Торба (музыка ҡоралы)

Торба́ (итал. tromba, фр. trompette, нем. Trompete, инглtrumpet) — альт-сопрано регистрындағы баҡыр тынлы музыка ҡоралы, баҡыр тынлылар араһында тауышы буйынса иң юғарыһы.

Торба
изображение
Классификация
Диапазон:

Диапазон по написанию

Туғандаш инструменттар

Тромбон, корнет, флюгельгорн

Логотип Викисклада Торба Викиһаҡлағыста
Екатеринослав полкы эстандарт-юнкеры һәм Ҡазан Кирасир полкы һорнайсыһы (торба күренә), 17971801.

Иҫкәртеү ҡоралы булараҡ боронғо замандарҙан билдәле, XVII б. оркестр рәтенә инә. Торба сағыу, күркәм тембрлы, яңғыҙ (соло) көйө симфоник һәм тынлы оркестрҙа, шулай уҡ джаз, фанк, ска һәм башҡа музыка төрҙәрендә ҡулланыла.

Һорнайсы — түбән дәрәжә, торбала уйнаусы, йәғни атлы, артиллерия ғәскәрҙәрендә, Рәсәй империяһы заманындағы ҡораллы көстәрҙә хәүеф-хәтәр тураһындағы торба ярҙамында белгертергә тейешле. Пехота ғәскәрҙәрендә дәрәжә исеме — борғосо[1].

Тарихы үҙгәртергә

Торбаға оҡшаш ҡоралдар б.э.т. 3600 йыл элек үк һүҙгә алына.[2] Торба Боронғо Египетта, Боронғо Грецияла, Боронғо Ҡытайҙа һ.б. илдәрҙә шартлы белдереү ҡоралы була. Шул килеш XVII б. тиклем ҡулланыла

 
Барокко осорондағы торба (реконструкция)

Хәҙерге заманда торба яңғыҙ көйө файҙаланыла.

Төрлө жанрҙарҙа сығыш яһаған билдәле һорнайсылар араһында — Морис Андре, Луи Армстронг, Диззи Гиллеспи, Тимофей Докшицер, Клиффорд Браун, Майлз Дэвис, Чет Бейкер, Фредди Хаббард, Уинтон Марсалис, Сергей Накаряков, Георгий Орвид, Эдди Кэлверт, Артуро Сандоваль.

Торба ҡоролошо үҙгәртергә

Торба еҙ, баҡыр, һирәгерәк — көмөштән һ.б. металдарҙан яһала. Антик заманда уҡ торбаны берҙәм металл битенән эшләй белгәндәр.

Асылда торба — оҙон төрөпкә (трубка), уңайлыҡ өсөн бөгөлә. Аүыҙлыҡ яғынан тарая, ҡуңыс яғынан киңәйә, башҡа ерҙәрендә цилиндрик төҙөлөшлө[3]. Нәҡ ошондай рәүешле форма торбаға көслө тембр бирә. Торбаны яһағанда, оҙонлоғон, ҡуңыстың ҙурайыу кимәле теүәл булырға тейеш.

Торба — уң яҡлы ҡорал: уйнау ваҡытында клапанға уң ҡул менән баҫалар, һул ҡул ҡоралды тотоп тора.

Төрҙәре үҙгәртергә

Иң таралған торба төрө — си-бемоль (in B) көйләнешле торба, яҙылған нотанан бер тонға түбәнерәк яңғырай. Америка оркестрҙарында йыш ҡына до (in C) көйләнешле торба ҡулланыла, тауышы асыҡ, сағыуыраҡ. Элегерәк төрлө көйләнешле торбала уйнағандар: in D, in Es, in E, in F, in G и in A, һәр береһе төрлө көйләнештәге көйҙө уйнауҙы еңеләйтер өсөн ҡулланған. Һорнайсылар оҫталығы артыуы, торба төҙөлөшөнөң яҡшырыу сәбәпле, күп төрлө ҡоралдар кәрәклеге юғала. Хәҙерге заманда төрлө көйләнештәге музыка in B торбаһында, йәки бик һирәк in C торбаһында уйнала.

Киң таралған торбалар төрө:

  • Альт торба in G йәки in F, түбән регистрҙағы тауыштар өсөн (Рахманинов — Өсөнсө симфония). Хәҙерге ваҡытта һирәк уйнала, уның урынына флюгельгорнда уйнайҙар.
  • Бас торба in B, ғәҙәти торбанан бер октаваға түбәнерәк яңғырай. XX б. икенсе яртыһына ҡарай ҡулланыштан сыға, хәҙер уның партияһын тромбонда уйнайҙар.
  • Торба-пикколо (кесе торба). XIX б. аҙағында килеп сыҡҡан төр, боронғо музыкаға ҡыҙыҡһыныу артыу сәбәпле, һуңғы ваҡытта йыш ҡулланыла. Си-бемоль (in B) көйләнешендә уйнай, ля (in A) көйләнешенә күсә ала. Кесе торбала билдәле уйнаусылар — Уинтон Марсалис, Морис Андре, Хокен Харденбергер.

Репертуар үҙгәртергә

Торбала уйнау өсөн яҙылған көйҙәр.

Яңғыҙ башҡарылған әҫәрҙәр үҙгәртергә

Хроматик торба үҙгәртергә

  • Йозеф Гайдн — Торба менән оркестр өсөн концерт Es-dur
  • Иоганн Гуммель — Торба менән оркестр өсөн концерт E-dur (йыш ҡына Es-dur башҡарыла)
  • Василий Брандт — Торба менән оркестр өсөн концертштюк #1 f-moll, #2 Es-dur
  • Александра Пахмутова — Торба менән оркестр өсөн концерт (1955)
  • Альберт Лорцинг — Торба менән оркестр өсөн интродукция һәм вариациялар B-dur
  • Джордже Энеску — Торба менән фортепиано өсөн «Легенда»
  • Сергей Василенко — Торба менән оркестр өсөн концерт
  • Александр Гедике — Торба менән оркестр өсөн концерт; Торба менән фортепиано өсөн концерт этюды
  • Малькольм Арнольд — Торба менән фортепиано өсөн фантазия
  • Александр Арутюнян — Торба менән оркестр өсөн концерт As-dur
  • Мечислав Вайнберг — Торба менән оркестр өсөн концерт
  • Пауль Хиндемит — Торба менән фортепиано өсөн соната; Торба һәм оркестр менән фагот өсөн концерт
  • Анри Томази — Торба менән оркестр өсөн концерт; Триптих
  • Борис Блахер — Кесе торба менән оркестр өсөн концерт
  • Алан Хованесс — Торба һәм ҡыллы оркестр өсөн «Изге Григорий доғаһы»; Торба һәм тынлы ҡоралдар өсөн концерт «Ҡайтығыҙ һәм ташландыҡ ауылдарҙы тергеҙегеҙ»
  • Родион Щедрин — Торба менән оркестр өсөн концерт

Ысын торба үҙгәртергә

  • Иоганн Себастьян Бах — Бранденбург концерты № 2 F-dur
  • Михаэль Гайдн — Концерт D-dur
  • Иоганн Мольтер — өс концерт
  • Леопольд Моцарт — Концерт
  • Георг Филипп Телеман — Торба һәм ҡыллылар өсөн концерт D-dur
  • Джузеппе Торелли — Торба һәм ҡыллылар өсөн соната D-dur

Оркестрҙа яңғыҙ (соло) үҙгәртергә

  • Иоганн Себастьян Бах — Бранденбург концерты № 2 F-dur; Месса h-moll; Раштыуа ораторияһы; Магнификат; Оркестр өсөн сюита № 3 D-dur
  • Бела Барток — Оркестр өсөн концерт (I, II, V өлөштәр)
  • Людвиг ван Бетховен — «Леонора» увертюраһы № 2, № 3
  • Иоганнес Брамс — Академик байрам увертюраһы; Симфония № 2
  • Аарон Копленд — «Тыныс ҡала», «Родео» балеттары
  • Клод Дебюсси — «Диңгеҙ»; «Тантаналар»
  • Джордж Гершвин — «Американлы Парижда»; Концерт F-dur (II өлөш)
  • Густав Малер — Симфония № 1 (I өлөш), № 2 (I, II, III, V өлөштәр), № 3 (сәхнә артында яңғыҙ), № 5 (I, III, V өлөштәр)
  • Модест Мусоргский (Морис Равель оркестровкаһы) — Күргәҙмәнән рәсемдәр («Ял итеп йөрөү», «Ике йәһүд»)
  • Морис Равель — Фортепиано һәм оркестр өсөн концерт G-dur (I, III өлөштәр)
  • Отторино Респиги — симфоник сюита «Пинии Рима» (I, II, IV өлөштәр)
  • Николай Римский-Корсаков — «Шехерезада» сюитаһы (III, IV өлөштәр); Испан каприччиоһы (IV өлөш)
  • Александр Скрябин — Симфония № 3 («Алла поэмаһы»); «Ләззәт поэмаһы»; «Прометей»
  • Дмитрий Шостакович — Фортепиано һәм оркестр өсөн концерт № 1 c-moll (яңғыҙ торба өсөн)
  • Рихард Штраус — «Альп симфонияһы»; симфоник поэмалар «Дон Жуан», «Батыр тормошо»
  • Игорь Стравинский «Ут-ҡош», «Петрушка», «Изге яҙ» балеттары, «Һандуғас» операһы
  • Пётр Ильич Чайковский — 4-се симфониялар (инеш), № 5 (I, IV өлөштәр) № 6 (III өлөш); Итальян каприччиоһы (корнет), «Аҡҡош күле» балеты (Неаполитан бейеүе — корнет)
  • Джузеппе Верди — «Аида» операһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ЭСБЕ
  2. MUSINSTRUMENTS.
  3. Среди других медных духовых инструментов цилиндрической трубкой обладают тромбон и валторна.

Һылтанмалар үҙгәртергә