Бугаев Борис Павлович
Борис Павлович Бугаев (29 июль 1923 йыл — 13 ғинуар 2007 йыл, Мәскәү) — совет осоусыһы, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Авиацияның баш маршалы (28 октябрь 1977), ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966, 1983).
Бугаев Борис Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 29 июль 1923[1] |
Тыуған урыны | Маньковка[d], Уманский округ[d], Киевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 13 ғинуар 2007 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, лётчик |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | главный маршал рода войск[d] һәм маршал рода войск[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бугаев Борис Павлович Викимилектә |
1992 йылда А. И. Колдунов вафат булғандан һуң Баш маршал совет хәрби исемен һуңғы йөрөтөүсе була (бөтә ғәскәр төрҙәренән, көс һәм махсус ғәскәрҙәр төрҙәренән). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1971—1990), Әзербайжан ССР-ынан СССР Юғары Советының 8-10-сы саҡырылыш Милләттәр Советы депутаты (1970—1989)[2].
Биографияһы
үҙгәртергәБори́с Па́влович Буга́ев 1923 йылдың 29 июлендә Украина ССР-ының Киев губернаһы Усман өйәҙе Маньково ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.
1941 йыл—1942 йылдарҙа — күнекмә авиация эскадрильяһы курсанты.
1942 йыл—1943 йылдарҙа — Торангылы авиация мәктәбенең пилот-инструкторы.
1943—1947 йылдарҙа — пилот, 215-се авиаотряд звеноһы командиры. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Партизандар хәрәкәте үҙәк штабының заданиеларын үтәй.
1947—1948 йылдарҙа Граждандар һауа флотының осоу үҙәгендә һәм һәм юғары осоу әҙерлеге мәктәбендә уҡый.
1948—1957 йылдарҙа — Внуково аэропортында һауа судноһы командиры, пилот-инструктор. 1951 йылдан «Аэрофлот»өсөн күп дәүләттәр күп һәм илдәр, шул иҫәптән Англия, АҠШ, Һиндостан, Индонезияға, Кубаға беренсе оҙон трассалар яра.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бугаев Борис Павлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва . Дата обращения: 23 ғинуар 2015. Архивировано 28 апрель 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник / Сост. В. И. Ивкин. — М., 1999. — ISBN 5-8243-0014-3
- В соответствии с приказом ФАВТ от 25.12.2015 № 870, Ульяновское высшее авиационное училище гражданской авиации (УВАУГА) и его филиалы меняют своё наименование на Ульяновский институт гражданской авиации им. Главного маршала авиации Б. П. Бугаева.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [ Бугаев Борис Павлович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә