Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы

Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы[1] (12 июнь 1924 йыл — 29 сентябрь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).

Йәүҙәт Оморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин
Тыуған ваҡыты

12 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы
Тамъян-Ҡатай кантоны
Иманғол ауылы

Үлгән ваҡыты

29 сентябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1946

Хәрби звание
Рядовой
Рядовой
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәүҙәт Оморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин 1924 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының) Иманғол ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[2].

Һигеҙ класс тамамлай[3]. 1940−1942 йылдарҙа Учалы районының «Коммунар» колхозында эшләй[4].

1942 йылда Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияһы сафына алына. 1943 йылдың майынан алып Бөйөк Ватан һуғышының Воронеж, 2-се Украина һәм 2-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә[4].

Воронеж фронтына ҡараған 52-се армияның 254-се уҡсылар дивизияһы составындағы 933-сө уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе булған рядовой Йәүҙәт Оморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин 1943 йылдың 2 октябрендә Украина ССР‑ы Черкассы өлкәһенең Крещатик ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[5].

1946 йылда демобилизациялана. 1946—1949 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала. Учалы районы эске эштәр бүлегендә паспортист булып эшләй. Милиция майоры званиеһында хаҡлы ялға китә. Учалы урта мәктәбендә уҡыта һәм директор булып эшләй[3].

Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы 2007 йылдың 29 сентябрендә Өфөлә вафат була, Учалы ҡалаһында ерләнә[4].

Батырлығы

үҙгәртергә

«1943 йылдың 13 ноябрендә иптәш Сөнәғәтуллин тәүгеләрҙән булып Днепрҙың көнбайыш ярына һыу аша сыға һәм батальон командиры фарманына ярашлы, ҡараңғылыҡтан файҙаланып, бер үҙе дошман ҡурғауылының алғы сигенә бара һәм постарҙың ҡайҙа ҡуйылғанын асыҡлай. Был мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу һөҙөмтәһендә дошман ҡурғаулығы көтөлмәгән һөжүм менән алына. Свидовки ауылы өсөн алыштарҙа Сөнәғәтуллин, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, граната менән танкты һәм йөк тейәлгән автомашинаны шарлата. Быға өҫтәп пулемётты һәм уны хеҙмәтләндереүселәрҙе юҡ итә. Автомат уты менән 14 фашисты дөмөктөрә»[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы, командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы өсөн рядовой Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улына Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 5134) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[6][7].

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Алтын йондоҙ» миҙалы (22 февраль 1944)[2][6]
  • Ленин ордены (22 февраль 1944)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6 апрель 1985)[8],
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (27 октябрь 1943)[9]
  • миҙалдар.
  • Учалы ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Йәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге призға милли көрәш буйынса ярыштар уҙғарыла[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Исеменең башҡа варианттары — Жәүҙәт; атаһының исеменең башҡа варианттары — Ғүмерҙаҡ улы
  2. 2,0 2,1 2,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 15, 16)
  3. 3,0 3,1 Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь в двух томах. Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — 911 с.
  4. 4,0 4,1 4,2 Кәримова И. Ғ. Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы. «Герои страны» сайты.
  6. 6,0 6,1 Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 36)
  7. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 22 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 5 марта (№ 13 (273)). — С. 1
  8. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3603, л. 2)
  10. Аюпов Р. Самый благородный вид борьбы // Ватандаш. — 2008. — № 8. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә