҡоралдар (1984—1986)
  • Сергей Рудой — һуҡма ҡоралдар (1984—1986)
  • Сергей Летов — саксофон (1985—1987)
  • Сергей Рыженко — гитара, скрипка, клавишалы ҡоралдар, блокфлейта (1985, 1994—1995)
  • Андрей Васильев — гитара (1986—1998)
  • Вадим Курылёв — гитара, бас-гитара, блокфлейта, гармоника, балалайка, аккордеон, орган (1986—2002)
  • Игорь Доценко — һуҡма ҡоралдар (1986—2010)
  • Никита Зайцев — гитара, скрипка (1987—2000)
  • Андрей Моратов — клавишалы ҡоралдар, орган (1987—1993)
  • Михаил Чернов — саксофон, флейта, бас-кларнет, свирель, ҡурай (1988—2010)
  • Павел Борисов — бас-гитара, контрабас (1998—2011)
  • Иван Васильев — торба (1999—2014)

Йырҙарҙың тематикаһы

үҙгәртергә

«ДДТ» йырҙары күп планлы, темаларға бүленеш шартлы.

  • Ижтимағи һәм социаль: «Родина», «За 50 копеек», «Периферия», «Рождённый в СССР», «Я получил эту роль», «Свинья на радуге», «Памятник», «Перестроище», «Дорожная», «Мальчики-мажоры», «Предчувствие гражданской войны», «Российское танго», «Небо на земле», «Правда на правду», «Цыганочка», «Я пил вчера у генерала ФСБ», «Москва. Садовое кольцо», «Когда закончится нефть», «Интервью», «Одноразовая жизнь», «Ночная пьеса», «Контрреволюция», «Рабочий квартал»;
  • Шаян: «Инопланетянин», «Монолог в ванной», «Частушки», «Я завтра брошу пить», «Змей Петров», «В лесу родилась ёлочка»;
  • Кеше һуғышта: «Не стреляй!», «Мёртвый город. Рождество», «Дым», «Просвистела», «Пацаны», «Разговор на войне», «Война бывает детская», «Песня о людях героических профессий», «Ветры», «Звезда»;
  • Азатлыҡ, трагизм, романтика: «Наполним небо добротой», «Вечер», «Беда», «Актриса Весна», «Осенняя», «Дождь», «Ветер», «Ты не один», «На небе вороны», «Дороги», «Свобода», «Капитан Колесников», «Расстреляли рассветами»;
  • Санкт-Петербург: «Чёрный пёс Петербург», «Ленинград», «Питер», «Что такое осень», «Живой», «Суббота», «Шла гражданка…», «Гимн», «Этот город»;
  • Башҡортостан, провинция: «Мы из Уфы», «Периферия», «Безжизненный край», «Понедельник», «Хиппаны», «Башкирский мёд», «Белая река»;
  • Любовь: «Любовь», «Глазища», «Адам и Ева», «Марина», «Любовь, подумай обо мне», «Расскажи, как ты любила», «Понимающее сердце», «Метель», «В ресторане», «Далеко-далеко», «Она», «За высокой горой», «Любовь не пропала»;
  • Фәлсәфә: «Это всё…», «Я получил эту роль», «Пропавший без вести», «Когда един», «Привет М…», «Герой», «Где мы летим»;
  • Дини мотивтар: «Храм», «Церковь», «Рождество», «Я зажёг в церквях все свечи…», «Рождественская», «Пасха».

Дискография

үҙгәртергә

Студия альбомдары:

  • 1981 — ДДТ-1 (Инопланетянин) (баҫылмай)
  • 1982 — Свинья на радуге
  • 1983 — Компромисс (альбом)
  • 1984] — Периферия (альбом)
  • 1985 — Время (альбом)
  • 1988 — Я получил эту роль (альбом)
  • 1990 — Оттепель (альбом)
  • 1991 — Пластун (альбом)
  • 1992 — Актриса Весна
  • 1995 — Это всё…
  • 1996 — Любовь (альбом)
  • 1997 — Рождённый в СССР
  • 1999 — Мир номер ноль
  • 2000 — Метель августа
  • 2002 — Единочество. Часть 1: Мама это рок-н-ролл? (альбом)
  • 2003 — Единочество. Часть 2. Живой (альбом)
  • 2005 — Пропавший без вести (альбом)
  • 2007 — Прекрасная любовь
  • 2011 — Иначе
  • 2014 — Прозрачный

ДДТ фильмдарҙа

үҙгәртергә
  • 1986 — Я получил эту роль
  • 1987 — Рок
  • 1988 — Игра с неизвестным
  • 1990 — Старая дорога (төркөмдөң ун йыллығына фильм-концерт, режиссёр Сергей Морозов)
  • 1990 — Город (фильм)
  • 1990 — Духов день
  • 1992 — Лимита
  • 1994 — Русский транзит
  • 2002 — Вовочка
  • 2002 — Время ДДТ — ДДТ тураһында документаль фильм
  • 2002 — Ледниковый период — телесериал
  • 2005 — Атаман — телесериал
  • 2007 — Антонина обернулась
  • 2008 — Батюшка
  • 2011 — Жила-была одна баба
  • 2012 — Небо под сердцем — фильм-концерт

Саундтрегында ДДТ булған фильмдар

үҙгәртергә
  • Винт (1993)
  • Махно (фильм)
  • Публикация (фильм)
  • Ночь длинных ножей (фильм)
  • Опыты о гражданской войне]
  • Русский транзит
  • Кто, если не мы (фильм, 1998)
  • Бременские музыканты & Со
  • Ледниковый период (телесериал)
  • Дальнобойщики 2 (телесериал)
  • Господа офицеры (фильм)
  • Антонина обернулась
  • Поцелуй бабочки (фильм)
  • Вовочка (фильм)
  • Группа ZETA
  • Отставник (фильм)
  • Батюшка (сериал)
  • Азазель (фильм)
  • Александр Македонский. Киллер мафии
  • Одиночка (фильм, 2010)
  • Ключ Саламандры
  • Generation П (фильм)
  • Белая стрела. Возмездие

«Брат 2» фильмында төркөм ҡатнашмай[54][55], әммә төп герой Данила Багров уны телгә ала, «ДДТ» төркөмөнөң плакаттары бер нисә күренештә бар.

Профессиональ башҡарыусыларҙың кавер-версиялары

үҙгәртергә
  • «Беда» — Revenko Band (инструментал)
  • «В последнюю осень» — Revenko Band (инструментал)
  • «Ветер» — «Сонце Хмари» («Вiтер», на украин телендә), Revenko Band (инструментал)
  • «Дождь» — Вольф Гореликтың симфоник оркестры (инструментал)
  • «Летели облака» — Алина Орлова
  • «Метель» — Елена Васильева, Revenko Band (инструментал)
  • «На небе вороны» — Настя Полева, Revenko Band (инструментал)
  • «Не стреляй» — Revenko Band (инструментал)
  • «Предчувствие» — Revenko Band (инструментал)
  • «Просвистела» — Revenko Band (инструментал)
  • «Революция» — Revenko Band (инструментал)
  • «Ты не один» — Revenko Band (инструментал)
  • «Что такое осень» — Revenko Band (инструментал)
  • «Я зажёг в церквях все свечи» — Revenko Band (инструментал)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Происхождение названия 2014 йыл 24 июль архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Интервью с Владимиром Сигачевым // УРлайт. — 1989. — № 3.
  3. правды», Мила КИЯН | Сайт «Комсомольской. Гитарист первого состава «ДДТ» Рустэм Асанбаев: Когда мы познакомились с Шевчуком, он был в тулупе и валенках, KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (16 декабрь 2015). 4 декабрь 2016 тикшерелгән.
  4. http://www.ddt-live.ru/veterUS955.htm(недоступная ссылка) Ҡалып:Мёртвая ссылка
  5. 5,0 5,1 5,2 Махмутов, 2015, p. 140
  6. 6,0 6,1 Махмутов, 2015, p. 141
  7. 7,0 7,1 Махмутов, 2015, p. 142
  8. 8,0 8,1 Махмутов, 2015, p. 146
  9. Юрий Шевчук и группа ДДТ — Как создавался альбом «Периферия»(недоступная ссылка)
  10. 100 МАГНИТОАЛЬБОМОВ СОВЕТСКОГО РОКА 2009 йыл 15 апрель архивланған.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Махмутов, 2015, p. 155
  12. 12,0 12,1 Махмутов, 2015, p. 158
  13. 13,0 13,1 Махмутов, 2015, p. 159
  14. 14,0 14,1 Махмутов, 2015, p. 160
  15. Махмутов, 2015, p. 162
  16. Махмутов, 2015, p. 163
  17. Махмутов, 2015, p. 167
  18. Махмутов, 2015, p. 169
  19. 19,0 19,1 19,2 Махмутов, 2015, p. 174
  20. Махмутов, 2015, p. 177
  21. 21,0 21,1 Махмутов, 2015, pp. 180-186
  22. dzd.ee
  23. 23,0 23,1 23,2 Махмутов, 2015, p. 192
  24. Махмутов, 2015, p. 193
  25. 25,0 25,1 25,2 Махмутов, 2015, p. 195
  26. Махмутов, 2015, p. 198
  27. Махмутов, 2015, p. 186
  28. 28,0 28,1 {{{1}}}
  29. 29,0 29,1 Махмутов, 2015, p. 209
  30. Махмутов, 2015, p. 212
  31. ДДТ на сайте myspace.com
  32. YouTube — Юрий Юлианович Шевчук на марше несогласных
  33. ДДТ: На концерт ДДТ в Киеве пришло 100 тысяч зрителей
  34. Махмутов, 2015, p. 187
  35. Новости — СЗ — Культура — Известные рок-музыканты и артисты проведут благотворительный вечер в Михайловском театре(недоступная ссылка)
  36. Радио Свобода. Шевчук и Путин продолжили традицию (ВИДЕО)
  37. Обращение Дяди Миши Чернова к поклонникам группы «ДДТ» и представителям СМИ 2010 йыл 25 октябрь архивланған.
  38. http://newsmuz.com/news_2_20490.htm
  39. U2 / Юрий Шевчук — Knockin' On Heavens Door (Live) — YouTube
  40. Благотворительный концерт ДДТ в Красноярске 4 сентября 2010
  41. Фотографии с концерта ДДТ в Великом Новгороде 2011 йыл 20 май архивланған.
  42. Шевчук посвятил концерт тулячке 2013 йыл 21 май архивланған.
  43. На экраны выходит фильм-концерт группы «ДДТ»! 2012 йыл 10 апрель архивланған.
  44. 06 марта 2014 IVAN VASILIEV (EX-DDT) & ACOUSTIC BAND, SPb 2014 йыл 24 март архивланған.
  45. YouTube сайтында фильм-концерт «Прозрачный» (Анонс)
  46. Скончался экс-барабанщик ДДТ Игорь Доценко
  47. “Кого еще сожрет она, русская весна” – Юрий Шевчук спел новую откровенную песню. dialog.ua (29 октябрь 2015). Дата обращения: 2 ноябрь 2015.
  48. ДДТ направит 500 тысяч рублей беженцам. dni.ru (5 июль 2014). Дата обращения: 14 декабрь 2015.
  49. YouTube сайтында "ДДТ" презентовали клип "Третья мировая"
  50. YouTube сайтында 30.09.2016 ДДТ - Мурманск, тур "История звука". HD 720
  51. Подробности давки на ДДТ: что происходило на концерте легендарной группы
  52. История звука (альбом) — ДДТ
  53. Лидер ДДТ Юрий Шевчук: «Хочется психоделики. Слава Богу, желание создавать еще есть». ugranow.ru (8 май 2015). Дата обращения: 11 август 2015. 2015 йыл 12 май архивланған.
  54. Наталья Тимченко. Юрий Шевчук: Киркоров — жулик, «Брат-2» — плохой фильм, и я не поддерживаю НТВ. KP.RU (16 апрель 2001). Дата обращения: 19 октябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.(урыҫ.). KP.RU (16.04.2001). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 19 октябрь 2010 тикшерелгән.
  55. Владимир Дмитриев. Юрий Шевчук. Вехи и рубежи. ИЗВЕСТНЫЕ ЛЮДИ. FAMOUS PEOPLE. Дата обращения: 19 октябрь 2010. Архивировано 8 сентябрь 2009 года.(урыҫ.). ИЗВЕСТНЫЕ ЛЮДИ. FAMOUS PEOPLE. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 сентябрь 2009. 19 октябрь 2010 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә