Советтар Союзы Геройы
Советтар Союзы Геройы — Советтар Союзында 1934—1991 йылдарҙа ғәмәлдә булған иң юғары маҡтаулы исем. Һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ваҡытында, шулай уҡ тыныс шарттарҙа дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәтендә яһалған шәхси һәм коллектив ҡаһарманлыҡ өсөн бирелгән.
Советтар Союзы Геройы | ||
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Награда төрө |
Юғары исем | |
Статус |
тапшырылмай | |
Статистика | ||
Раҫланған ваҡыты | ||
Беренсе бүләкләү | ||
Һуңғы бүләкләү | ||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
12776[1] | |
[[commons:Category: Hero of the Soviet Union Викимилектә|Советтар Союзы Геройы]] Викимилектә |
Маҡтаулы исем СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән 1934 йылдың 16 апрелендә булдырыла. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1939 йылдың 1 авгусында түшкә тағыу өсөн махсус «Алтын Йондоҙ» миҙалы раҫлана. Миҙал эскизының авторы — архитектор Мирон Иванович Мержанов.
СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1936 йылдың 29 июлендәге ҡарары менән раҫланған Ҡағиҙәгә ярашлы «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булыусыларға махсус грамота менән бергә Ленин ордены ла тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта маҡтаулы исемгә икенсе һәм өсөнсө тапҡыр лайыҡ булыусыларға орден ҡабаттан бирелмәй.
Герой башҡорттар
үҙгәртергәБашҡорттарҙан «Советттар Союзы Геройы» исемен алыусылар һаны аныҡ ҡына әлегә тиклем билдәләнмәгән һәм тарихи эҙләнеүҙәр дауам итә. Батырҙар исемлеген асыҡлауға тарих фәндәре кандидаты Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин күп өлөш индерә.
Башҡорт Энциклопедияһына ингән батырҙар
үҙгәртергә- Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы
- Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы
- Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы
- Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы
- Әхмәтов Михаил Владимирович
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы
- Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы
- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы
- Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы
- Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы
- Бирҙин Ғәли Иркәбай улы
- Бикәев Солтан Хәмит улы
- Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы
- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы
- Ғайсин Хәсән Назар улы
- Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы
- Ғәлимов Вәхит Ғәзим улы
- Гәрәев Муса Ғaйса улы
- Ғәтиәтуллин Шакирйән Йосоп улы
- Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы
- Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы
- Дәүләтов Ғәбдрәүеф Ғәни улы
- Закиров Әхмәт Закир улы
- Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы
- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы
- Күсимов Таһир Тайып улы
- Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы
- Матросов Александр Матвеевич
- Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы
- Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы
- Мырҙағәлимов Ғәзис Ғәбиҙулла улы
- Сәйетов Ғәбделхай Сәйет улы
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы
- Солтанов Барый Муллағәли улы
- Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Ғүмерҙәк улы
- Суфиянов Суфый Хажи улы
- Сыртланов Муллайәр Исламгәрәй улы
- Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы
- Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы
- Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы
- Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы
- Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы
- Хәсәнов Сафа Хөзәм улы
- Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы
- Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы
- Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы
Башҡа сығанаҡтар буйынса
үҙгәртергә- Хәниф Фәйзуллин — Ҡыуандыҡ районы, Сабаҡлы ауылы
- Йәғәфәр Әхмәтшин — Ҡыуандыҡ районы, Ҡотлой ауылы
- Әғзым Хәйретдинов — Абдулла районы, Яңы Яҡут ауылы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- У каких народов было больше всего Героев СССР в годы Великой Отечественной?(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статистическая справка подготовлена А. А. Симоновым при помощи В. П. Воробьёва. Статистика по Героям Советского Союза . Дата обращения: 9 март 2012. Архивировано 30 март 2012 года.. Следует учитывать, что в это число не входят: 72 человека, которым было законно присвоено звание Героя Советского Союза и впоследствии за порочащие проступки (в подавляющем числе за преступления) они были лишены звания Героя; 13 человек, по которым Указ о присвоении отменён (необоснованное представление к присвоению звания), 26 присвоений звания Героя Советского Союза так называемым двойникам (лицам, дважды включённым в Указы).
- ↑ Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған? 2016 йыл 7 март архивланған.